- Беҙгә яңы уҡыу йылына Белорет районы һәм ҡалаһынан, Әбйәлил, Учалы, Бөрйән райондарынан 300 бала уҡырға киләсәк. Беҙҙең төп маҡсат - уларҙы үҙаллы тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү. Ошо йәһәттән профилле кластар булдырҙыҡ. VII-VIII кластарҙа (икешәр класс) быйылғы йылдан аграр класс асабыҙ. Улар эксперименттар майҙансығында сәскәләр, йәшелсәләр сәсәсәк, ҡыуаҡтар ултыртасаҡ һәм уларҙы тәрбиәләргә өйрәнәсәк. Шулай уҡ беҙҙә V, VI һәм IX кластар Шайморатов класы булып иҫәпләнә. Бында актив, уҡыуҙа һәм спортта тырыш уҡыусылар белем ала. Уҙған уҡыу йылында улар республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа булып, ҡыуанып ҡайттылар. Яңы уҡыу йылында ла был осрашыуға барырға иҫәп тотабыҙ.
Беҙҙә бик күп түңәрәктәр эшләй - хеҙмәт түңәрәгендә ҡыҙҙар теген машинаһында тегергә, бәйләргә, сигергә өйрәнәләр. Бейеү түңәрәге, спорт секцияһына ла балалар теләп йөрөй. Драма түңәрәгендә йөрөгән ҡыҙҙар һәм малайҙар (етәкселәре Миңзәлә Миңлеғәлиева) муниципаль кимәлдәге “Урал батыр” конкурсында I урын яулап, Әбйәлил районында үткән зона ярышында ҡатнаштылар һәм III урын менән баһаландылар.
Ике йыл эсендә беҙ ата-әсәләр менән берлектә дөйөм ятаҡҡа, ашханала, лицейҙа тулыһынса косметик ремонт эшләнек. Ятаҡтың ике баҫҡыс зонаһы капиталь ремонтланды, мебелдәр, балаҫтар, түшәк кәрәк-ярағы һатып алдыҡ.
Лицейҙың беренсе ҡатында башланғыс кластар уҡый. Мәктәптең икенсе ҡатында беҙҙең элекке уҡыусыбыҙ - Фәйзрахман Исмәғилевтең һәм Белорет районы рәссамдарының эштәренән торған картиналар галереяһы ҡуйылған, шулай уҡ ҡасандыр ошонда уҡып, хәҙер юғары дәрәжәгә эйә булған, уңыштарға ирешкән билдәле яҡташтарыбыҙ һәм белем усағының уңыштары тураһында мәғлүмәттәр урынлашҡан.
Өсөнсө ҡат Башҡортостанға, рәссамдарға, яҙыусыларға, Урал батыр темаһына арналған. Уҡыу йортоноң башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына яҡташыбыҙ, башҡорт шағирәһе, һәләтле публицист, билдәле прозаик, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре, ошо мәктәптә китапханасы булып эшләп киткән Гүзәл Ситдиҡованың исеме бирелде. Беҙ уның исеме менән йөрөтөлгән кабинетты матур итеп тотабыҙ, уның менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Дәрестән һуң кабинетта “Сатҡылар” әҙәби түңәрәге эшләй, уҡыусылар ижад эштәре менән шѳғѳлләнә, гәзит сығара, балалар ѳсѳн сыҡҡан милли матбуғат менән таныша һәм башҡа төрлө саралар үткәрелә.
Әлеге көндә рәссам, дизайнер, яҙыусы, Нижневартовск дәүләт университетының профессоры Рамазан Шәйхуловтың кабинетын тулыландырыу өҫтөндәбеҙ. Рамазан Нурислам улы “Аҡ далалар” китабы буйынса балалар араһында конкурс иғлан иткәйне, линейкаға үҙе килеп, иң яҡшы инша яҙыусыларҙы шәхсән бүләкләп китте. Ғөмүмән алғанда, беҙ лицейҙың элекке уҡыусылары менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Әле яңыраҡ ҡына махсус хәрби операция ветераны, Батырлыҡ ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы кавалеры Оскар Ситдиҡов килде. Әйткәндәй, ул беҙҙең капиталь ремонт менән бәйле мәсьәләләр менән шөғөлләнә.
Беҙ Башҡорт дәүләт аграр, Өфө дәүләт нефть техник, Башҡорт дәүләт медицина университеттары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Юғары класс уҡыусылары йәйге каникул мәлдәрендә ошо уҡыу йорттарында белемдәрен нығытты.
Төп ярҙамсыларым - уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫарҙары Зилә Кинйәбаева һәм Юлиә Ғазина, фәнни эштәр буйынса урынбаҫарым Ләйсән Йомағужина, тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫарым Илүзә Хәлилова, өлкән тәрбиәсе Фидания Туғанова бик тырыш, ниндәй генә яңы идея тәҡдим итһәң дә, күтәреп алалар, беҙ улар менән бик күп эштәр эшләнек тип әйтә алам. Ата-әсәләр менән бәйләнеште яйға һалыуҙа Фидания Тимерхан ҡыҙының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ремонт эштәрендә йәй буйы беҙгә ата-әсәләр ярҙам итте, уҡытыусылар иһә иртәнән кискә тиклем тырышып эшләне. Хөсәйен ауылы эшҡыуары Ришат Мөхәмәтйәров биләмәне кәртәләү өсөн штакетниктар, мәктәптең элекке уҡыусыһы Наил Әхмәтшин аҡ шыршылар менән тәьмин итте.
Фәнни эштәр буйынса урынбаҫар Ләйсән Рәшит ҡыҙы уҙған йылда “Сәләмәт йәшәү рәүеше территорияһы” Бөтә Рәсәй конкурсына ата-әсәләр менән проект төҙөп ебәрҙе һәм беҙ еңеп сығып, лицей-интернат ихатаһында заманса спорт-уйын майҙансығын астыҡ.
Быйыл мәктәп музейын булдырҙыҡ. Музейға килеүселәрҙе боронғо парта артында алъяпҡыслы уҡыусы “ҡыҙ” ҡаршы ала. Бында Белоретҡа, лицейҙың элекке һәм хәҙерге уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә, махсус хәрби операцияла һәләк булған элекке уҡыусыларына арналған мөйөштәр бар. Бер стенала боронғо көнкүреш әйберҙәре, эш ҡоралдары, һауыт-һабалар һәм башҡалар урынлашҡан.
Милли проект программаһы буйынса (яҡынса 1 млн 600 мең һумға) физика, рәсем, хеҙмәт, хәрби әҙерлек кабинеттарына бик күп ҡорамалдар килде. Рәсем кабинетын тулыһынса йыһазландырҙыҡ, ҡыҙҙарға хеҙмәт дәресенә теген машиналары, өҫтәлдәр, һауыт-һабалар алдыҡ. Спорт залын да быйыл тулыһынса ремотланыҡ һәм саңғылар, туристик слет өсөн кәрәк-яраҡ һатып алдыҡ. Физик культура уҡытыусыһы Рәил Әхмәҙин балаларҙы физик яҡтан яҡшы әҙерләй, уҡыусыларыбыҙ футбол, волейбол, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа еңеүҙәр яулайҙар.
Беҙҙең коллективта төплө белемле, һәр баланы берҙәй күреп белем биргән, үҙ эшенең оҫтаһы булған 56 уҡытыусы һәм тәрбиәсе иҫәпләнә. Төп предметтарҙан - математиканан белем биргән Гөлнара Нуритдинова, Мәйсәрә Разманғолова, Әлфирә Фәйзулина, рус теленән уҡытҡан Зилә Кинйәбаева һәм Юлиә Ғазиналар бик көслө уҡытыусылар. Улар Берҙәм дәүләт имтихандарында уҡыусылар юғары балдар йыйһын өсөн йыл дауамында консультациялар, өҫтәмә дәрестәр үткәрәләр. Уҙған уҡыу йылында 20 уҡыусы XI класты тамамлаһа, шуларҙың 19-ның юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе педагогик коллективтың ауыр һәм яуаплы эшенә юғары баһа булып тора.
Әлбиттә, ауылдан килгән балаларҙы беҙгә тәү сиратта лицей-интернатҡа яраҡлаштырыу шарт. Был йәһәттән социаль педагог Зарина Резбаева һәм психолог Гөлнара Кәбирова бик яҡшы эшләй.
Лицейға йыл дауамында бик күп ҡунаҡтар, дәрәжәле етәкселәр килә, шуға күрә беҙҙә бик күп кисәләр, осрашыуҙар үтә. Мәҫәлән, уҙған уҡыу йылында Оскар Эхтибар улы Мәскәү эшҡыуарҙары менән килеп, спорт инвентарҙары бүләк итеп кенә ҡалманы, балалар менән футбол уйнап, уларға матур, иҫтәлекле ял да ойошторҙолар.
Лицей-интернат тиҙҙән полилингваль статусҡа эйә буласаҡ. Быға әҙерлек башланған да инде, алда беҙҙе модернизациялау һәм төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр көтә. Пландар бик күп, улар етәкселәр һәм берҙәм, эшһөйәр коллективыбыҙ тарафынан тормошҡа ашырылыр, тип ышанам. Был ваҡиға яңы ҡаҙаныштар өсөн иҫәп нөктәһе булһын!
Барлыҡ коллективымды яҡынлашып килгән Белем байрамы менән ҡотлайым. Уларҙың киләһе уҡыу йылында ижади уңыштарға, тәрбиә эшендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшерҙәренә ышанып ҡалам, - тине Нурия Мәүлийән ҡыҙы.