Мәғариф
23 Октября 2025, 09:27

Маҡсаттары - сәләмәт быуын тәрбиәләү

Рәхәтләнеп туп типкән, бәүелсәктәрҙә бәүелеп, турниктарға үрмәләгән вайымһыҙ балаларҙы күҙәтеүе үҙе бер кинәнес икән. Туҡтауһыҙ хәрәкәттән алһыуланған бит алмалары, туҙраған сәстәр, янып торған күҙҙәр... Телефон-компьютер ҙа, Интернет та онотолған... Эйе, шулай булырға тейеш тә бәхетле балалыҡ осоро. Быйыл Атай-әсәйҙәр башланғысы Бөтә Рәсәй конкурсында “Сәләмәт йәшәү рәүеше территорияһы” проекты менән еңеү яулаған Белорет лицей-интернатының атай-әсәйҙәр комитеты ла, тәү сиратта, ошо ирәүән, сәләмәт бала саҡ өсөн тырышлыҡ һалған. Тап маҡсатлы эш, уртаҡ көс арҡылы ғына бөгөн ҡала лицей-интернатында “Сәләмәт йәшәү рәүеше территорияһы” барлыҡҡа килде.

Маҡсаттары - сәләмәт быуын тәрбиәләүМаҡсаттары - сәләмәт быуын тәрбиәләү
Маҡсаттары - сәләмәт быуын тәрбиәләү

- Лицей-интернат ихатаһында заманса спорт-уйын майҙансығын булдырыу ниәте күптән моронлағайны. Әммә 2024 йылғы уҡыусыларҙы диспансерлаштырыу һөҙөмтәһе был идеяны йәһәтләп тормошҡа ашырырға булышлыҡ итте. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: медицина тикшереүе үткән 304 балала 411 ауырыу төрө асыҡланһын әле! Айырыуса күреү, аш һеңдереү ағзаларына, хәрәкәт-таяныу аппаратына бәйле сирҙәр тәүге өс урынды биләй. Балалар һәм атай-әсәйҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән проект район-ҡала ойошмалары - Урал спорт инвентарҙары заводы, педагогия колледжы, Белорет телекомпанияһы, “Урал” гәзите редакцияһы тарафынан да хуплау тапты. Һәм беҙ илдең 85 төбәге араһында еңеүселәр иҫәбенә инеп, 1,6 миллион һумдан ашыу күләмдә аҡсалата ярҙам алыуға өлгәштек. Заманса спорт-уйын ҡорамалдары менән Урал спорт инвентарҙары заводы тәьмин итте. Артып ҡалған сумманы иһә бәүелсәктәр комплексын һатып алыуға йүнәлттек. Шулай уҡ проект сиктәрендә балалар һәм атай-әсәйҙәр ҡатнашлығында төрлө саралар - иртәнге зарядка, “Күңелле старттар”, кәүҙәне күтәреү буйынса мәктәп беренселеге һәм башҡа спорт уҙыштары ойошторолдо, - ти Белорет лицей-интернатының фәнни-методик эш буйынса директор урынбаҫары, инициатив төркөм етәксеһе Ләйсән Йомағужина. 

Белорет лицей-интернатының спорт-уйын майҙансығын асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар - район мәғариф идаралығының начальник урынбаҫары Нелля Польщикова, Урал спорт инвентарҙары заводының генераль директоры Азат Вилданов, райондың атай-әсәйҙәр комитеты рәйесе Виталий Лебедев, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, ҡала-район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева, Белорет педагогия колледжының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гүзәл Хөсәйенова һәм башҡалар ҡатнашты.

Тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаған Белорет лицей-интернаты директоры Нурия Мәүлийән ҡыҙы Шаһиморатова тәү сиратта “Сәләмәт йәшәү рәүеше территорияһы” проектын Рәсәй кимәлендәге конкурсҡа тәҡдим иткән атай-әсәйҙәр комитетының инициатив төркөмөнә, уны лайыҡлы баһалаған Башҡортостан  һәм Рәсәй Мәғариф министрлыҡтарына, һәр йәһәттән ярҙам күрһәткән партнерҙарға, атай-әсәйҙәргә сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе. Етәксе шулай уҡ тиҙҙән лицей-интернат янында хоккей майҙансығын төҙөү планлаштырылыуы тураһында ла хәбәр итте.

Ҡотлау һүҙҙәре, изге теләктәр менән үрелеп барған байрамға лицей-интернат уҡыусылары башҡарған йыр-моңдар, дәртле бейеүҙәр сағыулыҡ, рух күтәренкелеге өҫтәне.

Ҡыҙыл таҫманы киҫеп, тантаналы рәүештә “Сәләмәт йәшәү рәүеше территорияһы”н асҡандан һуң “Беҙ сәләмәт тормош өсөн” спорт фестивале старт алды. Өлкән класс егеттәре атайҙар командаһына ҡаршы мини-футбол уйнаһа, малай-ҡыҙҙар спорт-уйын комплексы, турник, швед стенкаһы тирәләй геү килде. Райондың иң шәп уғатарҙары Айгөл һәм Рәил Ғәлиуллиндар уҙғарған мәргәндәр ярышы, Белорет педагогия колледжы студенттары ойошторған оҫталыҡ дәрестәре, тематик майҙансыҡтар олоһон да, кесеһен дә берҙәй йәлеп итте.

- Мәртәбәле конкурста еңеү яулап, уҡыусыларҙың икенсе йортона әйләнгән лицей-интернат территорияһында спорт менән шөғөлләнеү, мини-футбол кеүек хәрәкәтле уйындар уйнау өсөн заманса спорт-уйын майҙансығын булдыра алыуыбыҙ өсөн, әлбиттә, сикһеҙ шатмын. Эйе, һис шикһеҙ, гармониялы үҫеш өсөн балаларға хәрәкәт кәрәк. Тап хәрәкәт активлығы арҡылы һөйәк-мускул аппараты үҫешә, кәүҙә пропорциялары формалаша, тын алыу һәм нервы системалары нығый. Юҡҡа ғыны хәрәкәттә - бәрәкәт тимәйҙәр бит, - ти балалар менән яңы майҙансыҡта хәрәкәтле уйындар ойошторған лицей-интернаттың физкультура уҡытыусыһы Раян Хәлфетдин улы Суфиянов.   

- “Сәләмәт йәшәү рәүеше территорияһы”ның төҙөлөүен барыбыҙ ҙа түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Ниһайәт, буш ваҡытта рәхәтләнеп футбол тибергә лә мөмкин хәҙер, - тип уҡытыусыһының һүҙҙәрен ҡеүәтләй Шығай ауылы егете Батыр Нуритдинов та.

Бына шулай, маҡсат иткән - моратына еткән. Район-ҡалабыҙҙың башҡа белем биреү учреждениеларының да ошо юҫыҡта эшмәкәрлек итергә, Рәсәй кимәлендәге ҙур проекттарҙа ҡатнашып, уңышҡа өлгәшергә ышанысы артҡандыр, моғайын.  

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас