Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Сентябрь 2018, 18:12

Еңеү яулап ҡайттылар

Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын күтәреүҙә, йолаларын тергеҙеүҙә, киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә, аҫыл ташҡа тиң булырҙай рухи хазинабыҙ һағында тороусы Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле ошо көндәрҙә тағы шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе.


Районда ғына түгел, хәҙер инде республикала ла танылған ансамбль Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында сығыш яһаны. 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында француз яуҙарында еңеп ҡайтҡан 28 башҡорт яугиры һәм Айыусы ауылынан полк командиры, башҡорт халҡының милли батыры Ҡаһым түрә - Ҡаһым Мырҙашев иҫтәлегенә үткәрелгән “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” II төбәк-ара башҡорт тарихи-халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың фестивалендә уңышлы сығыш яһап, тиҫтәнән ашыу фольклор коллективтары араһында мәртәбәле жюри тарафынан ни бары ике генә призлы урын ҡаралып, шуларҙың береһенә - II урынға “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе - Гөлдәр Ҡолбирҙина) лайыҡ булды. Коллективтың ике жанрҙағы халыҡ йыры ла (береһе a capella) жюри һәм тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителде. Коллектив II дәрәжәле Диплом лауреаты исеменә лайыҡ булды. Йөҙгә яҡын яңғыҙ башҡарыусыларҙың араһынан Шығайҙан Дилбәр Рәхмәтова III дәрәжәле Диплом лауреаты исеме алды. Афарин, шығайҙар! Һеҙҙең ижади бейеклектәр алда тағы ла күберәк булһын!
Читайте нас: