6 март иһә Театр йылына арналған үҙешмәкәр театрҙарҙың республика фестиваль-марафоны эстафетаһын Белорет районы ҡабул итеп алды. Матур мәҙәни сара ике үҙешмәкәр - “Елмерҙәк” халыҡ һәм “Ҡолонсаҡ” өлгөлө театрҙары уңышлы эшләп килгән район мәҙәниәт йортонда үтте. Сағыу тамаша мәҙәниәт йортоноң фойеһынан уҡ башланды. Өфө, Учалы ҡунаҡтарын икмәктоҙ, йыр-бейеү менән, шулай уҡ “Елмерҙәк” һәм “Ҡолонсаҡ” театрҙары сәхнәләштергән спектаклдәр геройҙары ҡаршы алды. Фестиваль-марафонды асыу тантанаһында ла Инйәрҙең үҙешмәкәр артистары тамашасыны мөғжизәле театр иленә алып инде. Халыҡ Инйәр үҙешмәкәрҙәренең репертуарҙарында булған спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡарап ҡыуанды. Штандартты тапшырыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр жанры буйынса төп белгесе, республика фестиваль-марафон модераторы Тәнзилә Ҡалмырҙина, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Б. Йосопова исемендәге Театр эшмәкәрҙәре союзы премияһы лауреаты Рәмилә Сәлимгәрәева сығыш яһап, үҙешмәкәр артистарҙы, уларға төп баһа биреүсе тамашасыны театр байрамы менән тәбрикләнеләр. “Театрҙы яратығыҙ. Театр унда уйнаған артистар өсөн генә түгел, ә тамашасы өсөн дә бик кәрәк. Фестиваль-марафон үҙешмәкәрҙәр, тамашасы өсөн дә бик фәһемле. Улар башҡа райондарҙың да үҙешмәкәрҙәре сәхнәләштергән спектаклдәрен ҡарау, сағыштырыу мөмкинлегенә эйә. Бөгөнгө саранан да тамаша ҡылып ултырҙым. Артистарҙың да уйнауы, ә инде тамашасының уларҙы бер һүҙҙән аңлап ҡабул итеүе, театрҙың халыҡҡа кәрәклегенә тағы ла бер тапҡыр инандым”, - тине халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева сара һуңында.
Белореттар марафон Штандартын Учалы районына тапшырҙы. Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Теләүбаев марафон штандартын һәм символик бүләкте Учалы районының мәҙәниәт идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Рәфиә Әсәҙуллинаға тапшырҙы (һүрәттә). Ут күршеләр ҙә буш ҡул менән килмәгән. Улар Инйәр район мәҙәниәт йортона арҙаҡлы яҡташтары, йыраусы Абдулла Солтановтың дискыһын һәм ҡурай бүләк итте. Шулай уҡ Учалы районы Комсомольский ауылының “Уйташ” һәүәҫкәрҙәре Инйәр тамашасыһы алдында яҡташтары Зифа Ҡадированың “Яҙмышың үҙ ҡулыңда” тип аталған драмаһы менән сығыш яһаны. Ринат Сиражетдинов ҡуйған спектаклде Инйәр тамашасыһы йылы ҡабул итте.