Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель 2019, 17:35

Күргәҙмәлә - район йөҙө

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған концерт алдынан ҡала Мәҙәниәт һарайында район йөҙөн сағылдырған, урындағы эшҡыуарҙар, предприятиелар тарафынан әҙерләнгән бай күргәҙмә эшләне.

Күргәҙмәлә иғтибарҙы иң элек тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейының ҡала-райондан сыҡҡан билдәле шәхестәргә, Иҙел башының, комбинаттың тарихына арналған бай йѳкмәткеле стендтары йәлеп итте.
Алексей Быков йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы, кәрәҙле бал, прополис, “Гүзәл” тауарҙар салоны етәксеһе Резеда Сайдарова башҡорт милли кейемдәре һәм биҙәүестәре, Вера Селиверстова портьер, ламбрекендар, “Белорет” ауыл хужалығы ҡулланыусылар сауҙа кооперативы үлән сәйҙәре, ҡайын дегете, шыршы майы, ҡарағас һағыҙы, “Металлург” туҡланыу идаралығы төрлө колбаса һәм кондитер изделиелары, “Белорет мәғлүмәт үҙәге” типографияһында сығарылған баҫмалар, ҡотлау открыткалары, календарь, документтарға тышлыҡ, Белорет почтамты гәзит-журналдар, китаптар, сувенир почта машинаһын, Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһынан Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы Белореттан сыҡҡан шәхестәр тураһында яҙмалар, яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың китаптарын, район пейзажы һүрәтләнгән магниттар тәҡдим итте.
Шәхси эшҡыуарҙар Егор Латохин, Елена Дороднова, Елена Полетавкина ҡуйған сувенирҙарҙы, һабын һәм шоколадтан эшләнгән фигураларҙы һәм башҡа тѳрлѳ зауыҡлы әйберҙәрҙе халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, һатып алды.
Читайте нас: