Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Апрель 2019, 15:17

Таланттар республиканы данлай

Урта белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының һәм уҡыусыларының “Башҡортостанымды данлайым!” тип аталған үҙешмәкәр ижад фестиваленең II этабы тамамланды.

Егерме өс ауыл мәктәптәренең һигеҙе өсөн Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы илһөйәрлек, тарих хәтерен һәм юғары рух күтәренкелеген һаҡлауға йүнәлтелгән юбилей тантаналары һандығын тулыландырыу сараһына әүерелде.
Революция шауҡымында тыуған тәүге автономиялы республика бөтә үҫеш этаптарын үтте. Башҡортостан бөгөн - Рәсәйҙең үҙ тарихын һәм культураһын һаҡлап алға ынтылған ҡеүәтле индустриал-сәнәғәт үҙәге. Ә быуындарҙың рухи бәйләнеше бары йәмғиәттең берләшеүе аша ғына булырға мөмкин. Ошо берләшеү бөтә конкурс программаһы аша ҡыҙыл һыҙыҡ булып үтте.
Белореттар бөтә кимәлдә туҡтауһыҙ рәүештә арҙаҡлы яҡташтарының исемдәрен пропагандалай. Бына сермәндәр ҙә тәүге республика Хөкүмәтенең ѳс наркомы, яҙыусылар Сафуан Әлибаев, Тайфур Сәғитов, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилев, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнгән халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин, бөтә донъяға билдәле танылған офтальмолог Эрнст Мулдашев тураһындағы яҡты иҫтәлектәрҙе байраҡ урынына күтәреп баралар. Сараны ойоштороусылар беҙҙең төп брендтарыбыҙ - донъя мәҙәниәте ҡомартҡыһы булған “Урал батыр” эпосын, башҡорт балын, Башҡортостандың танылған һауыҡтырыу учреждениеларын, ә иң мөһиме - 160 милләт вәкилдәренең дуҫлығын һәм берҙәмлеген күҙ уңынан ысҡындырмаған. Д. Атауллина, Г. Иҙрисова, А. Нәжметдинов, А. Исламов, Х. Хамматов башҡарған йырҙар, хореограф Айгөл Мағазова етәкселегендәге “Йәшлек” бейеү ансамбленең бөтә звеноларының сағыу сығыштары, Д. Атауллина етәкселегендәге вокаль һәм хор коллективтарының, А. Атауллин менән Л.Шаһиморатова етәкселегендәге милли инструменттар һәм ҡалаҡтар менән уйнау ансамблдәренең, сценарий авторы Л. Фәтҡуллинаның тырышлығы, бай фантазияһы менән сағыу художестволы күренеш барлыҡҡа килтереп, фестивалдең иң юғары баһаһы - гран-при алыуға өлгәштеләр.
Районыбыҙҙа йырлаған һәм бейегән етәкселәрҙең береһе булған Сермән мәктәбе директоры Ғаян Аҙнабаев та үҙенең тәрбиәләнеүселәре һәм коллегалары менән еңеү тантанаһын бүлеште.
Бигерәк тә Үрге Әүжән тураһында әллә күпме һөйләргә була. Бындағы халыҡ дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә лә, батшаларға ғына хас байрамдар уҙғарырға ла белә. Ә инде ҡайҙа дуҫлыҡ һәм берҙәмлек - шунда һәр саҡ уңыш бар. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Валентина Серегина етәкселегендәге милли рус мәктәбе республиканан ситтә лә билдәле. Мәғариф ҡаҙаныштарына рухи тәрбиә лә ҙур өлөш индерә. Быуаттар буйына тәбиғәттән айырылғыһыҙ халыҡтың тормошо уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың хор, вокаль ансамблдәр, тауышлы инструменттар, йырсылар Алексей Кондратьев, Елена Волгина, Ольга Петрова, Любовь Авдеева сығыштарында сағылды. Ә инде милли башҡорт колоритын нығыраҡ тойоу маҡсатында әүжәндәргә ҡунаҡҡа ҡаһармандар ҙа килде. Инструменталь һәм вокаль ансамблдәр, беҙҙең яратҡан район йондоҙсоғо Уралиә Мусина байрам тантанаһын тағы ла йәнләндереп, йәмләндереп ебәрҙеләр. Һөҙөмтәлә Әүжән мәктәбе лайыҡлы I урынды яуланы.
Үткәлдәр ҙә беренселек тажына эйә булды. Шулай уҡ бында ла уңыштың төп сере - мәҙәниәт йорто менән мәктәптең бер һулыштан эшләүе. Сәхнәлә уҡытыусылар һәм уҡыусылар ансамблдәре вокал, шиғри һүҙ, инструменталь жанрҙарҙа ла юғары кимәлдә балҡыны. Бигерәк тә һоҡланғыс бейеүҙәр ҡуйған Гүзәл Шәғәлинаға рәхмәт һүҙҙәрен әйтке килә. Ислам Сабаевтың бейеүе үҙе ни тора! Халҡыбыҙҙың милли тамырҙарына, мәҙәниәтенә тап ошондай һаҡсыл ҡарашты бөтә ерҙә лә һеңдереү зарур.
Почетлы II урын Туҡан менән Тимер юл мәктәптәрендә. Туҡандың тарихы металлургия үҫешенә тығыҙ бәйләнгән. 1888 йылдан Туҡан руднигы эраһы башлана. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың бер өлөшө - үҙҙәренең бәләкәй Ватаны тураһында йырсылар, һүҙ оҫталары, хор башҡарыусылар һәм бейеүселәр, Тимеровтарҙың ғаилә ансамбле, ҡалаҡсылар, фольклор коллективы һәм һоҡланғыс йырсы Лариса Лыгина патриотик рухта һәм бер тында бәйән итеүгә иреште. Үҙҙәренең танылған яҡташы, Рәсәй Геройы Дмитрий Плотниковҡа ла дан йырын яңғыраттылар.
Тимер юл ауылы мәктәбе лә ыҡсым һәм күңелгә ятышлы программа күрһәтте. Урынлы видеоматериал, һәр яҡлап та килгән сәхнә культураһы - был учреждениены айырып торған һыҙат. Саф күңелле, тәрбиәле уҡыусылар, уларҙың аҡыллы педагогтары төрлө жанрҙағы сағыу тамаша күрһәттеләр. Марха Хажи-Алиеваның Башҡортостан тураһындағы шиғыры, мәктәп директоры Юлия Тимофееваның йыры иң юғары баһа алыусылар рәтен тулыландырҙы.
Абҙаҡ һәм Сосновка мәктәптәре мәртәбәле III урынды бүлеште. Абҙаҡтар Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй” спектакленән өҙөк сәхнәләштереп, тамашасыға Театр йылы тураһында иҫкәртте. Йәш артистарҙың тәүге аҙымдары ауылдаштар күңеленә генә хуш килмәне, түңәрәктә шөғөлләнеүселәр былтыр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә лә уңышлы сығыш яһаны. Конкурсанттарҙың күмәк ҡатнашҡан юбилей программаһын мәктәп директоры Гөлшат Йомағужинаның алып барыуы ла маҡтауға лайыҡ.
Коллегаһынан артта ҡалмаған Сосновка мәктәбе директоры ла үҙ сығышы менән уҡытыусылар ансамблен йәмләне. Рида Ниғмәтуллинаның йырҙары ла программаның уңышын тәшкил итте. Төрлө жанрҙағы программаны илһөйәрлек тематикаһы берләштерҙе, ә Иҙел башының бай фауна һәм флораһын күрһәткән Л.Алаторцеваның фотокүргәҙмәһе уғата биҙәп ебәрҙе.
Конкурстың ярһыуҙары һәм тулҡынланыуҙары артта ҡалды. Бөтә ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар өсөн иң юғары баһа - оло тарихҡа ҡағылыу һәм үҙебеҙҙе яратҡан республикабыҙҙың бер күҙәнәге итеп тойоу мөмкинлеген бирҙе. Беҙ бит хәҙер бөтәбеҙ ҙә Башҡортостандың икенсе йөҙ йыллығына аяҡ баҫтыҡ .
Читайте нас: