Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь 2018, 19:30

Күңел йәш булһа, йөрәк ҡартаймай

Сосновка ауыл мәҙәниәт йортонда үткән район ағинәйҙәре йыйынында фойены ҡумыҙ, мандолина моңдарына күмгән, иҫ киткес бай, матур күргәҙмәләре менән һәммәһенең иғтибарын йәлеп иткән Межгорье ҡалаһының “Көҙйылға” ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы (һүрәттә) айырыуса һоҡландырғайны. Барлыҡҡа килеүенә бер йыллап ҡына ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫтан, ихлас, дәрт-дарманлы, рухлы гүзәл заттарҙан торған был ойошма байтаҡ эштәр башҡарып, тос ҡына һөҙөмтәләргә ирешкән. “Республикабыҙҙағы ағинәйҙәр эше тураһында гәзит-журналдар, Интернет селтәре аша хәбәрҙар инек. Уларҙың әүҙемлеге, дәррәүлеге, изге маҡсаттарҙы бергәләп тормошҡа ашырыуы беҙҙе лә дәртләндереп ебәрҙе. Шөкөр, ниәт иткән - теләгенә еткән, бөгөнгө көндә үҙебеҙ ҙә ағинәйҙәр менән бергә мәж киләбеҙ”, - ти “Көҙйылға” ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Фәнүзә Абайтулла ҡыҙы Хажина.

Әйткәндәй, өлгөр ханымдарҙың тәүге эш һөҙөмтәләре яҡташтарының күҙенә шунда уҡ салына: сит-саттары сүпсар менән тулып, йәме киткән шишмә, ниһайәт, тау-тау ҡыйҙан ҡотолоп, “Мәрйәм шишмәһе” атамаһын ала. Репрессия ҡорбандары иҫтәлеген мәңгеләштергән аллеяға ла яңы һулыш өрөлә - ағинәйҙәр, “Йәш гвардия” йәштәр ойошмаһы менән берлектә, аллеяны таҙартып, ҡоймаларын буяп, сәскәләр ултырта.
Ҡалала ойошторолған бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй. Милли ҡоралдарҙа үтә танһыҡ башҡорт моңдарын яңғыратып, йәш быуынды халҡыбыҙҙың йыр-бейеүҙәре, йолалары менән таныштырып, рухи мираҫтарҙы ҡабаттан тергеҙә һөйкөмлө инәйҙәр.
Форсат сыҡҡан һайын, дәррәү генә йыйылып, Белорет ҡалаһындағы балалар приютына ла бара “Көҙйылға”лар. Ғаилә бәхетенән, әсәй-атай һөйөүенән, иғтибарынан мәхрүм балаларға күңел йылыһын өләшеп, туйғансы уйнап, йырлап, сабыйҙарҙы бүләктәр менән ҡыуандырып ҡайта улар. “Приюттан тыш, балалар баҡсалары, мәктәптәр менән дә тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ. Мәҫәлән, ҡалабыҙҙың 3-сө балалар баҡсаһында “2018 йыл - Ғаилә йылы” альбомының презентацияһын, 2-се урта мәктәптә балалар өсөн ҡоштар тураһында класс сәғәте үткәрҙек, Республика көнөнә арналған концертта ҡатнаштыҡ”, - ти ойошма ағзалары әңгәмә барышында.
Даими рәүештә үткәрелеп торған ойошма ултырыштарында сетерекле мәсьәләләр тикшерелә, проблемаларҙы хәл итеү юлдары билдәләнә. Әйткәндәй, фекер алышыуға ҡала хакимиәтенән түрәләр ҙә саҡырыла икән. Эскән ғаиләләр менән әхлаҡи темаларға һөйләшеүҙәр алып барыу, уларға ҡурҡыныс һаҙлыҡтан ҡотолорға ярҙам итеү - ағинәйҙәр йөкмәгән бурыстар ҡатмарлы һәм мәшәҡәтле генә. Республика кимәлендә, районда ойошторолған сараларҙа ла һәр саҡ әүҙем “Көҙйылға” уңғандары. Иҙел башы йыйындарынан тыш, Учалы, Бөрйән райондарында үткән ҡорҙарға йөрөргә, костюмдар тегеп, Өфө ҡалаһында уҙған милли кейемдәр парадында ҡатнашырға, “Алтын тирмә” телевикторинаһында зирәклектә, отҡорлоҡта һынашырға ла, “Яратам һине, тормош!” VII Республика оло йәштәгеләрҙең үҙешмәкәр сәнғәт фестивалендә “Инструменталь ансамбль” номинацияһында дипломант булырға ла өлгөргән яҡташтарыбыҙ. Әленән-әле үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашырға ла мөмкинлек таба ағинәйҙәр. Фәнүзә Хажина милли кейем тегеү, Алһыу Тимерова буҙа ҡойоу, Рәмзиә Сыңғыҙова - ҡағыҙҙан декупаж, Ғәлиә Ғилманова салфеткалар эшләү, Фәрзәнә Хафизова яулыҡ, шарф бәйләү буйынса оҫталыҡ серҙәре менән бүлешкән дә инде.
Ғөмүмән, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнаған, телем, илем тип саң ҡаҡҡан, замандың йөмлә яңылығына әҙер тороп, күңел бошорор хәл-ваҡиғаларға, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы үҙ фекерен, ризаһыҙлығын асыҡтан-асыҡ белдерергә йөрьәт ҡылған һиҙгер ҙә, шәфҡәтсел дә, сая рухлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, ысын мәғәнәһендә, милләтебеҙҙең ҡалҡаны бөгөн. Шуныһы асыҡ, ил инәләренең изге эшен ҡеүәтләп, улар менән йәнәш атлағандар тура юлдан тайпылмаҫ.
Читайте нас: