Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар , 08:32

Улар - илебеҙ киләсәге

Хәҙерге заман студенттары материалды үҙләштереү өсөн цифрлы мөхитте йышыраҡ ҡуллана, уларға лекцияларҙы онлайн ҡарау, вебинарҙарҙа ҡатнашыу, белем биреү платформаларын һәм мобиль ҡушымталарҙы ҡулланыу, онлайн-курстар алырға мөмкинлек бар. Йәштәр араһында финанс яғынан бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылып, эш менән уҡыуҙы берләштергәндәр күп.  Уҡыуҙан буш ваҡытта кафела, супермаркетта эшләү, репетиторлыҡ йәки фриланс менән шөғөлләнеү студенттарға эш тәжрибәһе тупларға ғына түгел, ә атай-әсәйҙәренең аҡсаһын сарыф итмәҫкә, тиҙерәк үҙаллылыҡҡа  өйрәтә.  Студенттарҙың күбеһе уҡыу йортоноң мәҙәни һәм спорт тормошонда ҡайнап йәшәй - музыка, сәнғәт менән шөғөлләнә, ярыштарҙа, фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнаша. Рәсәй студенттары көнө алдынан тап ошондай актив, дәртле йәштәр - ҡала медицина колледжында  “Акушер эше” һөнәре буйынса белем алған  II курс студенттары (295-се төркөм) хаҡында бәйән итмәксебеҙ.

Улар - илебеҙ киләсәге
Улар - илебеҙ киләсәге

- Төркөмдә  Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондарынан, Белорет ҡалаһы һәм районынан IX кластан һуң килгән 25 студент иҫәпләнә. Тәүге көндәрҙән үк улар мине үҙҙәренең тырышлығы, әүҙемлеге менән һоҡландырҙы. Колледжда, район-ҡалала ғына түгел, ә республика, Рәсәй кимәлендә ойошторолған төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар, предмет олимпиадаларында белемдәрен һынайҙар һәм һәр саҡ I, II, III урындарҙы яулайҙар. Мәҫәлән, Өфөлә башҡорт теле буйынса үткән олимпиадала йыл да ҡатнашҡан Аэлита Турабова быйыл II урынға лайыҡ булды. Спорт менән мауыҡҡан Эвелина Рәхимова республиканың медицина колледждары студенттары араһында волейбол буйынса уҙғарылған спартакиаданан беҙгә еңеү алып ҡайтты. Туған телдәрҙә республика иншалар һәм эсселар яҙыу конкурсында ҡатнашҡан Карина Әкәбирова һәм Ксения Исаева Почет грамоталарына лайыҡ булды. 

Уҙған уҡыу йылында ла студенттар алгебра, инглиз теле, биология фәндәренән уҙғарылған Бөтә Рәсәй олимпиадаларында II, III урындарҙы яуланылар.

Колледж эсендәге тематик саралар - 23 февраль, 8 Март һәм башҡа байрамдар улар ҡатнашлығынан тыш уҙғаны юҡ. Шулай уҡ, егет-ҡыҙҙар “Сәләмәтлек формулаһы” ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙем ағзалары булып тора, буш ваҡыттарында мәктәптәргә баралар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторалар, уҡыусыларға нисек тәүге ярҙам күрһәтергә, ҡан баҫымын, пульсты үлсәү приборҙары менән нисек дөрөҫ ҡулланырға һәм башҡа көнкүрештә һәр кем белергә тейеш ябай  ҡағиҙәләргә өйрәтәләр, сәләмәт йәшәү рәүешен, спортты пропагандалайҙар, миҙгелле, хроник сирҙәрҙән һаҡланыу саралары хаҡында һөйләйҙәр, аңлатыу эштәре алып баралар. 

Махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға ла ярҙам итәләр, кистәрен бергәләшеп маскировкалау селтәрҙәрен үрәләр. Ҡалала үткән төрлө саралар, байрамдар ҙа беҙҙең студенттарһыҙ үтмәй. 

Беҙ улар менән  уҡыу, йәмәғәт эше менән генә шөғөлләнеп ҡалмайбыҙ, күңелле, фәһемле ялдар ҙа ойошторабыҙ: картиналар галереяһына, музейҙарға сәйәхәт ҡылабыҙ, концерттарға йөрөйбөҙ, походтарға, экскурсияларға барабыҙ. Ғөмүмән,  уларҙың һәр көнө мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтә, - ти төркөм етәксеһе Рәзинә Рауил ҡыҙы Хөсәйенова.

Илебеҙҙең киләсәге, прогресс һәм инновация двигателдәре булған бөгөнгө студенттар иртәгә шәфҡәт  туташтары, табиптар, ғалимдар йәки һөнәрҙәренә бәйле дәүләт эшмәкәрҙәре булып китер, әммә ошо сағыу, күңелле йылдар хаҡында улар бер ваҡытта ла онотмаҫ.

Байрам менән, ҡәҙерле студенттар!

 

Регина СУФИЯНОВА, төркөм старостаһы, колледждың студенттар советы секретары, дөйөм ятаҡ рәйесе:

- Мин Әбйәлил районы Асҡар ауылынан. Медицина юлынан китеү, ғүмеремде башҡаларға ярҙам итеүгә һәм кешеләрҙе дауалауға бағышлау теләге IX класта уҡығанда барлыҡҡа килде. Был һөнәр генә түгел, ул ҙур йөрәк, сабырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек талап иткән ауыр хеҙмәт икәнен аңлайым. Колледжда беҙ кәрәкле белем һәм күнекмәләр алабыҙ, улар беҙгә квалификациялы белгес булырға мөмкинлек бирә.

Преподавателдәр һәр нәмәне ентекле, аңлайышлы итеп аңлата, уларға ҡасан, ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, кире ҡаҡмайҙар. Беҙгә бында күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ, һәр саҡ төрлө саралар ойошторола, дөйөм ятаҡта ла тормошобоҙ ҡайнап тора.

Төркөмөбөҙ дуҫ, татыу, берҙәм һәм бер-беребеҙгә ярҙамсылбыҙ, беҙ матур, ҙур ғаилә кеүек йәшәйбеҙ.

Мин буласаҡ һөнәрем буйынса ауырлыҡтарға һәм һынауҙарға әҙер, сөнки минең төп маҡсатым - кешеләргә файҙа килтереү, уларҙың ауырыуҙарын еңеләйтеү һәм һауыҡтырыу. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөнгө көндә медицина өлкәһе кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, күп кенә йәштәр уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алһа ла, һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләүҙән баш тарта. Киләсәктә беҙ ошо сафты тулыландырырға ярҙам итербеҙ һәм эшебеҙҙе яратып, бар күңелебеҙҙе биреп атҡарырбыр, тип ышанам.

Барыһын да Рәсәй студенттары көнө менән ҡотлап, бер ҡасан да ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмауҙарын, уларҙы һәр саҡ еңеп сығыуҙарын һәм хыялдарына, маҡсаттарына табан алға ынтылыуҙарын теләйем. Һәр кемдең студент йылдары сағыу, күңелле, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын!

Автор: Расима Салихова
Читайте нас