Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Июнь 2019, 13:59

Надежда Бабкина килә!

Йыл һайын үткәрелеп килгән “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафоны 10 июндә Ѳфѳлә ойошторолған пресс-конференциянан һәм Благовещендағы концерттан башланды.

Рәсәйҙең тѳрлѳ тѳбәктәренән Башҡортостанға килгән профессионал коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар Бѳрѳ, Бәләбәй, Салауат, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Белорет, Сибай, Учалы ҡалаларына сәйәхәт итәсәк. Һәр тѳйәктә уларға урындағы үҙешмәкәр коллективтар ҡушыла.
Фестивалдең түләүһеҙ концерт программаларында Үҙәк федераль округтан Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм Мәскәү дәүләт академия театрының “Русская песня” коллективтары сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ концерттарҙа Краснодар ҡалаһынан “Криница” казак йырҙары дәүләт ансамбле, Кемеров ҡалаһынан “Сибирский калейдоскоп” губернатор бейеү театры, Владикавказдан “Ритмы гор” доулистар ансамбле, Саранскиҙан “Мерема” этнографик фольклор студияһы, Абакандан “Айланыс” фольклор ансамбле, Ѳфѳнән “Арғымаҡ” этно-рок тѳркѳмѳ, Саха республикаһының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәтенең “Душа России” премияһы лауреаты Альбина Дегтярёва ҡатнаша.
12 йыл дауамында ойошторолоп килгән фестивальмарафон Рәсәй халыҡтарының рухи байлығы - быуаттар артылып килгән сәнғәт тѳрҙәрен һаҡлау, таратыу һәм дауам итеү йәһәтенән үҙ бурыстарын теүәл үтәп килә. Традицион мәҙәниәт аша фестиваль Рәсәй тамашасыһын йыр-бейеү сәнғәтенең аҫыл ҡомартҡылары менән таныштыра.
Иҙел башы халҡын фестиваль-марафон сиктәрендә Металлургтар майҙанында үтәсәк концертҡа кѳтѳп ҡалабыҙ.
Читайте нас: