Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Март 2019, 16:35

Сәхнә йондоҙҙары

Сермән күп тармаҡлы ауыл клубында “Йондоҙло мозаика” исемле бик шәп концерт булды. Концерт ябай түгел. Балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеге уҡыусылары “Беҙгә бѳгѳн 10 йыл” темаһына арналған байрам сараһын ауылдаштарына, ҡунаҡтарға бүләк итте.

Эйе, 2008 йылдың алтын кѳҙѳндә балалар сәнғәт мәктәбендә хореография бүлеге асыла. Мәктәп директоры Әлфиә Идиәтуллина Учалы сәнғәт училищеһын яңы ғына тамамлап килгән Сермән һылыуҙары - Елена Ағзамова менән Зинира Дәүләтованы ҡуш ҡуллап эшкә саҡыра. Шул ваҡытта башлана ла инде “Йондоҙ” ансамбленең йылъяҙмаһы. Бейеү ансамблегеҙҙе ни ѳсѳн шулай тип атанығыҙ, тигән һорауға: “Һауалағы йондоҙҙар кеүек, беҙ сәхнә йондоҙҙарын ҡабыҙырға булдыҡ”. Ә бит ҡыҙҙарҙың уй-хыялдары тормошҡа ашҡан. 10 йыл эсендә 30 бейеүсе сығарған мәктәп! Беҙҙең тәүге сығарылыш уҡыусылары: Ләйсән Низаметдинова, Диана Таипова һәм Лиана Таипова, Аделина Садиҡова һәм Эльвина Садиҡова, Айсель Озер, Айдария Аубакирова, Рината Усманова әле лә бейеүҙән айырылмай, яратҡан шѳғѳлдәрен уҡыу йорттарында, ғѳмүмән, тормошта дауам итәләр.


Шуныһы ҡыуандыра, уҡыусылар һаны йылдан-йыл арта. Быйыл I класта 23 бала, II класта - 13, III класта - 12 уҡыусы. Балалар бейеү түңәрәгенә ҙур теләк менән йѳрѳй, уҡыусыларын ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап торалар.


Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, Зинира Харис ҡыҙы һәм Елена Николаевнаның ең һыҙғанып эшләүе үҙ емештәрен бирҙе. Ун йыл эсендә “Йондоҙ” ансамбле ниндәй генә конкурстарҙа, бейеү бәйгеләрендә ҡатнашмаған, маҡтаулы исемдәр, призлы урындар яуламаған. “Афарин” республика, “Бейе, Учалы” асыҡ муниципаль, “Яҙ” район, балалар-үҫмерҙәр ижадының зональ, “Алтын йондоҙ ямғыры”, “Алтын Бриз” халыҡ-ара конкурстары, Юрий Рыбаков исемендәге бейеү байрамы һәм башҡа ярыштар - коллективтың, һәр йәш бейеүсенең, остаздарының бихисап уңыштарының бер нисәүһе генә.


- Был “Йондоҙ”обоҙҙоң I урындары ғына, ә күпме II һәм III урындар яуланған, оҫталыҡ, тәжрибә тупланған, - тине сәхнәнән балалар сәнғәт мәктәбе директоры Әлфиә Мидхәт ҡыҙы. Уның һүҙҙәренең дѳрѳҫлѳгѳнә бай йѳкмәткеле юбилей концертын тамаша ҡылған һәр кем инанғандыр.


Зауыҡ менән биҙәлгән сәхнә, уйлап тѳҙѳлгән концерт программаһы, оҫта алып барыусылар Зѳлфиә Ялалетдинова менән Гѳлфиә Шакирова - бѳтәһе лә урынлы һәм уңышлы булды. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың сығышы, Ләйсән Низаметдинованың “Топотуха”, Илүзә Аубакирова менән Аделина Бәхтийәрова “Әхирәттәр” бейеүе күңелдәрҙе елкендерҙе. I класс уҡыусыларының “Медуза” бейеүендә үҙеңде һыу аҫты батшалығында кеүек хис итһәң, II кластағыларҙың “Сәскәле аҡлан”ы сағыу йәйҙе иҫкә тѳшѳрҙѳ. Рус, башҡорт, татар, йәһүд, һинд, испан... - ниндәй генә милләт бейеүҙәре юҡ ансамбль репертуарында. Һәр бер сығышҡа ғына хас костюм, прическа, грим, артистарың ары торһон! Әйткәндәй, сәхнә костюмдарын үҙебеҙҙең Сермән уңғаны - Рәғиҙә Рауил ҡыҙы Ғаззалова тегә. Ул нисек ѳлгѳрәлер, нисек уйлап табалыр?! Аңлатыуҙарынса, был йәһәттән мәҙәниәт бүлеге, ата-әсәләр аҡсалата ярҙам итә икән.


Тѳрлѳ класс бейеүселәренең сығыштарын берләштергән “Сюита” юбилей концертының һуңғы һәм кѳслѳ аккорды булып яңғыраны. Юбилейға бик күп ҡунаҡтар килгәйне. Вазифалы кешеләр, коллегалары, ауылдаштары, ата-әсәләр ансамблдең юғары уңыштарына, һәләтле балаларға, ғѳмүмән, музыка мәктәбенең ижади эшмәкәрлегенә һоҡланыуҙарын белдереп, теләктәрен әйттеләр, бүләктәрен тапшырҙылар.


Бына шундай матур бейеү байрамы менән ҡыуандырҙылар беҙҙе Сермән “Йондоҙ”ҙары. Уларға киләсәктә лә ҙур уңыштар, асыштар, яңынан-яңы бейеүҙәр теләйбеҙ. Гел шулай татыу, берҙәм булып ҡалығыҙ, оҙаҡ йылдар яҡты йондоҙ булып балҡығыҙ!
Читайте нас: