Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Март 2019, 14:23

Асмандарға ашты ҡумыҙ моңо...

Яҙ менән ҡыштың яғаға яға килешеп айҡалашҡан мәлендә Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы район ҡумыҙсыларын йәнә бер ҡат мәртәбәле конкурсҡа йыйҙы. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың бер быуатлыҡ юбилейына арналып, “100 йыллыҡҡа - 100 ҡумыҙсы” ижади проект сиктәрендә үткән ярыш быйыл айырыуса рух күтәренкелеге, байрамса кәйеф, йәнлелек менән һуғарылғайны.

Бер төркөм ҡумыҙсының Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән бергәләп “Байыҡ” көйөн уйнауы арҡылы башланған сара тәүге минуттарҙан уҡ күңелдәрҙе елкендереп, ҡанатландырып ебәрҙе. Конкурсанттарҙы, тамаша ҡылыр өсөн килгән халыҡты тәбрикләр өсөн сәхнә түренә күтәрелгән Шығай ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Хәлим Юлдаш улы Ғәлиастанов, Белорет муниципаль районы мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Рауил улы Иҫәнғужин барыһына ла уңыштар теләп, ярышҡа фатиха бирҙе. Еңел булмаған конкурста үҙ көсөн һынарға йөрьәт иткән рухлы милләттәштәребеҙҙең музыкаль һәләттәрен нарыҡлау өсөн ҡумыҙ моңдары аша башҡорт сәнғәтен, мәҙәниәтен бөтә донъяға танытҡан, үҙ иленең дан улы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, төйәгебеҙҙә һәр кемгә таныш музыка әһелдәре - ҡаланың халыҡ тынлы оркестры менән уңышлы етәкселәк иткән Ирек Иҫәнғужин, Республика ҡурайсылар конкурстары лауреаттары - Белорет балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Дамир Хәсәнов һәм Сермән балалар сәнғәт мәктәбе остазы Ғәлим Хәйернуров саҡырылды.
Тәүҙә сәхнәгә ун алты йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар - Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Наза” ҡумыҙсылар ансамбле сығып баҫты. Үҙҙәренә килешле милли күлдәктәр кейгән, сәс остарын сулпылап үргән һөйкөмлө ҡыҙыҡайҙарҙың “Йәйге иртә” импровизацияһын, “Һыбайлылар” композицияһы менән “Боронғо һалдат маршы”н ҡумыҙҙа ғәжәп оҫта башҡарыуҙары һәммәһен дә таң ҡалдырҙы.
Ун алты йәштән өлкәндәр төркөмөнән Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында шөғөлләнеүсе “Ауаз” ҡумыҙсылар ансамбленең - дала моңдарын яңғыратҡан, Үткәл ауыл мәҙәниәт йортоноң “Йәнбикә” ҡумыҙсылар ансамбленең яҙ һулышын тойҙорған импровизациялары, Хөсәйен ауылының - “Ташъяр”, Әзекәй ауыл мәҙәниәт йортоноң - “Серҙәштәр”, Ҡаһарман ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ҡотҡор” ҡумыҙсылар ансамблдәренең дәртле-моңло көй теҙмәләре бер кемде лә битараф итмәне. Ун алты йәшкә тиклемге яңғыҙ башҡарыусылар араһынан Шығай ауылы һылыуҡайҙары Гүзәлиә Сәйфуллина, Венера Ҡадирова, Лиана Ғәлиуллинаның ҡеүәтле сығыштары күпте күргән абруйлы баһалама комиссияһын да телһеҙ ҡалдырҙы. Ҡыҙҙар ҡумыҙҙа ғына түгел, хайран, “Һандуғас” аталмышлы һыулы һыбыҙғыла ла маһир уйнауҙары, сәхнәлә үҙҙәрен тотоштары менән һоҡландырҙы.
Ҙурҙар төркөмөнән Аҙналы ауылы ир-егете Айгиз Сәйетов, Сермәндән Айҙар Ғәлиастанов, Үткәлдән Фәрзәнә Хәйбуллина, Хөсәйендән Рәйлә Иҫәнғужина ла үҙҙәрен ҡумыҙҙың һәр төрөндә лә оҫта уйнаусы итеп танытты.
Конкурсанттарҙың сығыштары тамамланғас, барлыҡ ҡатнашыусы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән бер сәхнәлә тороп, халҡыбыҙҙың үлемһеҙ көйө - “Зарифа”ны ҡумыҙҙа яңғыратыу бәхетенә иреште.
Жюри ағзаларына кәңәшләшеү өсөн бирелгән ваҡыт арауығында ла дәрт-дармандары ташып торған халыҡ ирәүәнләп күңел асты. Аҙналы йондоҙо Айгиз Сәйетовтың күңел елкендергес йырҙарына, балитәкле күлдәктәрен кейгән апайинәйҙәр танһыҡтары ҡанғансы өҙә баҫты.
Номинациялар буйынса баһалама комиссияһы еңеүселәрҙе түбәндәгесә билдәләне: “Башҡарыу оҫталығы” номинацияһында - Сермән ауылынан Айҙар Ғәлиастанов, “Иң бәләкәй ҡатнашыусы” номинацияһында - Шығай күп тармаҡлы ауыл клубынан Гүзәлиә Сәйфуллина, “Иң өлкән ҡатнашыусы” номинацияһында - Хөсәйен ауылынан Рәйлә Иҫәнғужина, “Ҡумыҙҙа яңы йүнәлештәрҙе пропагандалау” номинацияһында - Әзекәй ауыл мәҙәниәт йортонан “Серҙәштәр” ҡумыҙсылар ансамбле, “Музыкаль һәм инструменталь традицияларҙы һаҡлау” номинацияһында Хөсәйен ауылынан “Ташъяр” ҡумыҙсылар ансамбле бүләкләнде.
Дипломанттар араһынан лайыҡлы III урын Венера Ҡадироваға (Шығай ауылы), Рәйлә Иҫәнғужинаға (Хөсәйен ауылы) һәм “Ташъяр” ҡумыҙсылар ансамбленә (Хөсәйен ауылы) бирелһә, II урынды иһә Гүзәлиә Сәйфуллина (Шығай ауылы), Фәрзәнә Хәйбуллина (Үткәл ауылы) һәм Ҡаһарман ауыл мәҙәниәт йортонан “Ҡотҡор” ҡумыҙсылар ансамбле бүлеште. Ҡумыҙ моңо менән һәммәһенең дә күңелен әсир ҡылған түбәндәге конкурсанттар: Шығай ауылынан Лиана Ғәлиуллина, Аҙналы егете Айгиз Сәйетов; ансамблдәр араһынан Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Наза” (етәксеһе Гөлдәр Ҡолбирҙина), Үткәл ауыл мәҙәниәт йортоноң “Йәнбикә” (етәксеһе Гүзәл Шәғәлина) ҡумыҙсылар ансамблдәре I дәрәжә дипломдар алып һөйөндө. Ә район ҡумыҙсылар конкурсының иң-иңдәре, йәғни гран-при хужалары тип, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында ҡумыҙ сер-ҙәренә төшөнгән “Ауаз” ҡумыҙсылар ансамбле (етәксеһе Гөлдәр Ҡолбирҙина) билдәләнде. Призлы урын яулаусылар Дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.
Үҙенең йомғаҡлау һүҙендә данлыҡлы музыка әһеле Миңлеғәфүр Зәйнетдинов районда ойошторолған ҡумыҙсылар конкурсының юғары кимәлдә үтеүен, ярышта ҡатнашыусыларҙың ентекле әҙерлеген, башҡорт халҡының иң боронғо ҡыллы музыка ҡоралы - ҡумыҙҙа һәм башҡа инструменттарҙа бар күңелен һалып, бирелеп китеп уйнауын, бер нисә бармаҡ менән оҫта сиртеүен, сәхнәгә милли кейемдәрҙә сығыуын билдәләп, райондаштарыбыҙ өсөн сикһеҙ ҡыуанысын, ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.
Тыуған төйәгебеҙҙә ҡумыҙ сәнғәтенең яңырыу кисереүе йылдан-йыл камиллаша, халыҡ күңелен яулай барыуы, һис шикһеҙ, һөйөнөслө хәл. Сөнки ҡумыҙ ише аһәңле моң сығанаҡтары арҡылы тарихыбыҙ, шанлы үткәндәребеҙ барлана, онотола барған халыҡ ижады ынйылары ҡабаттан тергеҙелә.

Читайте нас: