

Таҡталағы аҡбур эҙе, коридорҙағы шау-шыу, имтихандарҙағы тынлыҡ, тәүге ҡыңғырау сыңы... Күптәребеҙ өсөн был тик мәктәп хәтирәләренән өҙөктәр генә. Ҡаланың 8-се мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Әнисә ДӘҮЛӘТКИРӘЕВА өсөн ул - көн һайын һулаған һауа. Уның иңендә 22 йыл педагогик стаж, йөҙәрләгән тикшерелгән дәфтәр һәм балаларҙың меңәрләгән “Ни өсөн?” һорауы ята. Әнисә Абдрахман ҡыҙы Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылы ҡыҙы. Урта мәктәптең IX класын тамамлағас, Белорет педагогия колледжының (хәҙерге күп профилле һөнәри колледж) “Башланғыс кластар уҡытыусыһы” бүлегенә уҡырға инә. - Уҡытыусы булыу хыялы бала саҡтан яралды. Ауыл мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән инәйем - Ғәйнизәр Абдулла ҡыҙы Уразбахтинаның уҡыусыларҙың дәфтәрҙәрен күтәреп ҡайтыуын, аҙаҡ уларҙы ҡыҙыл пасталы ручка менән тикшергәнен күҙәтеү уғата ҡыҙыҡ ине. Бер мәл хатта: “Инәй, минең дә тикшереп ҡарағым килә”, - тип рөхсәт һораным. Ул был теләгемә кире яуап бирҙе һәм бының тик уҡытыусы эше булыуын аңлатты. Тап шул саҡта үҫкәс уҡытыусы булам, тигән хыял күңелемдә яралды. Юғары кластарҙағы класс етәксебеҙ, математика уҡытыусыһы Рәшиҙә Ғиниәт ҡыҙы Хәлилова бөтәбеҙҙән дә уҡытыусы яһарға теләне. Башҡорт мәктәбендә уҡыған балаларҙы грамоталы итеп рус телендә һөйләшергә, яҙырға өйрәтте, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, эшләһәк тә ҡыйыу булырға, үҙе әйтмешләй, "шытырлатып" русса яуап бирергә өндәне. Уның профориентацион йүнәлештә эшләүе юҡҡа булманы, күбебеҙ уҡытыусы һөнәрен һайланы, - ти Әнисә Абдрахман ҡыҙы. Колледжды тамамлағас, Әнисә Дәүләткирәева Әбйәлил районында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Әммә биш йыл дауамында белем алған Белорет ҡалаһы үҙенә нығыраҡ тарта һәм ике йылдан Тимер юл мәктәбенә һөнәре буйынса эшкә урынлаша. 2002-2007 йылдарҙа ситтән тороп Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология бүлегендә уҡып сыҡҡас, өҫтәмә рәүештә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен дә уҡыта башлай. Мәктәптә рус теле уҡытыусыларына ҡытлыҡ башланғас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында әҙерлек курстарын үтә һәм рус теле дәрестәрен уҡытыуға күсә. - 17 йыл эшләп киткән Тимер юл ауылы мәктәбенә сикһеҙ рәхмәтлемен. Улар мине һөнәри кимәлдә үҫтерҙеләр, күтәрҙеләр, эшемдең нескәлектәренә төшөндөрҙөләр, белмәгәнемә өйрәттеләр, оло йәштәге уҡытыусылар тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар, кәрәк саҡта ярҙам да иттеләр. Башҡа белем биреү йорттарында ла эшләп ҡарау теләге менән Белорет педагогия колледжына эшкә күстем һәм өс йыл рус теле, рус телен уҡытыу методикаһы, балалар әҙәбиәте дәрестәрен алып барҙым, практика етәксеһе булдым. Шул осорҙа студенттар менән ҡаланың 8-се мәктәбенә практикаға йөрөй инек. Был мәктәптең ни тиклем матур, иркен, яҡшы йыһазландырылған булыуын күреү, ҡайтанан мәктәп уҡыусылары менән эшләү теләгемде көсәйтте генә. 8-се мәктәптә эшләүемә икенсе йыл. Быйыл шуҡ һәм шаян V кластарҙы етәкләйем. Улар менән яңыраҡ Йәш натуралистар станцияһына экскурсияға барып ҡайттыҡ. Балаларға был кескәй генә сәйәхәтебеҙ бик оҡшаны, хайуандарҙы ашаттылар ҙа, тотоп та, һыйпап та ҡаранылар, ҡоштарҙың “йырлағанына” хайран ҡалдылар. Тәүге уңышыбыҙ ҙа бар - Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған мәктәп йәрминкәһендә бишенселәр менән II урын яуланыҡ. Уҡыусыларым рус теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа актив ҡатнаша, район-ҡала призерҙары ла булдылар, - ти ул. Әнисә Абдрахман ҡыҙы кешенең һаулыҡ, белем, ижад менән бәйле өс шөғөлө булырға тейеш тип иҫәпләй. Буш ваҡытында, йәки күңел талап иткәндә шиғырҙар ҙа ижад итә, хикәйәләр ҙә яҙа. Балалар өсөн тәғәйенләнгән “Намыҫ менән осрашыу” исемле китабы ла донъя күргән. Өсөнсө шөғөлө - ынйылар менән ҡаҙамалар (брошь) эшләй башлауына күп тә түгел. Интернет селтәрендә оҫтала уларҙы күргәс, мин дә быларҙы эшләй алам бит тип, күңел биреп эшкә тотона. Тәүге эштәрен күргән таныштары шунда уҡ заказдар бирә башлай. Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетының “Тирә-яҡ дизайны” факультетын тамамлап, бөгөнгө көндә дизайнер булып эшләгән ҡыҙы Әлиә лә оҡшата уларҙы. Әйткәндәй, ул бала саҡтан картиналар яҙа, стеналарға һүрәттәр төшөрә, шиғырҙар ижад итә. Уҙған аҙнала “Аструм” ҡала баҙарында үткән “Ҡурай” кәсепселәр фестивалендә уның эштәрен ҙур теләк менән һатып алғандар, оҫтабикәләр менән дә танышҡан, тәжрибәләре менән уртаҡлашҡандар. “Яратам көҙ миҙгеленең Илаҡ ҡына саҡтарын. Тәүге ҡарҙың төшөр-төшмәҫ Ергә иреп аҡҡанын. Яратам көҙ миҙгеленең Саф алтындай саҡтарын. Ерҙе нурға, моңға күмгән Әбейҙәр сыуаҡтарын. Яратам көҙ миҙгеленең Үтә йомарт саҡтарын. Ашлыҡ, муллыҡ, йәшәү биргән Баҫыуҙар тауыштарын”, - тип яҙа уҡытыусы, шиғриәт һәм оҫталыҡ “ептәрен” бергә үргән, Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Әнисә Дәүләткирәева. Уҡытыусы һөнәре ювелир сәнғәтенә оҡшаш. Мәктәп “оҫтаханаһы”нда, көн һайын аҡылды һәм йөрәкте “шымартып”, Әнисә Абдрахман ҡыҙы төп биҙәүесте - шәхесте булдыра. Йылдар үткәс, был күҙгә күренмәгән биҙәүестәр табип ҡулының оҫталығында, судьяның намыҫлылығында йәки ғалимдың белемендә сағылыр.