Мәғариф
22 Октября , 11:30

Батырлыҡ хәтере мәңге тере

Илһөйәрлек.

Добавить в предпочтительные источники Google
Батырлыҡ хәтере мәңге тереБатырлыҡ хәтере мәңге тере
Батырлыҡ хәтере мәңге тере
Ҡаланың  20-се мәктәбендә махсус хәрби операция барышында һәләк булған сығарылыш уҡыусылары - Вадим Гавриков, Айҙар Мостафин, Никита Афанасьев, Мирхәт Сөнәғәтов иҫтәлегенә ҡуйылған стела янында Михаил Анисимов исемендәге  VI “а” кадет класы уҡыусылары, уларҙың атайҙары, беҙҙең заман геройы Михаил Алексеевичтың ата-әсәһе, ҡатыны һәм улы ҡатнашлығында Атайҙар көнөнә арналған сара үтте. Ул махсус хәрби операцияла Ватаны өсөн ғүмерҙәрен биргән ир-егеттәргә арналды.
 
- Был дөйөм Рәсәй байрамы 2021 йылдың 4 октябрендә Рәсәй Федерацияһы Президентының 573-сө Указы менән билдәләнә һәм октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә үткәрелә. Байрамдың маҡсаты булып, ғаилә институтын нығытыу һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау; атайҙарҙың социаль статусын һәм йәмәғәтселектә абруйын күтәреү; балаларҙы тәрбиәләүҙә атайҙарҙың әһәмиәтен арттырыу тора.
 
Ә бөгөн беҙ махсус хәрби операцияла һәләк булған атайҙарҙы, кадеттарыбыҙҙы, сығарылыш уҡыусыларын хөрмәтләп иҫкә алырға йыйылдыҡ. Улар Ватаныбыҙ мәнфәғәтен яҡлап, батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм хәрби антҡа тоғролоҡ күрһәтеп үҙ ғүмерҙәрен биргән, - тине сараны ойоштороусы уҡытыусы, VI “а” кадет класы етәксеһе Зәйнәп Собханғолова һәм һүҙҙе хәрби интернационалист, отставкалағы офицер, мәктәптең кадет йүнәлешендәге беренсе уҡытыусыһы һәм остазы Александр Повираевҡа бирҙе.
 
- Хөрмәтле кадеттар! 2002 йылда кадет кластарын асҡанда, беребеҙ ҙә был башланғысты ниндәй киләсәк көткәнлеген күҙ алдына ла килтермәнек. Беҙ ваҡытлыса проект булыр тип уйлағайныҡ, әммә 20 йылдан ашыу мәктәп кадеттары үҙ исемен лайыҡлы йөрөтә.
 
Бында уҡыуығыҙ һәм кадет дәрәжәһен лайыҡлы йөрөтөүегеҙ менән һәр ваҡыт ғорурланырға тейешһегеҙ. Был ғорурлыҡ ҡына түгел, ә һеҙҙән алда кадет булғандар һәм унан һуң килгәндәр алдында яуаплылыҡ та.
 
Ваҡыт был аҙымдың ни тиклем мөһим булыуын күрһәтә. Махсус хәрби операция башланғандан алып погон кейгән 52 сығарылыш уҡыусыһы махсус хәрби операцияла хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Был уҡыусыларыбыҙ өсөн патриотизмдың график буйынса ғына түгел, ә аңлы һайлау булыуына яҡшы дәлил.
 
Әммә тыныс тормошта ла тәрбиәләнеүселәребеҙ үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтә. 2003 йылдан алып мәктәпте йөҙәрләгән кадет тамамланы. Бөгөн улар - тыуған Белореттың терәге. Уларҙың күбеһе юғары вазифа биләй: ауыл хакимиәттәрен етәкләй, Федераль именлек хеҙмәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа көс ведомстволары структураларында эшләй, закон һағында тора. Улар араһында спорт мастерҙары, табиптар, инженерҙар бар, улар хеҙмәте менән мәктәп исемен данлай.
 
Уларҙың уңышы - һеҙҙең ориентир. Ошондай уңыштарға өлгәшеү өсөн, тырышып уҡырға һәм мотлаҡ спорт менән шөғөлләнергә тейешһегеҙ. Көслө рух  - көслө тәндә генә йәшәй. Бөгөн Ватаныбыҙҙы яҡлаған өлкән ағайҙарығыҙҙың иҫтәлегенә һәм батырлығына тап төшөрмәгеҙ! - тине Александр Анатольевич.
 
Артабан мәктәп директоры урынбаҫары,  кадет кластары кураторы Светлана Буйских сығыш яһап, күптән түгел  мәктәп директоры  Юрий Лисицкий менән Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин менән эшлекле осрашыуҙа булыуҙарын һөйләне һәм киләсәктә 20-се мәктәп кадет мәктәбе итеп үҙгәртеләсәге хаҡындағы ҡыуаныслы ваҡиға менән бүлеште.
 
Уҡыусылар Михаил Алексеевичтың тормош иптәше Лина Анисимова яҙған шиғырҙарҙы уҡып ишеттергәндән һуң һүҙ хәрбиҙең ата-әсәһенә һәм класташы, мәктәптең элекке кадет класы уҡыусыһы, отставкалағы офицер Морат Хузғәлиевкә бирелде.
 
Михаилдың тормош иптәше Лина Анисимова уҡыусыларға яугирҙың фамилияһына тап төшөрмәүҙәрен, был исемде лайыҡлы йөрөтөүҙәрен, яҡшы уҡыуҙарын, һәр ҡайҙа ла алдынғы, өлгөлө булыуҙарын теләне һәм тормош иптәшенә яҙған тетрәндергес шиғырын уҡыны. 
 
Артабан махсус хәрби операцияла һәләк булған кадеттар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде һәм стелаға сәскәләр һалынды.
 
Сараның икенсе өлөшөндә Михаил Анисимовтың яҡындары, уҡыусылар һәм ата-әсәләр уның ҡәберенә барҙы, тормош иптәше яҙған шиғырҙарҙы уҡыны, хәрби антына тоғролоғо, батырлығы һәм ҡаһарманлығы алдында баш эйҙе, сәскәләр һалды.
 
Михаил Анисимов Белорет ҡалаһында тыуған, 1995-2003 йылдарҙа 21-се мәктәптә уҡый, 2003 йылда ҡаланың балалар художество мәктәбен тамамлай. 2003-2005 йылдарҙа 20-се мәктәптең кадет профилле класында белем ала.
 
Үҫмер сағында күп ҡырлы талант эйәһе була -   матур итеп һүрәттәр төшөрә, уларҙы хатта ҡалалағы төрлө күргәҙмәләргә тәҡдим итәләр, паперкрафт менән мауыға (ҡағыҙҙан конструктор моделдәрен эшләй), ҡағыҙҙан нимәләр генә эшләмәй, уның бөтә бүлмәһе фигуралар менән биҙәлгән була. Шулай уҡ мотоциклдар менән мауыға, беренсе йыйған мотоциклы - ИЖ-49.
 
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Миша хәрби булырға ҡарар итә һәм Штурмандарҙың Силәбе юғары хәрби авиация училищеһына уҡырға инә. Афған конфликтында ҡатнашҡан атаһы Алексей Федоровичты күреп уның хәрбиҙәргә, погондарға ынтылышы барлыҡҡа килә. Әммә училищены тамамламай. Ҡурған ҡалаһының һаҡ ротаһында срочный хеҙмәттә була. Хеҙмәттән һуң Белоретҡа ҡайта.
 
Ҡайтанан яратҡан шөғөлө - мотоциклдар менән мауыға башлай. Байкер йыл һайын ҡәрҙәштәре менән яңы миҙгел асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. 
 
Шулай уҡ Михаил һүрәт төшөрөү һәләтен онотмай, татуировкалар менән шөғөлләнә. Бәләкәй иероглифтарҙан алып аждаһаларға тиклем ниндәй генә эскиздар төшөрмәһен, уға сират теҙелә.
 
Михаил һәр ваҡыт яҡындары һәм дуҫтары менән бергә була, уларға һәр ваҡыт ярҙамға килә, бер кемде лә ауыр саҡта ташлап китмәй, ата-әсәһен, ғаиләһен ярата һәм хөрмәт итә.
 
2024 йылдың 21 октябрендә Михаил Алексевич  Рәсәй Федерацияһы Оборона Министрлығы менән контракт төҙөй һәм 62295 ғәскәри часының парашют-десант ротаһында өлкән уҡсы булып хеҙмәт итә.
 
2025 йылдың ғинуарында хәрби бурысын үтәү барышында Михаил Алексеевич Донецк Республикаһының Часов Яр ҡалаһы янында һәләк була, уға 37 йәш була. 10 йәшлек улы Мирон мәктәптең кадет класында уҡый.
 
Иҫтәлекле стела янында үткән сара атайҙарҙы хөрмәтләү генә түгел, ә үткәнде һәм бөгөнгөнө берләштергән тәрән хәтер. Кадеттар атайҙарынан патриотизм эстафетаһын ҡабул итеп һәм һәләк булғандарға хөрмәт күрһәтеп, геройҙарҙың онотолмауын асыҡ күрһәтте. Бындай осрашыуҙар быуындар бәйләнешен нығыта һәм батырлыҡ тураһында хәтерҙең мәңге тере булыуын иҫбатлай.
 
Автор:Расима Салихова