Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Апрель 2019, 13:49

Дуҫлыҡ, илһам һәм күңел байрамы

Ҡала Мәҙәниәт һарайында Юрий Рыбаков исемендәге XXII традицион бейеү байрамы үтте.

Төрлө бейеү жанрҙары күрһәтелгән фестивалдә Учалынан «Кристалл» спорт-бал бейеү клубы, Бөрйәндән «Осҡон», Силәбе, Белорет мәҙәниәт һарайҙары коллективтары, мәктәп һәм шулай уҡ йәш бейеү ансамблдәре ҡатнашты. Бөтәһе 22 бейеү коллективы сығыш яһаны.
Бейеүҙәрҙең ниндәй генә төрө булманы: балет һәм эстрада, халыҡ һәм классик, спорт стилендәге, боронғо һәм заманса ла, талғын йәки дәртле бейеүҙәр сәхнәлә бер-бер артлы алышынып ҡына торҙо.
Бейеү байрамы бик сағыу, күңелле үтте. Барыһы ла көс-ҡеүәт, дәрт, ижади үрҙәр яуларға илһам алды. Ҡунаҡтарға Грамоталар, татлы бүләктәр тапшырылды.

Читайте нас: