Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Апрель 2019, 16:17

Рухландырҙы, ҡыуандырҙы "Ҡоҙаса"

Сәхнә әҫәренең йөкмәткеһендә йәшеренгән хәҡиҡәтте, дөрөҫлөктө театр көлкөһөнән дә ҡеүәтлерәк һәм нығыраҡ фаш итеүсе юҡ, тип билдәләгәйне күренекле театр әһелдәренең береһе. Ысынлап та, был үҙенсәлекле жанр кеше тормошон үтә ҡатмарлаштырған бер төрлөлөктән, мәғәнәһеҙлектән әсе көлөп, шуның аша йәмғиәтте иҫкелектән ҡотолорға, яңырыуға, камиллыҡҡа өндәй.

Үткән аҙнала Ҡала Мәҙәниәт һарайында Баязит Бикбай һәм Заһир Исмәғилевтең "Ҡоҙаса" музыкаль комедияһын тамаша ҡылған һәр кем был һүҙҙәрҙең хаҡлығына йәнә бер ҡат инанғандыр.
...Утыҙынсы йылдар башы. Ауылда бер тѳркѳм йәштәрҙең бәхетле коммунизм, яҡты, ѳмѳтлѳ киләсәк тѳҙѳйбѳҙ тип дәртләнеп йѳрѳгән мәле. Етеш тормошта йәшәгән Яппар ҡарт (Наил Хәмзин), байлыҡ ситкә китмәһен тип, улы Басирҙы (Азат Баҡыев) тол ҡалған килене менән ҡауыштырырға хыяллана. Үҙе иһә, ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, тигән булып, әбейе Мәхмүзәнән (Динә Шәйәхмәтова) йәшереп, Басир күҙ һалған Назаны (Нәркәс Вәлиуллина) ҡармаҡларға самалай. Нәфсеһенә баш була алмаған Мѳхәмәтша мулла (Денис Сәмсетдинов) иһә Яппарға ярҙам итергә әҙер, имеш. Шәмсиә еңгәһе (Гүзәл Ғәлиуллина) менән зыу килгән Басирҙы ҡыҙғандырмаҡсы булып, Наза ла хәйләгә бара: Мулла батрагы Әхмәт (Айваз Йосопов), ҡоҙаһы Яппар менән юрый шаяра. Һѳйгәнен юғалтырға ҡурҡҡан Басирға йән дуҫы Ильяс (Линар Сәйәхов) ярҙамға килә...
Колоритлы персонаждар, мәғәнәле һәм эскерһеҙ халыҡсан юмор, саф тойғолар, аһәңле моң менән һуғарылған комедияны сәхнәгә алып сыҡҡан “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театрының ижадын ҡарағандар, ролдәрҙе башҡарыусы һәүәҫкәр актерҙарҙың иҫ киткес оҫта, кѳслѳ уйнауына, әҫәрҙәге һәр геройҙың образы тулыһынса асылыуына, тамашасының башкѳллѳ шул мажара эсенә "йотолоуына" шаһит булды. Шығрым тулы залдың күҙ йәштәре сыҡҡансы рәхәтләнеп кѳлѳүенән, актерҙарға ҡушылып йырлап-көйләп ултырыуынан, пьеса тамамланғас, аяғүрә баҫып алҡышлауынан, рух күтәренкелеге, шәп кәйеф менән Мәҙәниәт һарайы фойеһында гѳж килеүенән генә лә, яҡташтарыбыҙ ҡуйған “Ҡоҙаса”ның юғары кимәле, уңышы хаҡында фекер йөрөтөргә мөмкин.
Эйе, сәнғәт кешеләренең ябай ғына комедияны сәхнәгә сығарыу иң ҡеүәтле трагедияға ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ тигәнен иҫәпкә алғанда, халыҡ театрының эшмәкәрлеге, ысынлап та, оло баһаға лайыҡ. Матур тәьҫораттарға байытҡан, йән-тәнгә ял, рухи ләззәт биргән спектаклдең уңышын муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин, ҡала Мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Людмила Молоканова ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы.
- Баязит Бикбайҙың "Ҡоҙаса" музыкаль комедияһы күптән ҡыҙыҡтырҙы. Быйылғы йылдың Театр донъяһына арналыуын күҙ уңында тотоп, үҙебеҙҙең репертуарҙы олоһо ла, кесеһе лә яратып ҡараған, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, көнкүреше, хатта ки башҡортҡа ғына хас холоҡ-фиғеле, сифаттары сағылыш тапҡан ошо классик әҫәр менән байытмаһаҡ, минеңсә, яҙыҡ булыр ине. Әмәлгә ҡалғандай, "Ҡоҙаса"ның геройҙарын аса алырлыҡ актерҙарыбыҙ, массовканы тәшкил итерҙәй йәштәребеҙ ҙә һәләк уңышлы тура килде. Төп ролдәрҙе уйнаусы Наил Хәмзин, Нәркәс Вәлиуллина, Азат Баҡыев, Гүзәл Ғәлиуллина, Линар Сәйәхов, Денис Сәмсетдинов, Динә Шәйәхмәтова, Айваз Йосопов үҙҙәренә тәғәйен образды ғәжәп оҫта башҡарып, һәммәһен дә хайран ҡалдырҙы. Шулай уҡ массовкала ҡатнашыусы медицина, педагогия колледждары студенттары, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары, театр донъяһына ғашиҡ төрлө һөнәр эйәләре, ысын мәғәнәһендә, бирелеп, мөкиббән китеп уйнаны тиһәң, һис арттырыу булмаҫ. Әлбиттә, ике ай эсендә ҡатмарлы пьесаны сәхнәгә сығарыу еңелдән түгел. Шулай ҙа талапсанлыҡ, яуаплылыҡ, фиҙаҡәрлек, ныҡышмалылыҡ ише шәп сифаттар арҡылы беҙ маҡсатыбыҙға ирештек, буғай. Ғөмүмән, сәхнә әҫәренең уңышы - бихисап кешенең хеҙмәт емеше ул. Сөнки пьесаны матур декорацияһыҙ, реквизиттарһыҙ, геройҙарға атап тегелгән костюмдарһыҙ, музыкаһыҙ, яҡтыртҡыстарһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын, шулай бит? Был йәһәттән, шөкөр, мәшәҡәттәр тыуманы, ҡала Мәҙәниәт һарайында эшләүсе коллегаларыбыҙҙың ярҙамы менән һәр теләгебеҙ ғәмәлләшә торҙо, - ти комедияны ҡуйыусы режиссер, "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театры етәксеһе Гөлнара Насретдин ҡыҙы Ғилманова фекерҙәре менән уртаҡлашып.
Режиссерҙың уң ҡулы, "Ҡоҙаса" комедияһында Басир ролен башҡарыусы Азат Баҡыев та режиссерҙың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, һәүәҫкәр актерҙарҙың эшен юғары баһаланы:
- "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театры на йөрөүсе төрлө һөнәр, быуын кешеләрен тик бер изге тойғо - сәнғәт донъяһына булған самими һөйөү берләштерә. Сөнки оҙайлы эш сәғәттәренән һуң, нисек кенә арманһыҙ булмаһындар, улар бында ашыға. Хатта бер нисә саҡрым үтеп, райондан килеүселәр ҙә бар беҙҙең арала. Һәм, әлбиттә, күңел оло теләк, дәрт-дарман менән янғанда, уңышһыҙ спектакль ҡуйыу мөмкин түгел ул.
Наза ролендә беренсе тапҡыр ҙур сәхнәгә сығырға йөрьәт иткән Нәркәс Вәлиуллина:
- Үҙ-үҙемә һәр саҡ тәнҡит күҙлеге аша ҡараған кеше булараҡ, ҡурҡыу, икеләнеүҙәремде һыпырып ташлап, күптән хыял иткән сәхнәлә тороу минең өсөн үҙе үк ҙур еңеү. Әгәр һин зал тултырып килгән тамашасы алдына сығып баҫҡанһың икән, тимәк, фекерҙәр, ҡараштар төрлөлөгөнә, тәнҡиткә лә әҙер булырға тейешһең. Әммә булмышы менән был серле, мажаралы донъяға ысын күңелдән ғашиҡ кеше һис ҡасан ярты юлда туҡтап ҡалмаясаҡ - киләсәктә үҙе өҫтөндә йәнә лә илһамланыбыраҡ, дәртләнеберәк эшләйәсәк. Үҙ сиратымда, тамашаға килгән, шулай уҡ фәҡәт мине хуплап-йөпләп тороусы яҡындарыма, дуҫтарыма сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм, - тип һүҙен тамамланы "ҡоҙаса".
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған кинематографы Зәлифә Әхмәҙей ҡыҙы Әғләмова ла спектакль йәһәтенән үҙ фекерен еткерҙе:
- Күренекле драматург Баязит Бикбай, яҡташыбыҙ, билдәле композитор Заһир Исмәғилев ижадтарының иң сағыу өлгөһө булған "Ҡоҙаса" музыкаль комедияһын ниндәй генә театр сәхнәләштермәне икән һуң! Был пьесаның музыкаль йәһәттән яңыртылған варианты ла тыуҙы. Мәҫәлән, 1994 йылда Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының беҙҙең сәхнәлә ҡуйған "Ҡоҙаса"һын Заһир Исмәғилев үҙе үк Өфөнән килеп ҡараны. Яңыса яңғыраған комедияны бик оҡшатҡайны ул. Әлбиттә, шундай профессиональ театрҙарҙан һуң, был классик әҫәрҙе халыҡ хөкөмөнә сығарырға батырсылыҡ иткән Гөлнара Насретдин ҡыҙына афарин тиергә генә ҡала. Һәүәҫкәр актерҙарҙың ифрат шәп уйнауына, йәш егет-ҡыҙҙарҙың "Косилка-молотилка" кеүек күңелле таҡмаҡтарына, оҫта тыпырҙатыуҙарына күңел талпынып, йырлап ултырҙы. Шулай уҡ сәхнәнең биҙәлеше, актерҙар өҫтөндәге кейемдең шул заманға ярашлы булыуы, музыканың бирелеше, сәхнәне дөрөҫ яҡтыртыу кеүек мөһим деталдәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы...
ҒӨМҮМӘН, театр йылында ҡалабыҙҙың төп тамаша залында ҡуйылып, йәшен дә, ҡартын да һеңкелдәтә көлдөргән, мәле-мәле менән шаулатып ҡул саптырған, йән-тәнгә ял биргән музыкаль комедияның бүтәнсә булыуы мөмкин дә түгел. Һүҙҙе йомғаҡлап, "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театрына артабан да илһамлы ижад, шығрым тулы залдар, хуплау ауаздары вә алҡыштар юлдаш булһын, тибеҙ!
Читайте нас: