Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Март 2019, 18:25

Сәнғәт оҫталары байрамы

Рәсәй Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн, дәүләт байрамы булараҡ, кинематография, китап нәшер итеү, сәнғәт, мәҙәниәт, полиграфия, киң мәғлүмәт саралары, туризм, спорт өлкәһендә эшләгән, йәмғиәттең рухи үҫешенә, мәҙәни мираҫын популярлаштырыуҙа баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән ижади һөнәр эйәләре билдәләй. 25 март - һөнәри байрамдарын мәҙәниәтте һаҡлаусы, уны тыуҙырыусы музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, театр һәм концерт ойошмалары эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт йорттары, ҡала һәм ауыл клубтары белгестәре, үҙешмәкәр коллективтар байрам итә.

Матурлыҡты тыуҙыра, уны кешеләргә еткерә белеү - оҫталыҡ һәм һәләт талап итә. Нәҡ мәҙәниәт кенә кешенең һәм бөтә быуындың үҙаңын формалаштыра, шәхестең рухын байыта, милли ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә. Районыбыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биреүгә, шәхес тәрбиәләүгә, рухи ҡиммәттәрҙе арттырыуға ҙур өлөш индерә. Был өлкәлә һөнәрҙәренә тоғро булғандар, арымай-талмай кешеләргә шатлыҡ өләшеүселәр генә эшләй. Ҡайһы ваҡытта кешеләрҙең күңеле сафлыраҡ, ә донъябыҙ яҡшыраҡ һәм тулыраҡ булһын өсөн күп эштәр атҡарған хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлыҡтарын баһалап еткермәйбеҙ ҙә. Шулай ҙа, районыбыҙҙа эшенә мөкиббән киткән, ҡолас йәйеп эшләгән хеҙмәткәрҙәр байтаҡ әле. Улар менән бергә бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәгән ауылдаштары барҙа уларҙың да хеҙмәте бушҡа түгел. Хеҙмәткәрҙәрҙең һәр башланғысын күтәреп алырға әҙер торған ауылдаштары, коллегалары булғанда тормош та алға бара, үрҙәр ҙә яулана.
Район-ҡалала эшләп килгән мәҙәниәт усаҡтарын тәжрибәләре мул һәм бай булған хеҙмәткәрҙәр тулыландыра. Илгиз Сәғәҙәтов, Йәмилә Сәлимйәнова, Светлана Петрова, Сәғирә Шәрәфетдинова, Мәҙинә Йомағужина, Гүзәл һәм Иршат Шәғәлиндар, Елена Алексеева, Гөлнур Асҡарова кеүек оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән үҙ һөнәрҙәренең оҫталары менән бер рәттән йәштәр ҙә эшләй. Бер нисә йыл элек кенә хеҙмәт юлын башлаған йәштәр тәжрибәле апай-ағайҙарынан һис тә ҡалышырға теләмәй әле. Исмаҡай, Ҡағы, Сосновка, Тирлән, Ломовка, Ишле мәҙәниәт усаҡтары ла йәш кадрҙар менән тулыланды.
Һөнәри байрамдарын хеҙмәткәрҙәр лайыҡлы ҡаршылай. Ауылдаштары, коллегалары, ауыл ағинәйҙәре менән бергә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, мәҙәни саралар үткәрә. Күп һанлы конкурстарҙың береһе - “Инйәр хазиналары” муниципаль район конкурсы быйыл фольклорға арналды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҙур эш атҡарылды. Ҡайһы бер мәҙәниәт йорттары жюри ағзаларына ерлектәренә генә хас фольклор өлгөләре тәҡдим итте. Бай йөкмәткеле фольклор байрамында күп кенә мәҙәниәт усаҡтарының еңеп сығыуы, уларға икеләтә шатлыҡ килтерҙе. Был ҡыуанысты бигерәк тә, гран-при яулаған сосновкалар, I урындарға лайыҡ булған мәхмүттәр һәм асылар кисерҙе.
Еңеүҙәр яулаған һәм яулаясаҡ барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар, еңеүҙәр, зал тулы тамашасы, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған тоғро дуҫтар теләйбеҙ.
Читайте нас: