Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Ноябрь 2018, 12:02

Афарин, ағинәйҙәр!

“Йоҙроҡ ҡәҙәрле, йомро кәүҙәле, аҡ тәнле, их, бигерәк тәмле бәрәңге”, тип йырлап башланы Ғәбдөк ағинәйҙәре үҙҙәренең сығышын. Сөнки сираттағы башҡорт йолаларын күрһәтеүҙә улар был юлы “ Бәрәңге байрамын” һайланы.

Байрам бик тә фәһемле һәм күңелле булды. Ағинәйҙәр бәрәңге тураһында бай мәғлүмәтте тамашасыларға мауыҡтырғыс итеп еткереүгә ѳлгәште. Бәрәңгенең беҙҙең илдә халыҡ араһында нисек таралып китеүе, уны файҙалана башлауҙары тураһында ялға ҡайтҡан студент ҡыҙ Юлиә Баязитова ҡыҙыҡлы миҫалдар килтереп һөйләне. Бәрәңгенең 130-160 сорты бар, уны климат һәм тәбиғәт шарттарына ярашлы сортын һайлап, ваҡытында ултыртырға кәрәк. Бигерәк тә уны шыттырып сәсһәң, мул уңыш алып булыуы хаҡында Рәүфә Айытбаева, Гѳлнара Мырҙагилдина ентекләп аңлатты.
Ә инде бәрәңгенең кеше организмы өсөн ниндәй файҙалы көскә эйә булыуы, уны халыҡ медицинаһында күп төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолоу өсөн ҡулланыуҙары тураһында Айытбаева Әҡлимә, Шөғәйепова Инзира апайҙар дәлилдәр килтереп һөйләне. Шөғәйепова Вәрә, Баязитова Ләлә апайҙар бәрәңгене яңы ысул менән - һалам аҫтына һалып сәсеп, мул уңыш алып булыуы хаҡында һөйләп, үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ә Закирова Рәшиҙә апай тамашасылар менән “Бәрәңге сәсеү”, “Бәрәңге йыйыу”, “Кем етеҙ” уйындарын ойоштороп, байрамды тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Бѳтә уйынсылар ағинәйҙәр әҙерләгән приздар менән бүләкләнде.
Байрам күңелле йыр-бейеүҙәр менән дауам итте. Бәрәңгене маҡтап, Баязитова Ләлә һәм Айытбаева Әҡлимә апайҙар таҡмаҡ әйтеште. Инзира апай моңло тауышы менән халыҡ йырын башҡарһа, Рәшиҙә Усман ҡыҙы башҡорт бейеүен оҫта бейене, нәфис һүҙ оҫтаһы Вәрә Тимерғәле ҡыҙы замандаштар тураһында шиғыр һөйләне. Ә Баязитова Юлиә дәртле бейеүҙәре менән бөтәһен дә таң ҡалдырҙы.
Байрам һуңында ағинәйҙәр бәрәңге ҡушып бешергән тәмле ризыҡтары менән барлыҡ тамашасыларҙы һыйланы.
Ғәбдөк ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаларының барыһына ҙур рәхмәтемде еткерәм. Улар ауылда уҙғарылған сараларҙан, өмәләрҙән бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай. Ауыл, ғаилә проблемаларын хәл итеүҙә әүҙем эшләп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп киләбеҙ. Ике йыл эшләү осоронда ауылдаштарға “Һалдат оҙатыу”, “Ғаилә - ил тотҡаһы”, “Йомро-йомро йомғағым”, “Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе”, “Кәкүк сәйе”, “Өй туйлау” , “Ерен һатҡан - илен һатҡан”, “Бишек йырҙары” йолаларын күрһәттек, Ҡорбан байрамы уҙғарҙыҡ.
Улар өйҙә лә ҡул ҡаушырып ултырмайҙар. Һәр береһе ашһыуға, ҡул эштәренә оҫта. Күҙҙең яуын алырлыҡ бәйләм, ҡул эштәре гөлт итеп торған өйҙәрен тағы ла йәмләй, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, туғандарын һөйөндөрә.
Бына шулай ал-ял белмәй, ғаилә усағын һүндермәй, бөтә ергә лә өлгөргән егәрле, дәртле, сабыр йөрәкле, тоғро ҡатындар ул беҙҙең ағинәйҙәр. Һеҙгә һаулыҡ, ғаилә именлеге, йән тыныслығы, һәр саҡ күтәренке рух, ижади уңыштар теләйем. Шундай инәйҙәр барҙа ауылыбыҙҙың ҡото юғалмаҫ, халҡыбыҙ рухы һүрелмәҫ.
Читайте нас: