Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Ноябрь 2018, 17:30

Ғүмер ҡиммәттәрен беләйек!

Беҙҙең Үткәл ауылы халҡы был тормошҡа, йәшәйешкә битараф түгел. Берәүҙәре үҙ эшен асып, шуның менән мәшғүл булһа, икенселәре балалар үҫтерә, уҡыта, донъя көтә, шул арала кистәрен клубҡа килеп күңел асып ҡайтырға ла онотмай.

Ремонт, реконструкция эштәренән һуң эсе лә, тышы ла ялтырап торған клуб ишеге ябылғаны ла юҡ. Клуб директоры Мәҙинә Айытбай ҡыҙы Йомағужина, музыкаль яҡтан биҙәүсе Иршат Шәғәлин, бейеү нескәлектәренә өйрәтеүсе Гүзәл Шәғәлина үҙ бурыстарын мөкиббән китеп башҡара. Улар Рысыҡай ауылы өләсәйҙәре менән “Йәгеҙ әле, өләсәйҙәр!”, Көлкө көнөнә “Уйнап-көлөп алайыҡ” ярышын үткәрҙеләр. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә сәскә һалыу, митингылар ойошторолдо. Ғаилә йылына арналған “Ғаиләм - ҡәлғәм” атамалы ҙур концерт уҙҙы. Ауылыбыҙҙың абруйлы ғаиләләре - 45 йыл бергә татыу ғүмер иткән Әминә һәм Фәтих Мөхәмәтдиновтар, Зәйтүнә һәм Байгилде Хажиндар (43 йыл), 40 йыл бергә йәшәгән Фәрзәнә һәм Ришат Хәйбуллиндар, Илүзә һәм Ғаяз Сафуановтар, Фатима һәм Ринат Хәлиловтар, Зәйнәп һәм Мөнир Хәлиловтар һәм башҡа абруйлы парҙар сәхнәгә саҡырылды, тәбрик һүҙҙәре яңғыраны, Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды.
Клуб хеҙмәткәрҙәре һәүәҫкәр артистар, фольклор ансамбль, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ярҙамында һәр сарала актив ҡатнаша. Уҡытыусыларҙың “Умырзая” ҡумыҙсылар ансамбле Бөрйәндә һәм Өфөлә уҙғарылған конкурста I урын яулап ҡайтһа, ауылдың фольклор ансамбле Өфө Конгресс-холында үткән “Мин яратам һине, тормош!” фестивалендә, Стәрлетамаҡта уҙған “Ашҡаҙар таңдары” республика фольклор байрамында, Троицк ҡалаһында “Рәсүл уҡыуы” II тѳбәк-ара мөнәжәтселәр конкурсында ҡатнашып, призлы урындар яуланы, Грамоталар менән наградланды.
Ауыл Советы район һабантуйында тирмәләр буйынса ла I урынды яуланы. Ауылымдың баянсы-гармунсылары - Иршат һәм Рушан Шәғәлиндар, Илдар һәм Юнир Ямалетдиновтар, Рәфис Ғәйфуллин Күмертауға барып, апайлы-ҡустылы Заволокиндарҙың Беренсе каналда барған “Уйна, гармун!” тапшырыуында ҡатнашып ҡайтты. Моңло тауышы менән тирә-яҡҡа даны таралған Таңһылыу Вәхитова Ғәли Хәмзин, Абдулла Солтанов исемендәге конкурстарҙа Гран-при яуланы. Шығайҙа үткән “Еҙ үксә” конкурсында Ислам Сабаев менән Айзилә Сафиева “Зарифа”, “Дуҫлыҡ” бейеүҙәре менән I урынды алып ҡайтты.
Ауылым таланттары “Тыуған илем - Башҡортостан” исемле концерт, “Йәш ғаиләләр” конкурсы, “Голос Дети”, “Тыптыр-тыптыр өҙә баҫ!” байрамдарын ойошторҙо, әкиәттәр сәхнәләштерелде, ауыл халҡы Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә төрлө милләт бейеүҙәре, йырҙарынан торған концерт ҡарап ҡыуанды. Бөтә сараларҙы ла Ришат Фәтих улы Хәйбуллин үҙ инициативаһы менән фотоға төшөрөп Интернетҡа һалып бара. Әйткәндәй, бала саҡтан сәхнәнән төшмәгән Розалия Шәғәлина менән Вилдан Ғәлиастанов Учалы сәнғәт колледжында уҡып йөрөйҙәр.
Ауылыбыҙҙа матур, яҡты мәсетебеҙ ҙә бар. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы арала унда йәштәр ҙә йөрөй башланы. Йома көнө мәрхүм булған туғандарыбыҙҙың рухын шатландырып, намаҙ тыңлап ҡайтыу һәр кемгә кәрәктер тип уйлайым.
Йөрәгендә рухи аҙыҡ йөрөткән кешенең донъяһы түңәрәк, күңеле мөлдөрәмә тулы була, тиҙәр. Киләсәктә лә барыбыҙға ла татыулыҡта, тыныслыҡта, бергә-бергә аралашып, ғүмер ҡиммәттәрен белеп, гөрләп йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: