Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Октябрь 2018, 19:35

Бейеү - уның булмышы

Бейеүсенең итәгенә Алма биҙәге төшкән. Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, Яңы бейергә төшкән, тип йырлайҙар. Шығай ауылы ҡыҙы, “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеменә эйә Фирүзә Фәтих ҡыҙы МӨЛӨКӨВАның (Нуритдинова) тәү тапҡыр сәхнәне иңләп бейегән мәлдәрен иҫкә төшөрөүен үтендем:

- Дүрт йәшемдән бейейем тиһәм, һис кенә лә хата булмаҫ. Бер туған ағайым Фәиз “Төш, һылыуым, ҡурай тартам, тыпырҙатып баҫ” йырын йырлап торҙо, ә мин Сәлимә Татлыбаева минең өсөн һалған бейеүҙе башҡарҙым. Шулай итеп ауыл сәхнәһендә бейей башланым. Йәй көндәре клуб директоры Гөлниса Үҙәнбаеваның беҙҙе йәйләүҙәргә концерт ҡуйырға алып йөрөүе үҙе бер матур иҫтәлек булып күңелдәрҙә һаҡлана.
► Бейеү иленә һине кем алып килде тип иҫәпләйһең?
- Миңә бейеүгә юлды өс туған апайым Сәлимә Нәғим ҡыҙы Татлыбаева ярҙы. Ул заманында “Ләйсән” исемле ҙур бейеү түңәрәген етәкләне. Уҡыу менән бер рәттән ошо коллективта шөғөлләндем. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһаҡ та, һәр ваҡыт дәртләнеп, янып бейенем. Конкурстарҙа призлы урын алмай ҡайтҡаныбыҙ булманы. Ансамблде икенсе өйөм кеүек яҡын күрә инем.
► Бала саҡта кемдер уҡытыусы, табип, йәки космонавт булырға хыяллана. Бейеүсе булып китеү һинең бала саҡ хыялы инеме?
- Эйе. Ә бына әсәйем шәфҡәт туташы булыуымды теләй ине. Шулай ҙа, IX класты тамамлағас, үҙемде һынап ҡарау йәһәтенән, Учалы сәнғәт колледжының бейеү бүлегенә һынау тотоп ҡарарға булдым. Конкурстың ҙур булыуы бер аҙ ҡурҡытһа ла, мин барыһын да уңышлы үтеп, уҡырға индем. Шунан башланды ла инде бейеү донъяһына башкөллө сумып бейей башлауым. Концерттар, сығыштар, гастролдәр... Былар менән бер рәттән көндәлек күнекмәләр: халыҡ классикаһы, сольфеджио, шәхси күнекмә, бейеү ҡуйыуҙар менән шөғөлләнергә лә, “Ҡойон” ансамблендә бейергә лә өлгөрҙөм. Икенсе курста уҡығанда Учалы филармонияһына эшкә урынлаштым. Ундағы сығыштарҙан башым әйләнә ине.
► Белеүемсә, әлеге ваҡытта Учалы филармонияһының “Уралтау” бейеү ансамблендә балетмейстер-репетитор булып эшләйһең? Эшең тураһында һөйләп кит әле...
- Филармонияла эшләүемә 17 йыл инде. Был эш ҙур яуаплылыҡ талап итә. Тамашасының сәхнәлә нимә күреүе - ул тап ансамбль репетиторының хеҙмәте. Бейеүсенең бейеү оҫталығын үҫтереү өҫтөндә эшләүе, хәрәкәттәрен шымартыуы юғары кимәлдә сығыш яһауға булышлыҡ итә. Коллективыбыҙ дуҫ, татыу, йәш һәм берҙәм. Мин уларҙың барыһына ла рәхмәтлемен, аңлауҙары, тырышлыҡтары өсөн хөрмәт итәм.
► Филармония менән ниндәй илдәрҙә гастролдә булдың?
- Греция, Испания, Франция, Тѳркиә сәхнәләрендә сығыш яһау бәхете тейҙе. Миңә Эйфель башняһын, Елисей яландарын, Римды, Иф замкын күрергә яҙҙы.
► Балаларығыҙ ҙа бейеү менән ҡыҙыҡһынамы?
- 13 йәшлек Урал улым элегерәк бейеү түңәрәгенә йөрөй ине, хәҙер баскетбол менән шөғөлләнә. 10 йәшлек Азалия ҡыҙым 4 йәшенән алып бейей. Әле “Уралтау” ансамбленә йөрөй.
► Әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт!
Әйткәндәй, Фирүзә Фәтих ҡыҙы мәҙәниәт өлкәһендә күп йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы, бынан тыш Силәбе дәүләт педагогия университетының, Учалы балалар ижады йортоноң, ижад йортоноң, “Горняк” боҙ аренаһының, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитетының, Миәс ҡала округының, Өфө ҡала хакимиәтенең, Силәбе Мәҙәниәт министрлығының, Учалы муниципаль район Советы һәм хакимиәтенең күп һанлы Грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Концерттар, тантаналы саралар алып бара. Учалы районында бейеүселәр араһында тәүгеләрҙән булып ул үҙенең концертын үткәргән. Боронғо аҡыл эйәһе, Ҡытай философы Конфуций: «Үҙеңдең күңелеңә яҡын эште һайла һәм һиңә үҙ ғүмереңдә бер генә көн дә эшләргә кәрәкмәҫ», тигән. Үҙ булмышына тап килгән һөнәргә эйә, сәхнәләрҙә күбәләк тә булып өйөрөлгән, осҡон да булып балҡыған, сығыштарынан «аһ» итерлек Фирүзә Мөлөкова үҙ ғүмерендә тик күңеленә ятҡан эш менән генә шөғөлләнә.
Читайте нас: