Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Апрель 2019, 16:18

Тарих һаҡлаған йорт

Ҡаланың үҙәк урамында тирә-яҡҡа йәм биреп, иғтибарҙы әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп торған бинала тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы урынлашҡан. Уҙған быуатта барлыҡҡа килгән музей ошо көндәрҙә үҙенең алтын юбилейын ҡаршылай.

Райондың үткәне менән бөгөнгөһөн берләштергән, тарихи ҡомартҡыларҙы туплаған, барыбыҙға ла рухи аҙыҡ өләшкән мәҙәни усаҡтағы үҙенсәлекле материалдар һәм экспонаттарҙың һәр береһе үткән йылдарҙың иҫтәлеген һаҡлай. Атай-олатайҙарыбыҙҙың йылдар дауамында ҡалдырған бай матди һәм рухи йәдкәрен, хәтирәләрен һәм иҫтәлектәрен тейешенсә өйрәнеп, һаҡлап, киләһе быуындарға мираҫ итеп тапшырыуҙы хәстәрләү музейҙың тәү асылған көндәренән алып хәҙергәсә төп маҡсаты булды һәм буласаҡ.

Тарих биттәренә күҙ һалғанда, музей булдырыу уйы Советтар власы заманында уҡ барлыҡҡа килә. 1923 йылда рәсем уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе белгес Михаил Чурко ике йыллыҡ училищела “Музей һаҡлағысы” аса. 1927 йылда ошо уҡ базала “Тәбиғи-тарихи мәғрифәтселек музейы” барлыҡҡа килә. Ә 1930 йылда музей өсөн айырым бүлмә бирелә. 1937 йылда, Михаил Фомич репрессияға эләгеүе арҡаһында, уның тарафынан йыйылған барлыҡ экспонаттар юҡҡа сығарыла һәм ҡала егерме йылға яҡын музейһыҙ йәшәй. Быға Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ауыр йылдар ҙа тәьҫир итмәй ҡалмай. 1960 йылдың 23 сентябрендә, Белореттың 200 йыллығы алдынан, КПСС-тың ҡала комитеты бюроһы ҡалала “Тарихи-крайҙы өйрәнеү музейын булдырыу тураһында” ҡарар ҡабул итә. Был йәмәғәт башланғысына ҡала Советының мәҙәниәт бүлеге башҡарма комитеты мөдире З.А. Пухова етәкселек итә. Музей өсөн Точисский урамында урынлашҡан мәҙәниәт бүлеге бинаһында бүлмә бирелә һәм музейға экспонаттар, материалдар туплау эше башлана. Билдәләнгән көндә ул үҙ ишектәрен аса. Унда күпселек ҡала предприятиеларында етештерелгән продукциялар стенды, тарихи мәғлүмәттәр ҡуйыла һәм ул күберәк сәнәғәт күргәҙмәһен хәтерләтә. Был музей менән бер рәттән эҙәрмәндәр мәктәп музейҙарын аса башлай.

1968 йылда ҡала үҙәгендә “Белорецкметаллургстрой” эшселәре тарафынан ике ҡатлы бина төҙөлә һәм ысын мәғәнәһендә тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы барлыҡҡа килә. Ҡала комитеты әҙерлек барышында музейҙың маҡсаттарын билдәләй, ойоштороу эшен һәм ҡала предприятиелары, ойошмалары етәкселәренә музейҙы ойоштороуҙа тейешле ярҙам күрһәтергә ҡуша. Музей башта аҙнаның шишәмбе, кесаҙна һәм йәкшәмбе көндәрендә иртәнге ундан киске етегә ҡәҙәр генә эшләй. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар шундуҡ музейҙы яратып өлгөрә, тәьҫораттары, фекерҙәре менән уртаҡлаша башлай.

Тәүге экспонаттар “Тыуған яҡ тәбиғәте”, Белореттың революцияға тиклемге тарихы”, “Белорет граждандар һуғышы осоронда” һәм “Социалистик Белорет” темаларына (авторҙары Р.А. Алферов, Р.Ф. Коноплева, Л.Г. Борозинец, А. Андреев, музейҙың тәүге директоры Г.Г. Заһитов) арнала. Музейҙы ойоштороу, яйға һалыу эше менән 21 кешенән торған кәңәшселәр шөғөлләнә. Беренсе кәңәшселәр рәйесе Магнитогорск тау-металлургия институтының Белореттағы киске факультеты деканы Л.Г. Борозинец була. Музей экспонаттары бүлектәргә бүлеп әҙерләнелә. Тәбиғәт бүлеге ѳсѳн география уҡытыусыһы, ҡаланың мәғариф бүлеге мөдире Р.Ф. Коноплева яуап бирә. Унда беренсе совет геологы Сигизмунд Куликовский тарафынан йыйылған тау тоҡомо һәм минералдарҙан торған бай коллекция туплана. Әйберҙәрҙең күп өлөшөн металл сеймалы тәшкил итә. Шунда уҡ палеонтологик табыштар, ҡоштарҙың һәм йәнлектәрҙең ҡарасҡылары ҡуйыла. Революцияға тиклемге тарих бүлеге крайҙы өйрәнеүсе Р.А. Алферов, революция һәм граждандар һуғышы осоро ваҡиғалары өлөшөн тарихсы Л.Г. Борозинец етәкселеге аҫтында әҙерләнә, улар йыйған әйберҙәр әле лә ҡәҙерләп һаҡлана. Музейҙың һуңғы бүлеген совет осорондағы экспонаттар тәшкил итә. Уны булдырыу идеяһын тарихсы, «Белорецкий рабочий» гәзите редакторы А.И. Козьмин тәҡдим итә һәм әҙерләй. Был залда ауыл хужалығының Бөйөк Ватан һуғышынан һуң нисек тергеҙелеүе, белореттарҙың Икенсе донъя һуғышындағы һәм тылдағы ҡаһарманлыҡтары һәм унан һуңғы ҡала тарихы тураһында мәғлүмәттәр туплана. Ошонда уҡ юғары дәүләт наградаларына эйә булыусылар, дәүләт премиялары яулаусылар тураһындағы стенд булдырыла. Музейҙың беренсе директоры итеп Г.Г. Заһитов тәғәйенләнә. Ул үҙ йәһәтендә музей фондын байытыуҙа ҙур эш атҡара. 1973 йылда, уның вафатынан һуң, йәш тарихсы Н.И. Ломовцева етәксе лек эшен үҙ ҡулына ала һәм 20 йылға яҡын ғүмерен музейға арнай.

«Урал» гәзитенең мөхәррире Н.Д. Ғүмәров та музейҙы материалдар менән байытыуҙа ҙур өлөш индерә.

1990 йылда музейҙың икенсе тарихи һулышы башлана. Ул Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалына әйләнә. Директор булып 1991-1998 йылдарҙа Л.А. Дарвина, 1998-2000 йылдар арауығында Н.В. Макагонова эшләй. 2000 йылдан бөгөнгәсә мөдир вазифаһын Миләүшә Мансур ҡыҙы Фәхретдинова башҡара.

Тулы мәҡәләне гәзиттең 28-се һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: