Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Февраль , 15:32

Һөнәри үҫешкә бер аҙым

Ҡаланың 17-се гимназияһында “Йыл уҡытыусыһы - 2026” һөнәри оҫталыҡ һәм беренсе тапҡыр уҙғарылған "Иң яҡшы класс етәксеһе" конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды.

Һөнәри үҫешкә бер аҙым
Һөнәри үҫешкә бер аҙым

“Йыл уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы”, “Уңышҡа тәүге аҙым”, “Йөрәгемде балаларға бирәм” һәм “Башҡорт телендә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү педагогы” номинацияларында ҡатнашҡан педагогтар ун көн дауамында семинарҙарҙа ҡатнашты, “Оҫталыҡ дәрестәре”, асыҡ дәрестәр, тәрбиәүи темаға бағышланған класс сәғәттәре үткәрҙе,  һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты, яңы һәләттәрен асты.

- Беҙ  һөнәри оҫталыҡ конкурсы һөҙөмтәләрен тантаналы рәүештә иғлан итеү сараһында сәләмләүебеҙгә шатбыҙ. Уҡытыусы ябай һөнәр түгел, ул - бала күңеленең белгесе. Уҡытыусы - Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләүсе, ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Конкурсанттарыбыҙ быны бәйгелә иҫбатланы ла инде, - тине алып барыусылар сараны асып.

Тантаналы йомғаҡлау сараһында конкурсанттарҙы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, район Советы секретары Альберт Азаматов, мәғариф идаралығы начальнигы Ильмира Копытова, урынбаҫары Неля Польщикова, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының район-ҡала ойошмаһы рәйесе Светлана Нестерова тәбрикләне һәм лайыҡлы наградаларҙы тапшырҙы.

“Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында 4 педагог ҡатнашты. Йәш натуралистар станцияһының директор урынбаҫары Светлана Меньшикова ҡатнашыусы дипломына, Йәш натуралистар станцияһының өҫтәмә белем биреү педагогы Юлия Сысоева - III, Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Анна Васильева - II һәм ошо уҡ үҙәктең өҫтәмә белем биреү педагогы Анна Трошкова I урынға лайыҡ булды.

“Башҡорт телендә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү педагогы” номинацияһында Сермән балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлфирә Исхаҡова, ҡаланың 2-се  “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Абдуллина ҡатнашыусы, ҡаланың 25-се “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлгөнә Хөснөтдинова еңеүсе дипломы менән бүләкләнде.

“Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында мәғариф өлкәһендә яңы ғына эш башлаған, дәртле, тырыш 7 йәш уҡытыусы ҡатнашты (өҫкө һүрәттә). Олойылға мәктәбенең математика уҡытыусыһы Клара Зәйнуллина, ҡаланың 10-сы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Виолетта Ғайсина, Ломовка мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Алина Косарева, ҡаланың 8-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Анна Пудинова ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнде.

8-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Рада Ниғмәтуллина -  III, 17-се гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Анастасия Баранова - II, ә 21-се мәктәптең тарих уҡытыусыһы Анна Серёгина I урынды яуланы.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” номинацияһында  (һүрәттә) Асы мәктәбе уҡытыусыһы  Зөһрә Түлебаева, ҡаланың 20-се мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Зыкрина ҡатнашыусы дипломы, 21-се мәктәп уҡытыусыһы Гөлнара Сәфәрғәлина абсолют еңеүсе дипломы менән нарыҡланды. Әйткәндәй, Гөлнара Абдуләхәт ҡыҙы район-ҡала намыҫын республика конкурсында яҡлаясаҡ.

Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында тәрбиә эшмәкәрлеген ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу буйынса яңы формаларҙы, иң яҡшы тәжрибәләрҙе һәм инновацион педагогик тәжрибәне асыҡлау һәм таратыу маҡсатында 26 ғинуарҙан 20 февралгә тиклем класс етәкселәренең “Иң яҡшы класс етәксеһе - 2026” республика һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы уҙғарылды. Шулай итеп, III урынға ҡаланың 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Наталья Скурлатова  һәм Сермән мәктәбе уҡытыусыһы Раушания Иҙрисова, II урынға ҡаланың 17-се гимназияһы уҡытыусыһы Полина Попытаева һәм I урынға 18-се мәктәп уҡытыусыһы Ксения Бузорина сыҡты.

Конкурстың төп номинацияһы - “Йыл уҡытыусыһы - 2026”ла  Ишле мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Татьяна Мөхәмәҙиева, Үҙән мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Лилия  Соколова ҡатнашыусы дипломы, ҡаланың 13-сө мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Марина Куликова - II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. “Йыл уҡытыусыһы” исеменә ҡаланың 20-се мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Мария Хәкимова лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

Сара һуңында мәғариф идаралығы начальнигы Ильмира Рафаэль ҡыҙы конкурсты юғары кимәлдә, ҙур ойошҡанлыҡ менән үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн  ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт, 14-се, 17-се гимназиялары,  ҡаланың 20-се, 21-се мәктәптәре, Мәктәптән тыш эштәр үҙәге, Йәш натуралистар станцияһы, ҡаланың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы, Үҙән мәктәбе, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының район-ҡала ойошмаһы администрацияһына һәм коллективына; “Металлург” туҡланыу идаралығының генераль директоры Василий Савчукка, “ОптТорг” директоры Гүзәл Исаковаға, шәхси эшҡыуарҙар - Николай Аверьянов һәм Олег Симановҡа, “Металлург” стадионы директоры Вадим  Кадраевҡа, "Сбербанк" асыҡ акционерҙар йәмғиәте менеджеры Светлана Чулюкинаға, “УралСиб” банкының ҡалалағы етәксеһе Татьяна Ващукка, “Гүзәл” туҡымалар салоны директоры Гүзәл Мостафинаға мәғариф идаралығының  Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

“Йыл уҡытыусыһы” конкурсы белем биреү процесын үҫтереүҙә һәм педагогтарҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итеүҙә мөһим роль уйнай. Ул һәләтле уҡытыусыларҙы асыҡлауға, квалификация кимәлен күтәреүгә һәм алдынғы уҡытыу ысулдарын популярлаштырыуға булышлыҡ итә, һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уята һәм мәғариф өлкәһендәге проблемаларға һәм ҡаҙаныштарға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итә. Быйылғы конкурста ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәренең һөнәри һәм шәхси сифаттарын байытҡан баһалап бөткөһөҙ тәжрибә тупланы, иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлашты һәм педагогик оҫталыҡтың яңы офоҡтарын аса алды.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас