Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Март 2019, 12:50

Егәҙеләр шатлығы

Һәр ауыл, ҡала үҙенең тарихы, унда йәшәгән кешеләре, билдәле яҡташтары менән дан тота. Егәҙе райондың иң ҙур һәм боронғо ауылдарының береһе. Унда әлеге ваҡытта 900 кеше йәшәй. Егәҙеләр бик дәртле һәм йыр-бейеүгә оҫта. Унда йәшәгән төрлө милләт халҡының традицияларын, ғөрөфғәҙәтен һаҡлап, бөгөнгө көндәргә тиклем ҡәҙерләп тотҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күптәнән инде клуб тип йөрөтөлгән иҫке, боронғо замандан ҡалған бинаға ремонт көтә ине.

Оҙаҡ йылдар йүнле ремонт күрмәгән, йылдан-йыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең көсө менән яңыртылған, элекке купец заманынан ҡалған был йортҡа күптәнән капиталь ремонт кәрәк ине. Күктән көткәнде, ерҙән бирҙе тигәндәй, капиталь ремонтҡа аҡса бүленде һәм быға тиклем төҙөкләндереү эштәре барҙы. Ошо көндәрҙә яңырып Һәр ауыл, ҡала үҙенең тарихы, унда йәшәгән кешеләре, билдәле яҡташтары менән дан тота. Егәҙе райондың иң ҙур һәм боронғо ауылдарының береһе. Унда әлеге ваҡытта 900 кеше йәшәй. Егәҙеләр бик дәртле һәм йыр-бейеүгә оҫта. Унда йәшәгән төрлө милләт халҡының традицияларын, ғөрөфғәҙәтен һаҡлап, бөгөнгө көндәргә тиклем ҡәҙерләп тотҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күптәнән инде клуб тип йөрөтөлгән иҫке, боронғо замандан ҡалған бинаға ремонт көтә ине.
Оҙаҡ йылдар йүнле ремонт күрмәгән, йылдан-йыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең көсө менән яңыртылған, элекке купец заманынан ҡалған был йортҡа күптәнән капиталь ремонт кәрәк ине. Күктән көткәнде, ерҙән бирҙе тигәндәй, капиталь ремонтҡа аҡса бүленде һәм быға тиклем төҙөкләндереү эштәре барҙы. Ошо көндәрҙә яңырып ҡалған клубты асыу тантанаһына халыҡ бик шатланып йыйылды һәм был байрам егәҙеләр өсөн ҙур ваҡиғаға әйләнде.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы үҙешмәкәр артистар яңырып ҡалған клуб тантанаһын матур концерт номерҙары һәм Театр йылына арнап «Ҡыҙ һоратыу» йолаһын күрһәтте.
Был матур тантаналы сарала ҡатнашҡан муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин урындағы мәҙәниәт тормошон матур алып барған, төрлө сараларҙа әүҙемлек күрһәткән, бинаның яңы төҫ алыуында тырышып эшләгән хеҙмәткәрҙәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Егәҙеләрҙең шатлығын уртаҡлашырға ут күршеләре ботайҙар ҙа килеп еткән. Шаян йыр, таҡмаҡтар менән бергә улар клубҡа бүләк, китапханаға китаптар тапшырҙы. Байрам тантанаһында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә тағы ла тырышып эшләргә, яңы еңеүҙәр яуларға тигән теләктәр яңғыраны.
Читайте нас: