Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Апрель 2019, 18:43

Күңелде елкетте «Еҙ үксә»

Бейеү... Донъяла һәр милләт кешеһенә лә берҙәй аңлайышлы, ғәжәп мауыҡтырғыс һәм аһәңле тел, тиҙәр уны... Йәнә лә, күңел түрендә йөрөткән йәшерен уй-хыялдар, һүҙ менән әйтергә ҡыймаған хистойғолар теле лә ул. Эйе, бейеү сәнғәтенә мөкиббән ғашиҡтар, уның тылсымына ғүмерлеккә арбалғандар уға аҡтыҡ һулышынаса тоғро ҡаласаҡ. Сөнки бейеү - иреклек, бер кемгә һәм бер нәмәгә буйһонмаҫ күңел азатлығы вә ғәйрәтлек бит...

Иҙел башының мәҙәни мәккәһенә әйләнгән Шығай "Өлкәр" башҡорт мәҙәни үҙәгендә Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов призына бишенсе тапҡыр уҙған "Еҙ үксә" район бейеүселәр конкурсының финал турын тамаша ҡылып, күпме дәүерҙәр артылып та, бихисап бейеү төрҙәре араһында башҡорт бейеүенең онотолоп, юғалып ҡалмауына, заман шауҡымына бирешмәй әле һаман яратып, күңел һалып башҡарылыуына, көйгә яраҡлаштырылған үҙенсәлекле ым-ишаралар, хәрәкәттәр арҡылы халҡыбыҙға хас йола-ғәҙәттәрҙең, ҡылыҡ-сифаттарҙың йәш быуынға түкмәй-сәсмәй еткерелеүенә тағы бер ҡат инанаһың. Был турала сараның мәртәбәле ҡунаҡтары - муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Рауил улы Иҫәнғужин, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Юлдаш улы Ғәлиастанов, республикабыҙҙа бейеү сәнғәтен үҫтереүҙә оло фиҙаҡәрлек күрһәткән шөһрәтле яҡташыбыҙ Риф Фәтих улы Ғәбитов та үҙ сығыштарында билдәләп үтте.

Милли бейеүҙәрҙе үҫтереүҙе, камиллаштырыуҙы, пропагандалауҙы маҡсат иткән конкурсты нарыҡлау яуаплылығы Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр бейеүсе Риф Ғәбитов, Белорет Мәҙәниәт һарайының хореографы Артур Ибраһимов, муниципаль район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин атлы ир-егеттәрҙең иңенә ятты.

Башҡорт бейеүҙәре араһында халыҡтың көнкүреш үҙенсәлектәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын, үҙен уратып алған донъяны нисек ҡабул итеүен, күңел торошон сағылдырғандары бихисап. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар башҡарған бейеүҙәрҙә күренә был. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубынан Венера Ҡадированың - "Ҡалаҡ менән бейеү", Гөлминаз Хафизованың - "Тыпырҙаҡ", Зинира Хажинаның "Көмөш һырғалар", Ғәбдөк ауыл клубынан Нәркәс Әхмәтйәнованың - "Һамрау", Йөйәк ауыл мәҙәниәт йортонан Эльвина Муллағәләмованың - "Бишбармаҡ", Асы ауыл мәҙәниәт йортонан Лиана Козадаеваның - "Ҡурай сәскә атҡанда", Инйәр район мәҙәниәт йортонан Элина Ҡотошованың - "Тәбиғәт ҡосағында", Рысыҡай ауыл клубынан Вилиә Шайморатова, Үткәл ауыл мәҙәниәт йортонан Алтынай Мөхәмәтдинова, Ҡаһарман ауыл мәҙәниәт йортонан Илина Ирғәлина башҡарған данлыҡлы "Заһиҙә", Береш ауыл клубынан Гөлфиә Сәмсетдинованың "Ләүсәтин", Ботай ауыл клубынан Әлфиә Ирғәлинаның "Хан ҡыҙы", Әзекәй ауыл мәҙәниәт йортонан Дилбәр Истамбаеваның, Манышты ауыл клубынан Нәркәс Абдрахманованың "Бөрйән ҡыҙы", Шығай күп тармаҡлы ауыл клубынан Азалия Мырҙабаеваның "Таң сәскәһе" бейеүҙәрендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас нәзәкәтлек, уңғанлыҡ, сабыр аҡыл, тоғролоҡ, тәбиғәт менән бер йән булыуҙары, шулай уҡ кәрәк саҡта шаян да, йор һүҙле лә икәнлектәре ҡылыҡһырлана.

Башҡорт ир-егеттәренең батырлығын, осҡорлоғон, ҡуш йөрәклелеген Шығай күп тармаҡлы ауыл клубынан Айвар Ғилманов - "Һунарсы", Үткәл ауыл мәҙәниәт йортонан Ислам Сабаев "Генерал Циалковский" бейеүҙәрендә данланы. Ғәбдөк ауыл клубының исемен яҡлаған 10 йәшлек Искәндәр Тәҡиуллиндың мәрәкәле "Ҡара тауыҡ" бейеүе тамаша ҡылыусыларҙың кәйефен оторо күтәреп ебәрҙе.

Коллектив бейеүҙәр менән сәхнәгә сыҡҡан Олойылға ауыл мәҙәниәт йортоноң "Сюрприз" дуэты, Асы ауыл мәҙәниәт йортоноң - "Ләйсән", Рысыҡай ауыл мәҙәниәт йортоноң - "Йондоҙсоҡ", Инйәр район мәҙәниәт йортоноң - "Даръя", Мәхмүт ауыл мәҙәниәт йортоноң - "Ирәмәл ынйылары", Сосновка ауыл мәҙәниәт йортоноң - "Арташ", Үткәл ауыл мәҙәниәт йортоноң "Ләйсән" бейеү ансамблдәре һәр ваҡыттағыса дәртле, йәнле сығыштары, дәррәүлеге менән хайран итте. Үҙәнбаш ауылынан 6 йәшлек Әлфиә Ғәлимйәнова һәм Нурсолтан Мөхәмәтйәров башҡарған "Дуҫлыҡ" бейеүе, кескәй конкурсанттарҙың ғәжәп һөймәлеклеге арҡылы, тамашасы күңелен арбаны.

Бейеүселәр кейгән милли костюмдарҙың эстетик торошо, зауыҡлығы, теге йәки был бейеү өсөн ярашлы булыуы, конкурсанттарҙың сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуы, бейеүҙәрҙең дөрөҫ ҡуйылышы, ым-ишараның, хәрәкәттең аныҡлығы - бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырманы баһалама комиссияһы. Етди һәм оҙайлы кәңәшмәнән һуң, ниһайәт, еңеүселәр ҙә билдәләнде.

Конкурс һөҙөмтәләрен гәзиттең 35-се һанында (30 апрель) уҡығыҙ.
Читайте нас: