Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Июнь 2019, 17:54

Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер

Уҫманғәле ауылында шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтеп китте. Ул ауылдың Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә арнап ҡуйылған обелиск эргәһендә башланды. Фәрзәнә Айса ҡыҙы Ғәлина хәтер һәм ҡайғы көнө тураһында әйтеп үткәс, аяуһыҙ һуғышта ҡатнашҡан, хәҙер инде гүр эйәләре булған ауылдаштарҙы иҫкә алдылар.

Артабан Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мөфтәхетдинов, ауыл старостаһы Самат Салауат улы Бәхтийәров, һуғыш осоро балалары исеменән хеҙмәт ветераны Нурғәле Сәйетғәле улы Хәлилов, ветерандар советы рәйесе Насир Арыҫлан улы Әлибаев сығыш яһаны. Бер минут тынлыҡ иғлан ителгәндән һуң, хәҙрәт Рәфис Рифҡәт улы Йәнбәков һуғышта һәләк булғандар һәм яҡты донъянан киткән ветерандар рухына арнап аят уҡыны, обелискыға венок, сәскәләр һалынды.
Байрамдың төп өлөшө йәмле Инйәр йылғаһы буйындағы хозур тәбиғәтле Бәхтин яланында үтте. Яҙмыш ҡушыуы буйынса сит яҡтарҙа йәшәгән, тыуған ауылын, тәүге аяҡ баҫҡан ерҙәрен, ауылдаштарын һағынып ҡайтҡан, осрашыу, күрешеү шатлығынан йөҙҙәре балҡыған, иҫтәлеккә фотоға төшкән шат йөҙлө кешеләргә иғтибар итмәү мөмкин түгел ине. Яландың уртаһында матур итеп биҙәлгән сәхнә, ҡунаҡ өйө - тирмә урынлашһа, һәр ара үҙ биләмәһендә шәжәрәләрен элгән, ҡул эштәре оҫтаһы Илзиә Мөҡсинова атлас таҫмаларҙан эшләнгән бантик-сәскәләр, түшелдерек, милли биҙәүестәр, кейеҙҙән тегелгән ҡупшы, йылы аяҡ кейемен күргәҙмә-һатыуға ҡуйған. Кемеһелер милли кейемдә сәхнәлә сығыш яһарға әҙерләнһә, икенселәре ҡаҙан аҫып ут яғып, табын әҙерләү менән мәшғүл ине. Шунда уҡ шәхси эшҡыуарҙар тарафынан балалар өсөн ҡуйылған батут, уйындар уйнау, бәләкәй машиналарҙа йөрөү майҙансығы урынлашҡан.
Барыһы ла майҙан үҙәгенә йыйылғас, һүҙ алып барыусыларға бирелде. Сәхнә түренә Уҫманғәле ауылында тыуып-үҫкән күренекле яҡташыбыҙ Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мөфтәхетдинов, Уҫманғәле ауылы старостаһы Самат Салауат улы Бәхтийәров, ветерандар советы рәйесе Насир Арыҫлан улы Әлибаев, хеҙмәт ветераны, леспромхозда һәм урман хужалығында оҙаҡ йылдар эшләп, күп һанлы наградаларға лайыҡ булған Мөхөтдин Фәрхетдин улы Исламов, Уҫманғәле ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Әфинә Саҙретдин ҡыҙы Ғөбәйҙуллина һәм һәр ара вәкилдәре саҡырылды.
Рафаэль Ибраһим улы Уҫманғәлелә тырыш халыҡ йәшәүе, һәр ваҡыт тыуған яҡтарына ҡайтырға ашҡынып тороуы тураһында әйтеп үтте, байрам менән ҡотланы. Ғайса Ғәбделхаҡ улы үҙ сығышында мәртәбәле сараны ойоштороуҙа ярҙам иткән, был тәҡдимде дәррәү күтәреп алған ауыл активистарына һәм Рәсәйҙең, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылып килгән яҡташтарға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Тыуған төйәгенең сәскә атыуы һәм социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Фәниә Вәхит ҡыҙы, Ишбикә Байгилде ҡыҙы, Кәримә Ноғман ҡыҙы, Гөлнара Фәрит ҡыҙы Исламоваларға, Фәрзәнә Айса ҡыҙы Ғәлина, Зифа Зариф ҡыҙы Искәндәрова, Флүрә Камалетдин ҡыҙы Иҫәнова, Рәсимә Рамаҙан ҡыҙы Сәйетғәлина, Зөһрә Сабит ҡыҙы Көҫәпҡолова, Гөлирә Фәрхетдин ҡыҙы Баһаутдинова, Мәрйәм Зариф ҡыҙы Салауатова, Мәүлиҙә Хабрахман ҡыҙы Йосопова һәм Әнисә Мәхмүт ҡыҙы Ғәлиәхмәтова, ауылдың йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашҡаны һәм “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн Инйәр ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Унан һуң Рафаэль Ибраһим улына тыуған төйәгенең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хатын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. “Урал” гәзите хәбәрсеһе районыбыҙҙың берҙән-бер башҡорт баҫмаһының тоғро дуҫы Мөхөтдин Исламовты гәзиттең махсус призы менән бүләкләне, Уҫманғәле һәм Инйәр ауылы ағинәйҙәренә милли традицияларҙы, йолаларҙы тергеҙеү һәм һаҡлау, йәш быуынға рухи тәрбиә биреү өлкәһендәге әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Илгиз Сафый улы бында сәмсел, тырыш, дәртле халыҡ йәшәүен, ошондай байрамдарҙы үткәреү рухи үҫешкә булышлыҡ итеүен, шәжәрәләрҙе барлау, туған-тыумасаларҙы танып-белергә ярҙам итеүен әйтеп китте һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Рәйсә Ҡорбан ҡыҙы Фәтхетдинова, Әфинә Саҙретдин ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, Фаягөл Исмәғил ҡыҙы Салауатова, Рәмил Фәхретдин улы Исламов, Фаил Рафаил улы Алтынбаевҡа муниципаль район хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы. Ауыл старостаһы Самат Салауат улы ауыл тормошо тураһында һөйләп үтте, ниндәй генә байрам, өмә булмаһын халыҡтың һәм ағинәйҙәрҙең (бигерәк тә Кәримә Исламованың), оҙаҡ йылдар леспромхозда яуаплы урында эшләп хаҡлы ялға киткән Нурғәле Сәйетғәле улы Хәлиловтың ярҙам итергә әҙер тороуын билдәләне һәм ошондай эштәрҙә әүҙем ҡатнашҡан, ярҙамсыл бер төркөм ир-егеттәрҙе: Рәшит, Рәил Хисмәтуллиндар, Рәмил, Рим, Рауил, Айбулат Исламовтар, Ғаяз Сөнәғәтов, Марат Ғәйнуллин, Фаил Алтынбаев, Айнур, Айназ, Юлдаш Салауатовтар, Раян, Фидан Усмановтар, Наил Йосопов, Илшат Даньяновтарҙы, Айбулат Абдрахманов, Ильяс Бәхтийәровтарҙы билдәләп китте, ағас, таҡта кеүек кәрәк-яраҡтар менән һәр ваҡыт тәьмин иткән шәхси эшҡыуар Радмир Шәрипов, Собит Бекмурзаевҡа рәхмәтен белдерҙе. Хеҙмәт ветераны Фәрзәнә Айса ҡыҙы Ғәлина ауыл тарихы менән таныштырып үтте, байрам менән тәбрикләне. Уҫманғәле ағинәйҙәре хөрмәтле ауылдаштары Рафаэль Байдәүләтовҡа уның менән ғорурланыуҙарын, ауылы, районы өсөн эшләгән эштәре өсөн рәхмәт әйтеп, бүләк тапшырҙы.
“Эсәк”, “Тартай”, “Өрөк”, “Бәйкәй”, “Табан”, “Суртан”, “Тауарҙар” аралары үҙҙәренең шәжәрәләре, затырыуҙарының күренекле кешеләре менән таныштырҙы, йыр-моңға һәләттәрен күрһәтте, араның иң өлкән һәм иң кесе ағзаларына бүләктәр тапшырҙы. Арҡан тартышыу, көршәк ватыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, күҙҙе бәйләп бүләк ҡырҡыу, тоҡ менән йүгереү кеүек халыҡ уйындарында барыһы ла теләп ҡатнашты. Матур тәбиғәт ҡосағында үткән байрам ойошҡан рәүештә йәмле һәм йәнле үтте. Унан барыһы ла осрашыу, күрешеү, аралашыу шатлығынан ҡәнәғәт ҡалып, ҡыуанышып таралышты.
Рафаэль Ибраһим улы БАЙДӘҮЛӘТОВ:
- Мин һәр ваҡыт тыуған төбәгемә яйы сыҡҡан һайын ҡайтырға тырышам. Ғаиләм дә Белорет яҡтарына килергә ашҡынып ҡына тора. Ҡайтҡан һайын ниндәй үҙгәрештәр булғаны менән ҡыҙыҡһынам, үҙем төҙөткән объекттарҙы ҡарап үтәм. Заманында Урал аръяғын үҫтереү өсөн бик күп эштәр эшләнек. Шул саҡтарҙа беҙҙең командала булған Радий Фәрит улы Хәбировтың беҙҙең эштәрҙе артабан да дауам итеренә ышанам. Ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы менән һәр саҡ аралашып торам, ауыл тормошо менән ҡыҙыҡһынам, кәңәштәремде бирәм, хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Минең ауылымда бик тырыш халыҡ йәшәй, заман ауырлығына бирешмәй, үҙ көсөнә ышанып йәшәргә тырыша. Мин уларҙың барыһына ла именлек, иҫәнлек теләйем.
Читайте нас: