Республикабыҙ сәнғәтендә сағыу эҙ ҡалдырған күренекле шәхестәребеҙ - легендар йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артискаһы Фәриҙә Ҡудашева һәм Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, виртуоз музыкант, композитор Бәхти Ғайсиндың иҫтәлегенә “Ике аҡҡош” конкурс-фестивале нисәнсе йыл инде уларҙың ижадына арнала. Конкурс-фестивалде ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, БР Милли-мәҙәни татар автономияһы, БР Халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто. Сара бөйөк артистарҙың ижадын һаҡлау, музыкаль йыр ижадын пропагандалау, халыҡсан башҡарыу традицияларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, милли йырҙарҙы башҡарыусы йәш таланттарҙы асыҡлау, толерантлы конфессия-ара һәм этник мөнәсәбәттәрҙе, халыҡтар дуҫлығын нығытыуҙы күҙ уңында тота.
«Ике аҡҡош» фестивале «Инструменталь башҡарыу» һәм «Яңғыҙ йырлау» номинациялары буйынса уҙғарыла. «Инструменталь башҡарыу» бәйгеһе Бәхти Ғайсиндың тыуған яғы - Ауырғазыла, йырсылар бәйгеһе иһә Шишмә районында, Фәриҙә Ҡудашеваның төйәгендә үтте. Беренсе номинацияла конкурста ҡатнашыусылар баянсы Бәхти Ғайсиндың һөнәри эшмәкәрлегенә арналған, музыканттар уның репертуарынан әҫәр уйнарға, икенсеһендә Фәриҙә Ҡудашеваның репертуарынан халыҡ йырҙарын йәки заманса музыка әҫәрҙәрен башҡарырға тейеш.
Конкурстың музыкаль инструменттарҙа уйнаусылар өсөн тәүге этабын мәртәбәле жюри - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Республиканың Татарҙар милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Римма Үтәшева, Башҡортостан Республикаһы Милли-мәҙәни татар автономияһы рәйесе урынбаҫары Альбина Хәлиуллина, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Фидрат Ямалетдинов, Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәни программалар дирекцияһы белгесе Илшат Ғәлимйәновтар баһаланы. Бәйгенең шарттары буйынса, 14 йәшен тултырған, һәләте һәм теләге булған һәр кем ҡатнашыу хоҡуғына эйә булып, мотлаҡ Бәхти Ғайсин әҫәрҙәрен уйнап ишеттерергә тейеш ине.
Мәртәбәле конкурс-фестивалдә районыбыҙ намыҫын Ғәли Хәмзин исемендәге Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы мәҙәниәт йортоноң “Тальянсылар” инструменталь ансамбле яҡланы. Әхмәр ауылы ир-егеттәре был юлы ла һынатманы. Ағалы-ҡустылы Рәис, Зариф, Хәдим Вәлиевтар, Әсмән һәм Алик Юлышевтар, Рәшит Сафуанов, Рәсил Йосопов, Вил Абдуллиндарҙан торған гармунсылар ансамбле жюриға башҡорт халыҡ көйҙәренән теҙмә тәҡдим итте. Һәүәҫкәр гармунсыларҙың сығышы барыһының да күңеленә хуш килде, алҡыштарға күмелде. Күмәк сығыштар менән бергә яңғыҙ башҡарыусылар ҙа булды. Яңғыҙ башҡарыусылар - Әхмәр гармунсылары Рәис Вәлиев менән Әсмән Юлышев Дипломға һәм аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Шулай уҡ яҡташыбыҙ Инйәрҙән оҫта баянсы, гармунсы Рафаил Сәлихов та башҡа конкурсанттарҙан айырылып торҙо. Һөҙөмтәлә ул I урын алды, ә “Тальянсылар” ансамбле III урынға сыҡты.
Бәйге еңеүселәренең сығышын, атап әйткәндә Рафаил Сәлиховты һәм “Тальянсылар” ансамблен, 7 декабрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә күрәсәкбеҙ. Финалға үткән коллективтар филармония сәхнәһендә моң байрамында, Бәхти Ғайсин менән Фәриҙә Ҡудашева моңо яңғыраған залда тамашасы алдында майҙан тотасаҡ.