Хәҙерге дәрестәр заманса технологиялар ярҙамында үткәрелә: мультимедиа презентациялары, белем биреү платформалары, музейҙар һәм китапханалар буйлап виртуаль экскурсиялар... Былар барыһы ла уҡыусыларҙың туған теленең матурлығын һәм байлығын тәрән аңлауына булышлыҡ итә. Ҡаланың 14-се гимназияһында өс тиҫтә йылдан ашыу балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Гөлназ ЗЕКРИНА замана уҡыусыларын башҡортса дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға һәм яҙырға, фекерләргә өйрәтеү, әҙәп-әхлаҡ, милли рух, милли үҙаңды үҫтереү менән бер рәттән көндәлек тормошта туған телдең ни тиклем мауыҡтырғыс һәм кәрәкле булыуын аңлатыуҙы бурыс итеп ҡуйған.
Гөлназ Хафиз ҡыҙы Әбйәлил районы Иҫке Балапан ауылында тыуып үҫкән. Үҙ-үҙен белә башлағандан алып, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән атаһы Хафиз Дәүләтбай улына эйәреп, йыш ҡына мәктәпкә барыр була һәм иң артҡы партаға ултырып, дәрестәрҙә “ҡатнашырға” ярата. Тап ошо саҡта уның күңелендә: “Ҙурайғас уҡытыусы булам!” тигән хыял ярала һәм урта мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға, ниндәй һөнәр эйәһе булырға тигән һорауҙар уны борсомай. Документтарын Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” факультетына тапшырып, һынауҙарҙы уңышлы үтә. Ҡулына диплом алғас, йәш белгесте йүнәлтмә буйынса ҡаланың 14-се гимназияһына эшкә ебәрәләр һәм бала саҡ хыялына тоғро ҡалып, атаһының юлын дауам итә ул.
Ауылдашы, тормош иптәше Рафаэль Зиннәт улы менән ике улға ғүмер биргәндәр. Магнитогорск ҡалаһында ашнаҡсыға уҡып сыҡҡан өлкән улдары Руслан бөгөн Мәскәүҙең билдәле отелдәренең береһендә һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Башҡорт иҡтисади-хоҡуҡ колледжының “Юриспруденция” бүлеген тамамлаған Рушан улдары Рәсәй Эске эштәр министрлығының Магнитогорск ҡалаһы буйынса бүлегендә оперуполномоченный.
Уҡыусылары ла, үҙе лә муниципаль, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа, шиғри бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән: “Һаумы, һаумы, әкиәт”тә тәүге тапҡыр республика кимәлендә сығыш яһап, район намыҫын яҡлағандар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада-бәйгеләрҙә еңеүсе булған ике уҡыусыһы - Лилиә Зәйтүнова һәм Динә Мөхсинова Ейәнсура районындағы “Аҡ елкән” лагерындағы “Йәйләү” сменаһына саҡырыу алып, матур ял итеп ҡайтҡандар. Үҙе иһә ҡаланың Нина Зимина исемендәге Үҙәк китапхана ойошторған “Тыуған яҡ ауаздары” IV башҡорт телендә шиғыр һөйләү конкурсында “Башҡорт мәҙәниәтенә һәм йолаларына тоғролоҡ” номинацияһында еңеүсе булып, Диплом менән бүләкләнә: “Тере шишмәләр” район фестиваль-смотрында башҡорт теле уҡытыусылары менән ҡатнашып III урын яулайҙар.
- Төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу һөнәри компетенцияларҙы нығытыуҙан тыш, коллегаларым менән тәжрибә уртаҡлашыуға булышлыҡ итә, һөнәремдең квалификацияһын һәм абруйын күтәрә, дәрт-дарман һәм артабан да тырышып эшләргә илһам сығанағын бирә. Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ үҙ нәҫел ебен, араһын барлауға иғтибар итә башланы. Был эштең балалар араһында йәнле барыуы айырыуса ҡыуаныслы. Беҙ ҙә уҡыусыларым менән был йүнәлештә эшләйбеҙ, шәжәрәләребеҙҙе төҙөп, стенд булдырҙыҡ һәм артабан да туғандарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ.
Эшемдең балалар менән бәйле булыуы ныҡ оҡшай, һәр көн уларҙан энергия, көс-дәрт сығанағы алам, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары, яңылыҡтарҙы белергә теләүҙәре мине лә үҫешкә әйҙәй, һөнәремде камиллаштырырға, белемемде арттырырға, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ итергә тырышам, яңы идеялар өҫтөндә эшләйем. Беҙҙең бөгөнгө хеҙмәтебеҙ йылдар үткәс кенә үҙенең емештәрен бирәсәк. Телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, үҫтереү йәһәтенән хәлебеҙҙән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. “Теле барҙың - иле бар” тигән боронғолар, ошо мәҡәлдең асылын һәр башҡорт ғаиләһе аңлаһын ине!
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Иң мөһиме ныҡлы һаулыҡ, тыныс, бәрәкәтле тормош, тәртипле уҡыусылар, рәхмәтле ата-әсәләр һәм эштәрендә ҙур уңыштар теләйем! - ти Гөлназ Хафиз ҡыҙы. - ти Гөлназ Хафиз ҡыҙы.
Эйе, уҡытыусы маҡтаулы һөнәр генә түгел, ә булмыш, шәхес тәрбиәләүҙә, йәш быуынға ҡиммәтле тәжрибә, белем биреү һәм милли мәҙәни байлыҡты тапшырыу йәһәтенән күп эштәр атҡара. Телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән, үҙ халҡының яҙмышына битараф булмаған уҡытыусыға киләсәктә лә уңыштар, ҙур асыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ!