Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Март 2019, 13:35

Хуш бул, Ҡыш, Һаумы, Яҙ!

Күп милләтле республикабыҙҙа йәшәгән кешеләр өсөн бер-береңдең милли байрамдарында күңел асыу, уртаҡлашыу ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Сөнки Ватаныбыҙҙа халыҡтарҙың тыныс, татыу йәшәүе, уның киләсәгенә ҙур йоғонто яһауы һәр кемгә мәғлүм. Ҡаланың Металлургтар майҙанында ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу байрамы - “Киң Масленица”ға ла, милләтенә ҡарамай, һәр кем килергә ашыҡты һәм төрлө уйындарҙа ҡатнашып, театрлаштырылған тамаша ҡарап ял итте. Байрамға килеүселәрҙе муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Иҫәнғужин тәбрик итте.

- Календарҙа рәсми рәүештә ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу байрамы теркәлмәһә лә, бынан йөҙәр йылдар элек ата-бабаларыбыҙ был традицияға нигеҙ һалған. Был көндө ағымдағы йылда уңыш күп булыуын, илебеҙҙә татыулыҡ һәм берҙәмлек хакимлыҡ итеүен теләгәндәр. Бындай байрамдар һәр халыҡта бар, ә шулай ҙа урыҫ Масленицаһы иң киңе һәм сағыуы. Традицияға ярашлы, “Масленица” үпкәләрҙе онотоу һәм бербереңдән ғәфү үтенеү көнө менән йомғаҡлана. Бөгөн, әгәр ҙә мин һеҙҙе нимәлер өсөн үпкәләткән булһам, ғәфү итегеҙ. Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлап, яҡындарығыҙға һәм үҙегеҙгә һаулыҡ, именлек, татыулыҡ һәм яҙ кәйефе теләйем, - тине сығышында Владислав Геннадьевич.
Уның телмәренән һуң, дәртле алҡыштар яңғырағас, театрлаштырылған тамаша башланды, теләгәндәр атта йөрөнө, күңелле конкурстарҙа, халыҡ уйындарында, йыр-бейеү флешмобында, таҡмаҡтар конкурсында ҡатнашып, күңел асты, балалар өсөн аттракциондар эшләне. Шәхси эшҡыуарҙар үҙ продукцияһын тәҡдим итте, халыҡ бәлеш, шешлек, йылы сәй һәм, әлбиттә, тәмле ҡоймаҡ менән һыйланды. Байрам Масленица ҡарасҡыһын яндырыу менән тамамланды.

Читайте нас: