

"Ҡояшҡай" төркөмө балалары ҡатнашлығында үткән был матур байрам ысын мәғәнәһендә гүзәл Башҡортостаныбыҙға, моңло ҡурайыбыҙға дан йырлау булды. Балалар "Ҡурай" уйынын уйнанылар, "Уйна, ҡурай!" тигән йырлы бейеү башҡарҙылар, темаға ярашлы шиғырҙар ятланылар. Ҡурай хаҡындағы башҡорт халыҡ әкиәтенә нигеҙләнеп төшөрөлгән йәнһүрәт уларҙың күңеленә бигерәк тә хуш килде.
Был матур сарала атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаевтың һәм уның ейәне - беҙҙең 2024 йылғы сығарылыш тәрбиәләнеүсебеҙ Нурисламдың ҡатнашыуы байрамға айырыуса сағыу төҫ индерҙе. Аҡһаҡал олатайҙары балаларғабашҡорт халыҡының музыка ҡоралы - ҡурай тураһында шундай мауыҡтырғыс итеп һөйләне, балалар уны шундай ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йотлоғоп тыңланылар, һорауҙар бирҙеләр. Үлән ҡурай һәм башҡа материалдарҙан яһалған ҡурайҙарҙы үҙ ҡулдары менән тотоп ҡаранылар, ә инде олатай кеше ҡурайын алып оҙон көйҙө һыҙғыртып ебәргәс, хатта моң ҡайҙан сыға икән тип көпшәнең эсен дә ҡарап ҡуйырға онотманылар.
Иртәлек быуындар бәйләнешен, ололар тәрбиәһенең әһәмиәтен сағылдырыуы менән дә балалар өсөн фәһемле булды. Мөхәмәт Усман улы ейәне Нурисламды ла үҙ өлгөһөндә тәрбиәләүе менән оло ихтирамға лайыҡлы шәхес. Әле бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул да олатаһы кеүек ҡурайҙа оҫта уйнай, йырларға ла ярата. Төрлө йыр-моң конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулаған. Ҡаланың музыка мәктәбендә ҡурай класында шөғөлләнеүҙән тыш, спорт түңәрәктәренә лә йөрөргә өлгөрә икән сос малай. Ул да балаларға "Үткән ғүмер" тип аталған башҡорт халыҡ көйөн уйнап ишеттерҙе.
Иртәлек байрамыбыҙҙың ҡунаҡтары - "Еләккәй" төркөмөнөң ҡыҙ-малайҙары менән берлектә "Ватаным" йырын башҡарыу менән тамамланды.
Зөлфиә СӘЛИХОВА, тәрбиәсе.