Район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Нелля Польщикова, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район-ҡала ойошмаһы рәйесе Светлана Нестерова мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм юғары ведомство, муниципаль кимәлдәге наградаларҙы, премияларҙы тапшырҙы.
- Уҡытыусы булыу - эш кенә түгел, был хеҙмәт, һөнәр, изге миссия. Бөгөн уҡытыусы статусының дәүләт кимәлендә билдәләнеүе осраҡлы түгел. Быйыл уларға өҫтәмә ярҙам саралары тураһында Президент Указы ҡабул ителде, ул социаль-матди ярҙамдың һөнәри үҫештән алып, хоҡуҡи яҡлауға тиклем өҫтәмә сараларын билдәләй.
Хөрмәтле уҡытыусылар! Бөгөн беҙ балаларыбыҙ өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алғанығыҙ, уҡыусыларҙың йөрәгендә нур, белем усағын тоҡандырғанығыҙ, уларҙы яҡшы кешеләр булырға өйрәткәнегеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Йәш педагогтар менән баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашып, уларға һөнәренең нескәлектәрен төшөнөргә ярҙам иткән тармаҡ ветерандарына айырым рәхмәт.
Бөгөн яңы заман һәм уҡытыусы алдында яңы бурыстар тора. Тормошобоҙға мәғлүмәт технологиялары, яһалма зиһен инде. Һеҙҙең алдығыҙҙа уҡыусыларҙы был һанлы инструменттарҙы дөрөҫ, уйлап һәм һаҡ ҡулланырға өйрәтеү кеүек мөһим бурыстар тора.
Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап, һаулыҡ, именлек, яңынан-яңы үрҙәр яулауығыҙҙы, маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе теләйем, - тине Дилә Рәшит ҡыҙы һәм Тимер юл мәктәбе уҡытыусыһы Розалия Домнинаға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” күкрәк билдәһен, Туризм үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Алексей Харькинға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы.
Ҡаланың 17-се гимназияһы уҡытыусыһы Раушания Шаһиева, Ҡаһарман мәктәбе директоры Вадим Моратшин, 29-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Абрамова, 21-се мәктәп уҡытыусыһы Елена Козлова, Тирлән балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Анна Зайцева, 13-сө мәктәп уҡытыусыһы Сания Шәғәлиева “Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең Почетлы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеме менән нарыҡланды.
18-се мәктәп уҡытыусыһы Эльвира Фәтҡуллина, 14-се гимназия уҡытыусыһы Наталья Говоркова, Абҙаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Хәтижә Ғайсина (һүрәттә), 44-се балалар баҡсаһы мөдире Лилиә Фәйзуллина, “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Вәсилә Моратова, Инйәрҙең 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Шаһисолтанова, Ломовка балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алёна Шошина, 2-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Татьяна Желнина, Ишле мәктәбе директоры Ольга Елисеева, Үткәл мәктәбе уҡытыусыһы Нурсилә Йомағужина, ҡала лицей-интернаты уҡытыусыһы Ләйсән Йомағужина, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Зилә Миңгәрәева, Тирлән мәктәбенең уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Любовь Фомина, 20-се мәктәп уҡытыусыһы Светлана Галицкова, Егәҙе мәктәбе уҡытыусыһы Розалия Зарипова, Үҙән мәктәбе уҡытыусыһы Надежда Гридневская һәм Ломовка мәктәбе уҡытыусыһы Лариса Власова Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән наградланды.
Шулай уҡ Белорет районын үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө өсөн бер төркөм педагогтарға - Әлмира Мәхмүтова (17-се гимназия), Любовь Зубко (21-се мәктәп), Фәнил Әхмәҙиев (18-се мәктәп), Зинфира Төхвәтуллина (Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы), Елена Бетина (29-сы балалар баҡсаһы), Татьяна Ручкина (3-сө балалар баҡсаһы), Лира Мөхәмәҙиева (27-се балалар баҡсаһы), Анастасия Добрынина (5-се балалар баҡсаһы), Татьяна Кузнецова (Мәктәптән тыш эштәр үҙәге директоры), Юлия Сысоеваға (Йәш натуралистар станцияһы педагогы) район хакимиәте башлығының премияһы тапшырылды.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, мәғариф системаһын үҫтереүгә шәхси өлөш индергән уҡытыусылар район Советының, муниципаль район хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде, мәғариф хеҙмәткәрҙәре проф-
союзының район-ҡала профсоюзы ойошмаһының премиялары тапшырылды.
Был көндө Белорет районы мәғарифының тере тарихына әүерелгән педагогик хеҙмәт ветерандары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы, уларға сәскәләр һәм бүләктәр тапшырылды. Уҡытыусылыҡ эшендә яңы ғына үҙ юлын башлаған йәш белгестәргә Нелля Рәфҡәт ҡыҙы өгөт-нәсихәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе.
Байрам сараһын ҡала Мәҙәниәт һарайының “Гәлсәр” эстрада фольклор ансамбле, “Фантазеры” вокал студияһы, “Виват” ирҙәр капеллаһы, “Веснушки” бейеү студияһы, “Диалог” театр-студияһы сығыштары, Ольга Трифонова, Әмир Әхмәтйәнов, Ольга Сосновская башҡарыуындағы йырҙар биҙәне.