

Башланғыс мәктәп 1926 йылда эш башлай. Әммә архив мәғлүмәттәре буйынса ул 1913 йылда мосолмандар мәктәбе булараҡ асылған һәм унда төрлө йәштәге балалар уҡыған.
Бөйөк үҙгәрештәр йылдары артта ҡалып, ил яңы тормош төҙөгәндә, наҙанлыҡты бөтөрөү өсөн көрәш тәүге урында тора. Парта артына балалар ғына түгел, өлкән йәштәгеләр ҙә белем көҫәү өсөн ултыра. Ул заман уҡытыусыларын ысын мәғәнәһендә герой тип атарға була. Электр уты булмағас, шәм һәм кәрәсин лампаларын яндырып, ҡулдан яҙылған дәреслектәр аша улар хәрефтәрҙе танырға, уҡырға һәм яҙырға өйрәтә. Тик барыһы ла ыңғай ғына бармай, 1941 йылдың тыныс таңын дәһшәтле һуғыш һыҙып ташлай, киләсәккә булған өмөттәрҙе селпәрәмә килтерә. Мәктәп уҡытыусылары, өлкән класс уҡыусылары, китап-дәфтәрҙәрен ҡоралға алмаштырып, фронтҡа, илен фашистарҙан һаҡларға китә. Һуғыш йылдарының ауырлыҡтарына, аслыҡҡа ҡарамай, мәктәп үҙ эшен дауам итә. Өҫ-башҡа, аяҡҡа кейергә кейем, яҙырға дәфтәр-ҡәләмдәр булмаһа ла, һыуыҡ, өшәнес кластарҙа һәр кем белем алырға тырыша. Улар ҡоромдо ебетеп, ҡара яһайҙар, гәзит ситтәрен дәфтәр итеп ҡулланалар. Ул йылдарҙа уҡытыусыларҙан Вәсилә Шаһап ҡыҙы Йәрмөхәмәтова ғына тороп ҡала. Ул бар көсөн уҡытыусылыҡҡа бирә, ҡышҡы сатнама һыуыҡта хатта балаларҙы өйөнә алып ҡайтып уҡыта. Биби әбей иһә мәктәптә ут яғыусы булып эшләй.
Һуғыштан яраланып ҡайтып, тәүге көндән мәктәпкә эшкә килгән Әликбай Йосопов, Йомабай Абзалов, Муллаян Ғәлиев, Ғоморҙаҡ Асҡаровтың исемдәре мәктәптең тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылып ҡуйылған.
1927 йылдың 6 ноябрендә мәктәптә тәүге пионер ойошмаһы барлыҡҡа килә. Тантаналы линейкала мәктәп директоры Ғ. Хәйеров пионер ойошмаһының тарихы менән таныштыра, мәктәптең тәүге пионер сафына алынған уҡыусылары - Әлипбай Йосопов, Мостафа Түләбаев, Исрафил Тайыпов, Имаметдин Кәримов, Ильяс Иҙрисов, Зәйнетдин Сәмсетдинов, Тәнзилә Исламова, Мәрйәм Хәлилованы ҡотлай. Тәүге пионер ойошмаһы Надежда Крупская исемен йөрөтә. Ғ. Карнаев ойошма рәйесе, Имаметдин Кәримов һәм Әлипбай Йосопов беренсе һәм икенсе звено башлығы итеп һайлана. Пионер ойошмаһы “Ауылда наҙанлыҡты бөтөрөү” девизы аҫтында эшләй. Пионерҙар үҙҙәре ҡыҙыл сепрәктән теккән галстуктарын бер ҡасан да һалмай, ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтә.
1928 йылда мәктәптә комсомол ойошмаһы булдырыла. Комсорг итеп С. Мәжитов тәғәйенләнә. Тәүгеләрҙән булып Х. Йосопов, Б. Абзалов, Г. Шәрипов һәм башҡалар комсомолға инәләр. Ойошманың етәксеһе итеп Хәтип Йосопов һайлана. Комсомолға ингән егеттәрҙе ауыл ҡарттары “Ҡыҙыл коммунарҙар” тип йөрөтә.
Йылдар үтә бара уҡыусыларҙың һаны ла ярайһы арта. 1939-1949 йылдарҙа мәктәп ете йыллыҡ була, унан һуң (1960 йылға тиклем) һигеҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелә. 1967-1968 йылғы сығарылыш класс уҡыусылары ун йыллыҡ мәктәптең тәүге уҡыусылары булып тарихҡа инә.
Мәктәптең үҫеш нәтижәһен һәм оло данға эйә булыуында уның етәкселәре ҙур роль уйнай. 1943-1971 йылдарҙа мәктәп директоры булып Муллаян Ғәле улы Ғәлиев эшләй. Ул етәкселек иткән осорҙа мәктәптә урта белем бирә башлауға өлгәшелә, яңы көслө кадрҙар туплана.
1953-1954 йылдарҙа мәктәп янында күрше ауыл балалары өсөн интернат төҙөлә. Балаларға күңел йылыһын биреп, тәмле аштары менән һыйлаған Факиһа Шаһиморат ҡыҙы һәм Мәлихә Фәхретдин ҡыҙын тәрбиәләнеүселәре әле лә онотмай, оло хөрмәт менән иҫкә ала.
1962 йылда педагогик уҡыу йортон тамамлаған бер төркөм йәштәр йүнәлтмә буйынса Асы мәктәбенә эшкә килә. Тәүге хеҙмәт юлын тыуған мәктәбендә башлаған ветеран-уҡытыусылар - Ҡадир Исламов, Яһау Саматов, Люциә Фәйзрахман ҡыҙы Нурмөхәмәтова, Зәкиә Хаҙи ҡыҙы Түләбаева, Клара Әликбай ҡыҙы Йосопова, Ким Әлипбай улы Йосопов, Илсур Хәтип улы Йосопов, Сәғиҙә Арыҫлан ҡыҙы Ситдиҡова (Арыҫланова), Радик Фәйзрахман улы Иҡсанов оло хөрмәткә лайыҡ.
1968 йылда тағы ла бер мәктәп бинаһы төҙөлә һәм йәнә 5 уҡыу класы, директор, пионер бүлмәләре асыла.
Бер быуат эсендә мәктәпкә дәртле, көслө, талапсан директорҙар етәкселек итә. Долорис Ғүмәр улы Хафизов, Айытбай Ғүмәр улы Йомадилов, Хәлит Ишбирҙе улы Ғарипов, Казбек Муллаян улы Ғәлиев, Марат Йомабай улы Абзалов, Рәшит Ғәле улы Ноғоманов, Руслан Казбек улы Ғәлиев, Лира Кашаф ҡыҙы Сәлимйәнова, Илнур Илгиз улы Мөхәмәҙиев мәктәпте үҫтереүҙә, нығытыуҙа, күтәреүҙә фиҙаҡәр хеҙмәт итә.
1999 йылда яңы бина үҙ ишектәрен аса. 2024 йылдан башлап мәктәп директоры булып Йәмил Насретдин улы Саҙретдинов эшләй. Бөгөнгө көндә мәктәп барлыҡ заман талаптарына тап килә.
Әлеге көндә балаларға 13 уҡытыусы белем бирә, шуларҙың 8-ҙе юғары, 3-әүһе беренсе категорияға эйә. Мәктәптә 104 уҡыусы иҫәпләнә. Балалар бында фән нигеҙҙәрен генә өйрәнеп ҡалмай, һәр яҡлап һәләттәрен үҫтерә. Мәктәп уҡыусылары район, республика, Рәсәй кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып, еңеү яулай. Балалар медиаүҙәктә, спорт секцияларында, ирекмәндәр, йәш юл һаҡсылары хәрәкәттәрендә, эҙләнеү-тикшеренеү эштәре йүнәлеше буйынса әүҙем эш алып баралар.
Юбилей сараһы
Асы мәктәбен 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотларға республиканың төрлө төбәктәренән, район-ҡаланан ҡунаҡтар, педагогик хеҙмәт ветерандары, төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары йыйылды.
Ҡотлау һүҙҙәре менән мәғариф идаралығы начальнигы Ильмира Копытова, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының дөйөм эштәр буйынса проректоры, география фәндәре кандидаты Флүр Шаһисолтанов, Асы мәктәбенең элекке уҡыусыһы, ғалим, филология фәндәре кандидаты, республиканың Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Почетлы кинематографист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, райондың Өфөләге “Артыш” яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рәйес Исмәғилев, Асы ауыл хакимиәте башлығы Фәйзүнә Әбдрәшитова, мәктәп директоры Йәмил Саҙретдинов, Өфө ҡунағы, мәктәптең элекке уҡыусыһы Әмир Харрасов, ветеран-уҡытыусылар, төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, мәктәп директорҙары һәм башҡалар сығыш яһаны. Зөлфиә Басир ҡыҙы мәғариф өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бер төркөм уҡытыусыларҙы район хакимиәте башлығы Азат Хәкимовтың Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Артабан сәхнә түренә намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялда булған ветеран-уҡытыусылар - Мәҙинә Абзалова, Вәсилә Шәрипова, Рәсимә Хафизова, Зифа Искәндәрова, Люциә Нурмөхәмәтова, Зәкиә Түләбаева, Рәсимә Латыпова, Зилә Ғәббәсова, Мөниә Айҙарова, Әлфиә Ғарипова, Гөлгөнә Харрасова, Әлиә Ғәниева, Әҡсән Хәмзин, Фәйзүнә Әбдрәшитова саҡырылды.
Байрамда ғүмерҙәренең ҙур өлөшөн мәктәпкә, йәш быуынға белем биреүгә арнаған, хеҙмәт юлында тиҫтәләгән Маҡтау грамоталары, “Халыҡ мәғарифы отличнигы” исеменә лайыҡ булған ветеран-уҡытыусылар - Әлипбай Йосопов, Йомабай Абзалов, Ғоморҙаҡ Асҡаров, Мәҙинә һәм Марат Абзаловтар, Фәнүзә һәм Нурғәле Ғариповтар, Хәтижә һәм Муллаян Ғәлиевтәр, Шәкир Харрасов, Рәхимә Йосопова, Илсур Йосопов, Рәсимә һәм Долорис Хафизовтар, Мөҙәрис Түләбаев, Айытбай Йомадилов, Сания һәм Хәлит Ғариповтар, Хәлим Шәйхитдинов, Әхиәр Саҙретдинов, Насретдин Саҙретдинов, Наталья һәм Казбек Ғәлиевтәр, Гөлгөнә Харрасова, Әминә Сафина, Вәсилә Шәрипова, Мәстүрә Ғарипова, Сәҙретдин Абзаловты, шулай уҡ мәктәп эшләһен, йәшәһен өсөн тырышлыҡ һалған Биби, Латифа, Тәғзимә, Зөһрә, Рәсимә, Фәүзиә, Фатима, Әфинә, Әлфинә, Зилә, Йомабикә инәйҙәрҙе, Дамир, Шәриф, Ғилфан бабайҙарҙы оло ихтирам менән иҫкә алдылар.
Мәктәптең элекке уҡыусылары, бөгөнгө көндә төрлө өлкәлә эшләгән һәм маҡтаулы исемдәргә эйә булған - Флүр Сибәғәтов, Даян, Марат Сәлимйәновтар, Әнисә Шәрипова, Әлисә һәм Әнфисә Вәлиевалар, Рәшиҙә Илтенбаева, Вадим, Айрат Абзаловтар, Венер, Илдар Йосоповтар, Әлтәф Түләбаев, Вәғиз Асҡаров, Рәмилә Түләбаева, Йәмилә Сәлимйәнова, Зифа Яҡупова, Фәриҙә Ноғоманова, Рәсимә Ғайсарова, Рәйсә Ғарипова, Шәүрә Мостафина, Буранбай Ғарипов, Динис, Руслан Ғәлиевтәр, Әмир Харрасов, Байегет Мөхәрләмов, Рәмзиә Ҡаһарманова, Рәғиҙә Әбдрәшитова, Әмир Харрасов, Сәүиә Сәлимйәнова (Фәйрүзова) менән ғорурланыуҙарын белдерҙеләр. Шулай уҡ мәктәп тарихында оло эҙ ҡалдырған Насир Әлибаев һәм Айытбай Йомадиловҡа оло рәхмәт әйтелде.
Сарала бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла булған батыр йөрәкле элекке уҡыусылары хаҡында ла онотманылар, улар менән ғорурланыуҙарын белдерҙеләр һәм иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнеләр. Һуңынан тыныс таңдарыбыҙ, имен көндәребеҙ хаҡына йәндәрен фиҙа ҡылғандарҙы иҫләп, бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Был көндө мәктәптә тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға булды - IX класты тамамлаған уҡыусыларға тантаналы шарттарҙа аттестаттар тапшырылды, уларға изге теләктәр әйтелде.
Байрамды мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары, Асы ауыл мәҙәниәт йортоноң “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбле, Фәриҙә Ноғоманова, “Асы” шифаханаһы хеҙмәткәре Миңлегөл Дилмөхәмәтова башҡарыуындағы музыкаль номерҙар, төрлө йылдарҙа тамамлаған сығарылыш уҡыусыларының үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары биҙәне.
Байрам сараһын Асы мәктәбе уҡытыусыһы, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Шәүрә Ғарипова һәм мәктәптең элекке сығарылыш класс уҡыусыһы, Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры актеры Байегет Мөхәрләмов алып барҙы.
- Күп йылдар дауамында мәктәбебеҙҙең үткәне тураһында мәғлүмәттәр тупланым, ауылдаштарҙан, элекке уҡыусыларҙан, уҡытыусыларҙан тарихи фотоларҙы йыйҙым. Уҙған йыл ошо фотоларға һәм тарихи мәғлүмәттәргә таянып, бәләкәй генә булһа ла мәктәп музейын асып ебәрҙек, әле уны тулыландырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Фотоларҙан мәктәп коридорына стендтар эшләнек, уларҙы матур итеп альбомдарға урынлаштырҙыҡ. Әйткәндәй, фотоларҙы уҡыусылар менән эҙләнеү-тикшеренеү эштәрендә лә ҡулланабыҙ.
Мәктәптең юбилейына әҙерләнгәндә һәм сценарий яҙғанда нәҡ ошо фотоларға таянып эш иттем, элекке уҡытыусыларҙың исемдәрен асыҡланым. Ҡыҙғанысҡа күрә, әле исем-шәрифтәре билдәле булмағандар ҙа бар.
Юбилейға килгәндә, ул бик матур итеп, шаулап-гөрләп уҙып китте. Йылдар буйы күрешмәгән класташтар, ауылдаштар бер-береһе менән осрашып ҡыуанышты ла, шатлыҡтан илашты ла... Байрамыбыҙҙы үткәреүҙә ярҙам иткән һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә лә иҫәнлектә, именлектә генә осрашырға яҙһын! - ти Шәүрә Исрафил ҡыҙы.
100 йыллыҡ тарихҡа эйә мәктәп юбилейы бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Эйе, йөҙ йыл эсендә мәктәп ваҡыт һынауын үткән, ул ауыл тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө һәм меңәрләгән кешенең яҙмышы булып тора. Уның стеналары бында уҡыған һәр баланың тауышын хәтерләй, ә парталар төрлө быуындарҙың йылыһын һаҡлай. Бөгөнгө көндә лә мәктәп коллективы киләсәккә оптимизм һәм ышаныс менән ҡарай, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү һәм белем биреү буйынса үҙенең изге эшен дауам итә.