Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Апрель 2019, 13:49

Күңелдәрҙән - көйҙәр, йөрәктәрҙән йырҙар яралған

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Учалы районы хакимиәтенең Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты, композитор, думбырасы, ҡурайсы, йыраусы Мөхәррәм Сәлимов призына үҙешмәкәр композиторҙарҙың асыҡ район конкурсы уҙҙы. Уны район мәҙәниәт идаралығы Шығай мәҙәниәт йорто һәм "Ҡуңыр буға" төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойошторҙо.

Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә...
Мөхәррәм Әхмәтша улының Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә яҙған “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын яттан белмәгәндәр бик һирәктер. Йырҙары халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын тәшкил иткән телебеҙҙең девизына әүерелгән тиһәң дә хата булмаҫ. Йырҙар, ҡобайырҙар ижад итеүҙән тыш, заманында Белорет башҡорттарының милли аңын күтәреү, “Иҙел башы” тип исемләнгән башҡорт ойошмаһы етәксеһе булған, ҡалала башҡорт мәктәбе, башҡорт балалар баҡсаһы асыу өсөн күп көс һалған актив йәмәғәтсе Мөхәррәм Сәлимов исемендәге призға мәртәбәле конкурс үткәреү тормош үҙе үк талап иткән сара.
Музыканттарҙың ижади музыкаль потенциалын һаҡлау һәм артабан үҫтереү, үҙешмәкәр композиторҙар араһында яңы исемдәрҙе табыу, республиканың иң яҡшы вокал өлгөләрен пропагандалау конкурстың төп маҡсаты булып торҙо. Йыр-моң бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн район-ҡалабыҙҙан, Әбйәлил, Бѳрйән райондарынан, Баймаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан алдан заявка биргән 11 үҙешмәкәр композиторҙың һәм улар ижад иткән йырҙарҙы башҡарыусыларҙың сығышын жюри ағзалары - район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин, Сермән балалар музыка мәктәбе директоры Әлфиә Идиәтуллина, “Елмерҙәк” этно-рок төркөмө етәксеһе Илгиз Сәғәҙәтов баһаланы.
Сания Мортазина ижад иткән йырҙарҙы башҡарған Фирғәт Өмөтҡужин, үҙешмәкәр композиторҙар Вил Йәнйегетов, Рәшиҙә Мортазина, Вәғиз Сабитов, Сания Мортазина, Сәйфулла Ғайсиндың йырҙарын жюри хөкөмөнә сығарған Алһыу Тимероваға конкурста ҡатнашҡан өсөн Диплом һәм “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһынан иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Манышты ауылынан Рөстәм Миһранов “Милли үҙенсәлекле йырҙар ижад иткәне өсөн”, Фәнүзә Биктимерова, Нәркәс Ҡарамышева “Үҙенсәлекле аранжировка”, Илмир Хызыров “Әҫәрҙе яҡшы башҡарғаны өсөн” һәм Фәнүзә Биктимерова “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында билдәләнеп, Диплом, "Ҡуңыр буға" ойошмаһынан махсус бүләк һәм аҡсалата приз менән бүләкләнде.
III урынға Сәйфулла Ғайсин һәм Сания Мортазина, II урынға Илнур Сирбаев лайыҡ тип табылһа, конкурстың тәүге баҫҡысын Рафаэль Мортазин яуланы. Уларға ла шулай уҡ Диплом һәм аҡсалата бүләктәр бирелде. Үҙешмәкәр композиторҙар конкурсының гран-приһына лайыҡлы рәүештә Илнур Әхмәтшин лайыҡ булды.
Әйткәндәй, еңеүселәргә бүләктәр тапшырыуҙа бағыусылыҡ ярҙамын Ҡаһарман ауылынан эшҡыуар Самат Мусин күрһәтте.
Конкурс һуңында райондың Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Суфьянова телмәр тотоп: “Был конкурсты Мөхәррәм ағайҙың байрамы тип атарға була. Уны уҙғарыу республикабыҙҙа ҙур ваҡиғалар барған осорға тура килде. Һәр ерҙә лә шаулап-гөрләп ҡоролтайҙар үтә, еребеҙ, телебеҙ, милләтебеҙгә бәйле проблемалар күтәрелә, ҡарарҙар ҡабул ителә. Был Мөхәррәм ағайҙың хыялдары тормошҡа аша тигән һүҙ. Мөхәррәм Әхмәтша улы менән 80-се йылдар аҙағынан алып бергә эшләнек. Белоретта балаларҙың башҡорт фольклор клубын асыу, ҡалала башҡорт мәктәбен булдырыу, үҙаллылыҡ яулау ѳсѳн көрәшкән, телебеҙ, халҡыбыҙ, районыбыҙ тип янып, йүгереп йөрөп эшләгән Мѳхәррәм Сәлимовтың хеҙмәте баһалап бөтөрлөк түгел”, - тине.
Илнур Әхмәтшин Мөхәррәм Сәлимов исемендәге призға үҙешмәкәр композиторҙар конкурсында яулаған аҡсалата бүләген уға матди ярҙам итеп тапшырып, изге Рамаҙан айы алдынан оло сауап алды.
Мәүлит КӘРИМОВ, конкурсты ойоштороусы: - “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһына, шулай уҡ өс ҡала-райондан: Белорет, Учалы һәм Әбйәлилдән, яҙыусыларҙан тыш, үҙешмәкәр композиторҙар ҙа инә. Белоретта төрлө йылдарҙа Мөхәррәм Сәлимов призына уҡыусы балалар араһында уның йырҙарын башҡарыусылар конкурстары, “Балалар өсөн йырҙар” китабының исем туйҙары үткәрелде. Ул үҙе ойошмабыҙҙың ағзаһы булараҡ, күп төрлө сараларҙа бик әүҙем ҡатнашып йөрөнө, сығыш яһаны. Мөхәррәм ағай Сәлимовҡа ҙур хөрмәт йөҙөнән уның призына үҙешмәкәр композиторҙар конкурсы уҙғарыу теләге, йәғни идеяһы тыуҙы. Ошо тәҡдим менән район мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Ирек Иҫәнғужинға мөрәжәғәт иттем. Ирек Рауил улы был тәҡдимде хуплап ҡаршы алды. Тиҙ арала конкурстың положениеһы төҙөлөп, көнө билдәләнеп, төрлө райондарға таратылды. Был эш Интернетта ла киң йәйелдерелде. Конкурс еңеүселәрен бүләкләүҙә ярҙам иткән Ҡаһарман ауылынан эшҡыуар Самат Мөҡтәсип улы Мусинға конкурсты ойоштороусылар исеменән рәхмәт һүҙҙәремде әйтәм.
Читайте нас: