Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Ноябрь 2018, 16:59

Аҫыл вариҫтар барҙа, тынмаҫ ҡурай моңдары

Ҡурай - башҡорттоң даһилығы, уның милли милке һәм хазинаһы, ябайлыҡтың бөйөклөгө. Ошо бөйөклөктө данлаған, моңон тауҙарға аштырған, изге ҡурайға дан йырлаған мәртәбәле моң байрамы Шығай ауылында бишенсе тапҡыр үтте. Билдәле ҡурайсылар иҫтәлегенә арналған V асыҡ район ҡурай бәйгеһенең еңеүселәрен билдәләү тантанаһы һәм улар ҡатнашлығында гала-концерт уҙҙы. Башҡорт ҡурайын донъя кимәлендә танытҡан ҡурайсылар - Абдулғәфи Хәлфетдинов һәм Талип Латипов исемендәге асыҡ район конкурсында районыбыҙҙың Сермән, Шығай, Инйәр, ҠоҙғонӘхмәр, Асы, Ҡаһарман, Манышты ауылдарынан, Бөрйән, Әбйәлил райондарынан, Белорет, Өфө ҡалаларынан боронғо музыка ҡоралында уйнаусылар ҡатнашты. Йәштәр араһында ҡурайҙы үҫтереү һәм пропагандалау, башҡарыу оҫталыҡтарын үҫтереү һәм һаҡлауға йүнәлтелгән, оҫта ҡурайсыларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелгән район конкурсында 7 ансамбль һәм 56 яңғыҙ башҡарыусы ярышты.

Йөҙҙән ашыу ҡурайсы өс төркөмгә: 12 йәшкә тиклемге, 12 йәштән 16- ға тиклем һәм 17 йәштән уҙғандарға бүленде. Балаларҙан да, өлкәндәрҙән дә ҡатнашыусылар һаны байтаҡ ҡына булып, бәйге йәнле башланып китте. Иң оло ҡурайсыға 64 йәш - ул Инйәрҙән Мөхәмәтдин Әбделкәримов, иң йәше - Бөрйән районынан 7 йәшлек Тайфур Сәйетбатталов.
Матур йолаға әйләнгән моң байрамын сәләмләү һүҙҙәре менән Шығай ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастанов һәм жюри рәйесе, арҙаҡлы ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев асты, конкурста ҡатнашыусыларға уңыштар, еңеүҙәр теләне. Музыка һәм сәнғәт мәктәптәре ансамблдәрен, яңғыҙ башҡарыусыларҙың маһирлығын, көйҙәрҙең ҡатмарлығын һәм шәхси оҫталыҡтарын мәшһүр ҡурайсы, күп конкурстар еңеүсеһе Мөхәмәт Усман улы Түлебаев етәкселегендәге мәртәбәле жюри - оҫта ҡурайсы, ике йыл элек конкурстың гран-приһына лайыҡ булған Рәмил Мостафа улы Ҡотдосов һәм мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Рауил улы Иҫәнғужин баһаланы.
12 йәшкә тиклемге ҡурайсылар ансамблдәре араһында “Аҡбуҙат” (Бөрйән районы, етәксеһе Зәйнулла Мөхәмәтдинов), Сермән сәнғәт мәктәбенең “Сермән” (етәксеһе Ғәлим Хәйернуров) һәм “Тамъян” (Әбйәлил районы, етәксеһе Илһам Шакиров), 12 йәштән 16-ға тиклемге ҡурайсылар ансамблдәренән Инйәр сәнғәт мәктәбенең “Ете таж” (етәкселәре Вилюр Ҡотломөхәмәтов, Айбулат Оморҙаҡов) һәм Белорет музыка мәктәбенән “Инеш”, лицей-интернаттан “Уралтау” (етәксеһе Радмир Әхтәмов) ансамблдәре сығыш яһаны.
Ололар төркөмөндә бер ансамбль - “Дарман” (етәксеһе Дамир Хәсәнов) ҡурайсылар ансамбле сәхнәгә сыҡты. Ансамблдәр һәм яңғыҙ башҡарыусылар йыш башҡарылған башҡорт халыҡ көйҙәре - “Азамат”, “Ирәндек”, “Байыҡ”, “Сыңрау торна”, “Ҡарабай”ҙан тыш, һирәк яңғырағандарына ла, беҙҙең ерлеккә генә хас көйҙәргә лә өҫтөнлөк биргән. Бөрйән районының Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенең “Аҡбуҙат” һәм Инйәрҙең “Ете таж” ансамблдәре ҡурайсылары күпселек менән алдырыуҙан тыш, бөрйәндәр башҡарыу оҫталығы менән дә айырылып торҙо.
Айырым ҡурайсылар бәйгеһе лә көсөргәнешле үтте. Һәр ҡатнашыусы бар һәләтен күрһәтеп ҡалырға тырышты. Ҡурай серҙәренә төшөнөргә теләгән ҡыҙҙарҙың, балаларҙың артыуы маҡтауға лайыҡ. Йылданйыл уларҙың сафы тулылана ғына бара.
Конкурстың һөҙөмтәләренә килгәндә иһә, улар түбәндәгесә. Ҡурай моңона ҡойоноп, халҡыбыҙҙың ғәжәп көйҙәрен тыңлап, һирәк башҡарылғандарын ишетеп, үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, жюри ағзалары конкурстың еңеүсеһе итеп Белореттан Радмир Әхтәмовты билдәләне. Шығай ауылы исеменән сығыш яһаған Илназ Үҙәнбаев - I, Асынан Рафаил Сәлихов - II, Шығайҙан Айгиз Канафин III урынға лайыҡ булды. “Мәҙәни традицияларҙы һаҡлаған өсөн” номинацияһында Инйәрҙән Мөхәмәтдин Әбделкәримов, “Үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы” номинацияһында Ҡаһармандан Лариса Нухова билдәләнде. 12 йәшкә тиклемге категорияла I урынды Өфөнән Хәким Ғилманов алды. II урынды Белореттан Линар Сәғитов һәм Бөрйәндән Иҙел Мусин, III урынды Белореттан Руслан Әйүпов, Арыҫлан Хөсәйенов, Әбйәлилдән Буранбай Мусин, Арыҫлан Хәкимовтар бүлеште.
12 йәштән 16 йәшкә тиклемгеләр араһында I урынға “Аҡ яурын сал бөркөт”, “Һары ла сәс” башҡорт халыҡ көйҙәрен ҡурайҙа оҫта башҡарып Белореттан Тимерйән Йыһаншин сыҡты.
Белореттан Сыңғыҙ Ғиләжев, Әбйәлилдән Искәндәр Алламоратов - II, Белореттан Зөлхизә Мөхәмәтғәлина, Шығай ауылынан Рәсим Юнысов һәм Бөрйәндән Айрат Ишкилдин III урындарҙы яуланы.
Ансамблдәрҙән “Тамъян” (Әбйәлил районы) һәм “Аҡбуҙат” (Бөрйән районы) беренсе, “Инеш” һәм “Дарман” коллективтары - икенсе, “Ете таж”, “Сермән” ансамблдәре өсөнсө баҫҡыста. “Уралтау” ҡурайсылар ансамбле “Башҡарыу мәҙәнилеге йолаларын һаҡлаған өсөн” номинацияһында билдәләнде. Еңеүселәргә, номинацияларҙа билдәләнеүселәргә дипломдар, бүләктәр тапшырылды. Көн оҙоно барған матур моң байрамы, еңеүселәрҙең сығыштарынан торған галаконцерт менән тамамланды.
Абдулғәфи Хәлфетдинов һәм Талип Латипов исемендәге IV асыҡ район ҡурайсылар конкурсы гран-приһын яулаған, быйылғы конкурстың жюри ағзаһы Рәмил Ҡотдосовтан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
- Конкурс үҙенең кәрәклеген йылдан-йыл иҫбатлай. Бәйгелә балаларҙың күп ҡатнашыуы маҡтауға лайыҡ. Бөрйәндәр сәхнә түренә 19 ҡурайсыны сығарһа, инйәрҙәр уларҙан уҙҙырып ебәргән: бер юлы 23 йәш ҡурайсы сәхнәгә сығып баҫты. Бындай конкурстар йәштәрҙе рухи яҡтан тәрбиәләй, үҫтерә. Халыҡ сәнғәте мәктәбенең бер үрнәге хәҙер икенсе форматта ҡурайсыларҙы тәрбиәләй, илебеҙгә лайыҡлы вәкилдәр үҫтереүҙә лә уның роле ҙур. Йәш быуын ошондай конкурстарҙа ҡатнашып, оҫталығын күрһәтә лә инде. Уларға ҡарап һоҡланып ултырҙым. Бындай конкурстарҙы үткәреү, әлбиттә, кәрәк. Әҙеһәм Исҡужин мәктәбе республикабыҙға әллә күпме данлыҡлы ҡурайсылар биргән кеүек, Шығай ерлегендә үткән конкурста ла рухи яҡтан бай, патриотик егеттәребеҙ үҫеп сығасаҡ әле. Тимәк, конкурстың тәрбиәүи яғы бик ҙур. Белорет районының барлыҡ сәнғәт мәктәптәрендә балаларҙы ҡурай серҙәренә өйрәтәләр. Был маҡтауға лайыҡ. Ҡурайҙа уйнарға теләүселәр бик күп. Шулай булғас, улар өсөн майҙансыҡ та булырға тейеш. Ә уның Шығайҙа үтеүе бик әһәмиәтле. Йәйен республика буйлап махсус автоуҙыш үткән мәлдә, Шығай, Сермән ауылдарында ла булырға тура килде. Шығай ауылында зыярат ҡылғанда, атаҡлы ҡурайсыбыҙ Мөхәмәт ағай Түлебаев, ауыл зыяратында 200-ләп ҡурайсы ятыуын әйтеп үткәйне. Бына ул ҡурайсылар төбәге ҡайҙа?! Шулай булғас, ҡурайсылар бәйгеһе тик Шығай ауылында ғына үтергә тейешлеген үҙе үк әйтеп тора түгелме ни?! Ямантау итәгендә үҫкән ҡурайҙар ҙа иң яҡшыһы бит. Уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Етәкселәре лә балаларға арҙаҡлы яҡташтарының репертуарынан көйҙәр өйрәтергә тырышҡан. “Бүҙәнә”, “Ҡалды”, “Ҡағы ташы”, “Ямантау” кеүек көйҙәрҙә Белорет ерлегенең матур тәбиғәте сағыла. Конкурстың географияһы ла киңәйә, уның форматын үҙгәртеп, республика кимәлендә лә үткәрергә булыр ине. Ә уны үткәреү өсөн материал бар. Ҡурайсыларҙы берләштергән саралар булырға, артабан да үҫергә тейеш, - тине Рәмил Мостафа улы.
Йылдан-йыл конкурста ҡатнашып, үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләүсе гүзәл заттар арта. Манышты ауылынан, Инйәр сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Азалия Сәғитова һәм Нәркәс Абдрахмановаларҙың ҡурай класына йөрөүҙәренә бер йыл ғына әле. Етәкселәре Айбулат Оморҙаҡов ярҙамы менән күп кенә көйҙәр өйрәнгән дә инде ҡурайсы ҡыҙҙар. Улар “Ҡарабай”, “Хәтирә”, “Шайморатов генерал”, “Азамат”, “Любизар”, “Түңәрәк күл”, “Хәтирә” һәм башҡа көйҙәрҙе яратып башҡара. 12-нән 16 йәшкә тиклемге категорияла көс һынашҡан ҡыҙҙар “Азамат”, “Саҡ-суҡ”, “Түңәрәк күл” башҡорт көйҙәрен башҡарҙы. Тәүге тапҡыр ошондай күләмле конкурста ҡатнашырға йөрьәт иткән йәш ҡурайсылар еңеүҙәренә ышана. “Беҙгә ҡурайҙа уйнау ныҡ оҡшай. Уның моңон, тауышын яратабыҙ. Музыка ҡоралында күпселеген малайҙар уйнаһа, беҙ ҙә уларҙан ҡалышмайбыҙ. Артабан да камиллашасаҡбыҙ. Беҙҙә ҡурайҙа уйнарға яратҡан ҡыҙҙар күп. Уйнауҙың һаулыҡҡа файҙаһын дә беләбеҙ”, - тине ҡыҙҙар бер һүҙҙән.
Ә бына Әбйәлилдән килгән ҡунаҡ, ошо уҡ төркөмдә сығыш яһаған Искәндәр Алламоратовтың тәжрибәһе ҙур ғына. Ул 4 йыл Асҡар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класында шөғөлләнә. Яратҡан “Тамъян” өлгөлө ҡурайсылар ансамблендә лә, яңғыҙ сығыш яһап ҙур еңеүҙәр яулаған үҫмер. “Быйыл Октябрьский ҡалаһында үткән республика ҡурайсылар конкурсында - II, Рәсәй кимәлендәге конкурста I урын алдым. Шығайҙа үткән ҡурайсылар конкурсында тәүге тапҡыр ҡатнашыуыбыҙ. Сығыштар оҡшай. Оҫта уйнаған, бигерәк тә өлкәндәр араһында, ҡурайсылар күп. Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел”, - ти Искәндәр.
Эйе, шулай ғына булһын. Әле ололарҙың үксәһенә баҫып килгән Ильяс, Фәтих, Талип, Аҫылғужа, Буранбай, Искәндәр, Арыҫлан, Зөлфәр кеүек үҫмерҙәребеҙ, Зөлхизә, Нәркәс кеүек ҡыҙҙарыбыҙ ҡурай моңон тирә-йүнгә таратҡан, үҫтергән ваҡытта, халҡыбыҙҙың милли ҡорал аһәңе бер ваҡытта ла тынмаҫ, юғалмаҫ. Барыһы ла уларҙың ҡулында.
Читайте нас: