

Ғүмеренең күп өлөшөн балалар менән эшләүгә биргән тәрбиәсе апайҙарының йүгереп килеп ингән өс йәше лә тулмаған Мәликә һәм башҡа бәләкәстәрҙе ҡаршы алырға торғанында, арҡаһы төҙәйеп, күҙҙәре балҡып китә хатта. Улар ҙа тура уға килеп һыйына шул. Бала өсөн, ошо утыҙ алты йыл эсендәге тиҫтәләгән башҡа малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн кеүек үк, әле һаман да ябай ғына - апай. Ошо ваҡыт эсендә бер нисә мөдир алышынып, бинала әллә күпме ремонт эшләнелде, совет уйынсыҡтары урынына яңылары барлыҡҡа килде. Ләкин әле һаман да бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала: һәр иртә сәғәт һигеҙҙә Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы балаларҙы ишек төбөнән үк ҡаршы ала. Ошо тиҫтә йылдар эсендә бында, ваҡытында үҙҙәренең тәүге һүрәттәрен, пластилиндан әүәләгән һындарын алып килгән балаларҙың үҙҙәренеке үҫте. Хәҙер улар балаларын уға килтерә һәм ҡәҙерлеләрен ышанып тапшыра. Бына бөгөн дә ул тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың атай-әсәйҙәре, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре менән тәбиғәткә сыҡты, рәхәтләнеп төрлө уйындар уйнанылар, аралаштылар, йыр-бейеүгә, уйын-көлкөгә лә урын табылды.
Шығай ауылынан Фәсхетдиновтарҙың ишле ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫкән ҡыҙ ауыл мәктәбендә башланғыс класты тамамлағандан һуң үҙ теләге менән Белорет ҡала лицей-интернатына уҡырға инә. Ғүмерен медицинаға бәйләргә теләһә лә, Үткәлдән бергә уҡыған иптәш ҡыҙының Таланты - балаларҙы яратыуҙа Белорет педагогия училищеһына документтарҙы бергә тапшырыу тәҡдиме, бер тына ла яҙмышын үҙгәртә лә ҡуя. Шулай итеп ҡыҙҙар педагогия училищеһының мәктәпкәсә белем биреү бүлегенә документтарын алып барып тапшыра һәм имтихандарҙы уңышлы үтеп, махсус уҡыу йорто студенты булып китә.
- Медицинаға ҡарағанда балалар менән эшләү нығыраҡ оҡшағандыр күрәһең. Улайһа, иптәш ҡыҙымдың өгөтөнә бирелмәҫ инем. Ғүмеремде педагогия өлкәһенә биргәнемә бер ҙә үкенмәйем. Бәләкәйҙән балаларҙы яраттым, ғаиләбеҙ ҙә ишле булды. Ҡул араһына ингәс, ҡустыларҙы ла, апайымдың балаларын ҡараштым, - ти Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы.
Махсус уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес тыуған ауылындағы балалар баҡсаһына музыкаль хеҙмәткәр булып эшкә ҡайта, уҡыу йортоноң һуңғы курсында уҡығанында ауылдашы Ғаян Шакирйән улы менән тормош ҡороп та ебәрәләр.
- Музыкаль етәксе булып ете йыл эшләнем, баҡса мөдире вазифаһын да башҡарырға, тәрбиәсене лә алыштырырға тура килде. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, балалар баҡсаһы ауыл мәктәбеҡарамағына күсерелде. Бер нисәйыл мәктәп директоры НәҙерғәлеАҫылғужин ҡулы аҫтында эшләнек, етәксебеҙ һәр ваҡыт ярҙамитергә тырышты. Ул мәлдәрҙә балалар ҙа күп булды, төрлө йәштәге төркөм менән эшләнек. Бөгөн Шығайҙың “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы - Сермән мәктәпкәсәбелем биреү учреждениеһының филиалы. Сермән балалар баҡсаһының элекке мөдире Сажидә Низаметдинованың, бөгөнгөетәксеһе Айгөл Ғибәҙуллинаның,өлкән тәрбиәсе Айгөл Низаметдинованың кәңәштәре, ярҙамы һәрваҡыт урынлы һәм кәрәкле, - тихәҙер инде ярайһы уҡ тәжрибә туплаған тәрбиәсе.
Тәрбиәсе эше - һөйөү, сабырлыҡ, көс талап иткән көндәлекхеҙмәт. Балаға икенсе әсәй ҙә, дуҫта, остаз да булырға кәрәк. Һәрбаланың үтенесен иғтибар менәнтыңлай, дөрөҫ яуап бирә белеүмөһим. Владимир Сухомлинскийҙың, балаларға ысын тәрбиәсе булыу өсөн уларға йөрәгеңде бирергә кәрәк, тигән хаҡ һүҙҙәре бар.Ошо йылдар дауамында Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы мәктәпкә әҙерләй,хәрефтәр менән һандарға, яманданяҡшыны айырырға өйрәтә. Унда хеҙмәт һөйөүсәнлек, һөнәренә һәмбалаларға булған һөйөү, педагогик оҫталығын камиллаштырыуғаынтылыш берләшкән. Хеҙмәт характеристикаһында ла бит заманталаптарына ярашлы эшләй, уҡытыу формаларын һәм алымдарынкамил белә, төрлө эш алымдарынҡуллана, тигән яҙыу бар. Документтың был юлдары артында -балаларға һөйөү, уларға белем һәмизгелек өләшеү теләге, дәрестәрҙеҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итепүткәреү.
- Һәр бала үҙенсәлекле, - типбилдәләй тәрбиәсе. - Ул балалар баҡсаһына үҙ холҡо, кәйефе,үҫеш үҙенсәлектәре менән килә.Бурысым - һәр балаға асҡыс табыу, уның кәйефен тойоу, ихтыяждарын аңлау һәм кәрәкле мәлдәтерәк булыу.
Эшләгән йылдарында ул тәрбиә биреүҙең төп ҡағиҙәһен аңланы: балалар менән ихлас һәм хөрмәт менән һөйләшеү мөһим. Ҡысҡырыу мәсьәләне хәл итмәй, ә бары тик балала ышанысһыҙлыҡ тыуҙыра. Ул төркөмөндә булған һәр бала менән ғорурлана, һәр береһен йылылыҡ менән иҫкә ала.
Уның тормошо балалар баҡсаһы стенаһынан ситтә лә балалар менән тығыҙ бәйле. Рәмилә һәм Ғаян Вәлиәхмәтовтар бер ҡыҙға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары Гөлсибәр бөгөнгө көндә Баймаҡ ҡалаһында прокурор ярҙамсыһы булып уңышлы эшләп йөрөй. Ә күңел ҡыуанысы һәм йыуанысы - ейәндәре Арсен. Ул да хәҙер дүртенсе класс уҡыусыһы. Рәмилә Вәлиәхмәтова һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн мәғариф идаралығының, район Советының һәм район хакимиәтенең Почёт грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Быйыл уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә лә тырыш тәрбиәсе район хакимиәте башлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Ошо түгелме һуң тәрбиәсенең эшенә баһа! Үҙе лә, тәрбиәләнеүселәре лә район кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашырға тырыша. Һәм бушҡа түгел. Лайыҡлы һөҙөмтәләргә лә өлгәшелгән. Былтыр Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы ла “Милли байрамдарҙың сценарийҙары” муниципаль конкурсында ҡатнашып, мәктәпкәсә белем учреждениелары тәрбиәселәре араһында I урынға лайыҡ булды.
- Бер-береңде аңлаған, тырыш коллегаларың, ныҡлы тылың булмаһа бындай уңыштарға өлгәшеп тә булмай. Был йәһәттән тормош иптәшемдән уңдым. Эш буйынса һәр бер Таланты - балаларҙы яратыуҙа үтенесемде үтәй, һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Тәрбиәсе ярҙамсыһы Венера Мырҙабаева, ашнаҡсы Рәйхана Мостафина, эшселәр Ғәлимйән Мусин һәм Юлай Зариповтар менән йылдар дауамында тырышып эшләйбеҙ, - ти тәрбиәсе.
27 сентябрь - тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө. Һөнәри байрамдарында ныҡлы һаулыҡ, изгелек һәм иң яҡты теләктәрҙе юллайбыҙ, эшегеҙ һеҙгә тик ҡыуаныс ҡына килтерһен, балалар тыңлаусан, ә ата-әсәләр иһә рәхмәтле булһындар!
Наил ШАКИРОВ фотолары