Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Октябрь 2018, 19:04

Йыйын йыйҙы ағинәйҙәр

Күңелдәргә - иман-тәүфиҡ, йөрәктәргә - мәрхәмәт, ҡәүемдәргә татыулыҡ етмәгән ғәләмәт заманда; үҙ көйөн генә көйләгән битарафтар, йәшәүҙән толҡа тапмаған зәғиф йәндәр, боғаҙ йыртып лаф орғандар дәүерендә бәндәләргә нур өләшеүсе игелекле заттарҙың булыуы үҙе бер мөғжизә төҫлө. Самауыр төбөндә ғәмһеҙ сөкөрләшеүҙәрҙе донъяуи мәшәҡәттәргә, ил, милләт өҫтөнә ябырылған бәләләрҙе хәл итеүгә алыштырған, халҡының бөгөнгөһө, киләсәге өсөн ихлас борсолған ихтирамлы ағинәйҙәрҙең ҡорҙарға берләшеп, йөрәк өйкәтер мәсьәләләргә бергәләп тотоноуы, әлбиттә, оло хөрмәткә лайыҡ.

Көҙҙөң ҡылансыҡ ҡыҙҙай әле көлөп, әле илап торған аумаҡай мәлендә, эш-көштәрен, хәстәрҙәрен ташлап, сир-сырхауҙарын бер мәлгә онотоп, Сосновка мәҙәниәт йортонда йәнә йыйын йыйҙы ағинәйҙәр. Балитәкле сағыу күлдәктәр, ҡупшы камзулдар кейеп, биҙәкле ҡушъяулыҡтарын килешле ябынып, сәйлән-мәрйенле, сыңлап торған тәңкәле алмиҙеү, һаҡалдарын тағып, райондың һәр тарафынан килде улар.
Мәҙәни усаҡтың фойеһында иртәнге сәғәттәрҙән үк тәмле аш-һыу еҫтәре, күңелле осрашыу-аралашыуҙар, ихлас кеткелдәүҙәр… Тәғәйен ваҡытҡа халыҡ яйлап йыйылғансы, алыҫ аранан «ых» та итмәй беренселәрҙән булып килеп еткән Межгорье ҡалаһы инәйҙәренең мандолина, ҡумыҙ моңдарына дәртлеләре тыпырлатып бейергә үк төшөп киткән. Ана, диуар буйына ҡуйылған өҫтәлдәрҙә маһирлыҡ, зауыҡлыҡ вә түҙемлек билдәһе - ағинәйҙәрҙең ян-яҡлап та өлгөрлөгөнә, уңғанлығына инандырған ғәжәп матур, бай күргәҙмә!
Дәртле тәбрикләүҙәр, ҡотлауҙар менән башланып киткән йәнле ҡорҙа Сосновка, Рысыҡай, Үткәл, Шығай, Әхмәр, Инйәр, Межгорье ағинәйҙәр ойошмалары, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Ринат Ғаффар улы Моратшин үҙ сығышында алтын аҡыллы ил инәләренең йәмғиәтебеҙҙә тотҡан урынын, улар тарафынан башҡарылған эштәрҙең әһәмиәтен, мөһимлеген билдәләп үтте; форсаттан файҙаланып, рәхмәт һүҙҙәренә ҡушып, Сосновка ауылы “Ағинәйҙәр” ойошмаһын Диплом менән наградланы. “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова ла йәш быуында халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына, туған телебеҙгә, атайсалыбыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләү кеүек изге бурыстарҙы үҙ иңенә алған ағинәйҙәрҙең бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәртенә, әүҙемлегенә ихлас күңелдән һоҡланыуын белдерҙе. Ә инде оҙаҡ йылдар буйы Сосновка ауылын гәзит-журналдар менән тәьмин иткән, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаманғаса ауылдаштарын башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларға яҙылырға өгөтләгән Фәнилә Сәитғәле ҡыҙы Мусина юбилейы айҡанлы һәм “Урал” гәзитенең тоғро дуҫы булғаны өсөн баш мөхәррир ҡулынан Рәхмәт хаты, бүләк алып һөйөндө. Райондың “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зилә Минһаж ҡыҙы Абзалова иһә йәнә бер ҡат ойошманың эшмәкәрлеген, бурыс-маҡсаттарын барланы, яңы проблемаларға баҫым яһаны. Иң әүҙем, дәртле ағинәйҙәргә, коллективтарға Зилә Минһаж ҡыҙы Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарын, Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Артабан ваҡыт һәр коллективтың эш һөҙөмтәләренә, сетерекле мәсьәләләргә, уларҙы хәл итеү юлдарына бүленде. Мәҙәниәт усаҡтарында ағинәйҙәр ойошмаһы өсөн айырым бүлмә ҡаралмауы, ауыл-ҡалаларҙа таралғандан-тарала барған замана сире - эскелек һәм башҡа насар ғәҙәттәргә ҡаршы көрәштә халыҡ хеҙмәтселәренең, етәксе-старосталарҙың әүҙемлек күрһәтмәүе, ябай һорау буйынса ғына ла әллә нисә ишек шаҡырға, хужаларға инәлергә мәжбүр булыуҙары тураһында бик әсенеп бәйән ҡылды сығыш яһаусылар. Һәр телмәр ағинәйҙәрҙең йырлымоңло, шиғри күстәнәстәре менән байытылды.
Рәсми өлөш тамамланғас, фойела башҡорт халыҡ уйындары ойошторолдо. Әйткәндәй, ҡорҙа йәш быуынды тәрбиәләүҙә иң тәьҫирле һәм мауыҡтырғыс сара булып һаналған, бөгөнгө көндә ни сәбәптәндер әһәмиәте баһаланмаған өләсәй-олатайҙарыбыҙ уйнап үҫкән уйындарҙы ҡайтанан тергеҙеү, балаларға өйрәтеү маҡсаты ла ҡуйылды. Сөнки улар аша кескәйҙәр халыҡ традициялары менән таныша, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштерә, үҙендә файҙалы физик сифаттар тәрбиәләй. Инәйҙәрҙең етеҙ ҡуҙғалып, ихлас ҡына “Үгеҙ йөҙөк”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Наза”, “Дүрт мөйөш” кеүек боронғо уйындарҙа ҡатнашыуын күҙәтеү үҙе бер кинәнес булды, әйтәгүр.
Башҡорт инәйҙәренең оло йыйыны, ғәҙәттәгесә, тәмле бишбармаҡ, баллытатлы сәй эсеү менән тамамланды. Шуны ла билдәләп китеү фарыздыр - сараны үткәреүҙә фиҙаҡәрлек күрһәткән Сосновка ауылы ағинәйҙәре, Сосновка мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, матди йәһәттән һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған эшҡыуарҙар - Данис Сәйетмырҙа улы Йыһаншин, Резеда Рәфҡәт ҡыҙы Сайдарова сауаплы эш ҡылып, һәммәһенең дә оло рәхмәтенә лайыҡ булды.
…Йөрәктәргә изгелек орлоҡтарын сәсеүсе, киләсәккә өмөт уятыусы пак йәнле, һөймәлекле ағинәйҙәрҙең булмыштарынан урғылған дәрт-дарманға, рухи көскә, улар өләшкән иман нурына солғанып, юлға сыҡтыҡ… Ағинәйҙәр һалған аҡ юлға…
Читайте нас: