Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ғинуар 2019, 12:05

Рәхим ит, Театр йылы!

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың указы менән 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде. Шул айҡанлы, ҡаланың “Дефицит” театрстудияһында йылды тантаналы асыу сараһы уҙҙы.

Байрамға килеүселәрҙе урамда уҡ төрлө сәхнә костюмындағы актерҙар (һүрәттә) ҡаршы алды. Йылды тантаналы асыу сараһы фойела театрлаштырылған пролог менән башланып китте. Артабан сара тамашасылар залында дауам итте. Театр һөйөүселәрҙе муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Рауил улы Иҫәнғужин иҫтәлекле кѳн менән ҡотлап, һүҙҙе муниципаль район Советы рәйесе Дилә Рәшит ҡыҙы Хәмзинаға бирҙе. Дилә Рәшит ҡыҙы ла ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, театр сәнғәтенең бөгөнгө ваҡытта мөһим әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне һәм бының өсөн бик күп сығымдар тотонолоуын белдерҙе. Ул район һәм ҡалабыҙҙа был сәнғәт төрөнөң артабан да үҫешеүен, камиллашыуын теләп, бар театр хеҙмәткәрҙәренә лә эштәрендә уңыштар, ижади үҫештәр теләне. Сығыштарҙан һуң театрҙың әҙерлек төркөмөндә шөғөлләнгән йәш актерҙар Ася Котлярҙың «Тыуған көн» әҫәре буйынса спектакль күрһәтте. Әллә ни ҙур булмаған «Тыуған көн» әҫәренә автор «Балалар пьесаһы ололар өсөн» тигән өҫтәмә исем ҡуйған. Уның төп йөкмәткеһе нәҡ ошо һүҙҙәр артына йәшеренгән дә инде: бөгөнгө заман балалары, әйтерһең дә, үҙ ваҡытынан алда тыуа һәм тәбиғи йәштәренән күпкә алда ололарҙың көндәлек мәшәҡәттәренә, уларҙың оло проблемаларына сума. Малай һәм ҡыҙҙар бала саҡтан уҡ төрлө өлкәләге мәғлүмәттәрҙе әүҙем үҙләштерергә һәләтле. Тик нимә генә тиһәк тә, уларҙың аяуһыҙ көндәлек тормоштоң кире яҡтары ныҡлап тәьҫир итеп өлгөрмәгән саф күңелдәрендә тәбиғәттән бирелгән яҡшылыҡ һәм изгелек сатҡылары бихисап: мохтаждарға ярҙам итеүгә, изгелек эшләүгә уларҙың һәр береһе атлығып тора. Тамашаны барып ҡараусылар күңелендә лә йәш артистарҙың һоҡланғыс уйнауынан һуң нәҡ шундай уй-фекерҙәр тыуыр тип ышанғы килә. Спектакль ололарға тормош мәшәҡәттәренә, йәмғиәттәге хәл-ваҡиғаларға бала күҙҙәре менән ҡарап, фекер йөрөтөү мөмкинлеге лә бирәсәк. “Дефицит” театр-студияһы 1987 йылда “Металлург” мәҙәниәт һарайы ҡарамағындағы халыҡ театры базаһында булдырыла. Унда Силәбе мәҙәниәт институтын тамамлаған Андрей Жеряков етәкселек итә. 1993 йылда театр Киров урамында урынлашҡан айырым бинала эш башлай. 2009 йылда “Дефицит” театрына муниципаль учреждениеһы статусы бирелә. Театр эшләй башлаған көндән алып, уның базаһында әҙерлек төркөмө эшләй. «Надежда “Д”» коллективында шөғөлләнгән 50 йәш актер сәнғәт оҫталығына, сәхнә телмәренә һәм хәрәкәттәренә өйрәнә. Һуңынан уларҙың күбеһе төп труппаға күсә һәм артабан камиллашыу өсөн юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә.
Коллективта бөтәһе 14 кеше эшләй, шуларҙың бишәүһе төп персонал. Штатта актер ставкаһы ҡаралмаһа ла, бында шөғөлләнергә теләүселәр етерлек. Бөгөн 20 һәүәҫкәр актер төп эштәренән тыш, буш ваҡыттарында репетицияларға йөрөй. Йыл һайын театр 2-3 премьера менән үҙ тамашасыһын һөйөндөрә. Бер нисә йыл элек муниципаль бюджет һәм актерҙар ҡуйған спектаклдәр иҫәбенә театр бинаһына реконструкция яһалды, яҡтылыҡ һәм тауыш аппаратуралары, яңы йыһаз алынды. “Дефицит” төрлө кимәлдәге театр фестивалдәре еңеүсеһе лә. Былтыр театр-студияла бөтәһе 92 мәҙәни сара уҙғарылған. Унда 9193 кеше ял иткән.
Театрҙың исеме символик рәүештә алынған. Бөгөн тормошобоҙҙа матди ҡиммәттәр рухиһынан өҫтөнөрәк баһаланған, изгелек, матурлыҡ төшөнсәләренә, мәҙәниәт һәм сәнғәткә, үҙ-ара аралаша белеүгә аҙ иғтибар бүленгәндә, “Дефицит” театры ошо рухи ҡытлыҡты ҡаплаусы, күптәрҙең күңеленә йылы нур биреүсе һәм гүзәллеккә, мәрхәмәтлеккә ынтылыусыларҙы бер ергә туплаусы йорт ул.
Әлеге ваҡытта муниципаль райондың ял һәм мәҙәниәт учреждениеларында театр сәнғәтенең 60 һәүәҫкәр коллективы бар. Унда бөтәһе 750 кеше шөғөлләнә. Коллективтарҙың етәүһе халыҡ театры исемен йөрөтә.
Читайте нас: