Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Июль 2019, 17:28

Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып-үҫкән ер яҡшы!

Район ауылдарында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары бара. Ә бына үткәлдәр Тамъян-ҡатай йыйыны үткәрҙе.

Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре етәкселәре Мәҙинә Йомағужина, Гүзәл һәм Иршат Шәғәлиндар, һәүәҫкәр артистар, ағинәйҙәр, ауыл активистары байрамға килеүселәр күңелле ял итһен өсөн ҙур тырышлыҡ һалған: балаларға уйындар, спорт ярыштары, йыраҡтарҙан килгән яҡташтарына сәй табыны.
Мәҙинә Йомағужина һәм Иршат Шәғәлин сараны асып, үткәлдәрҙе байрам менән тәбрикләп, күңелле ял итергә саҡырҙы. «Кеше үҙ ырыуын, сығышын, йәшәгән урынын, тарихын белергә тейеш. Байрамыбыҙ маҡсаты - киләсәк быуынға шуны аңлатыу”, - тине улар.
Мәүлидә Ғәлимова йыйылыусыларға ауылдың Тамъян-Ҡатай ырыуына ҡарағанлығы, ғөмүмән, тамъян-ҡатайҙарҙың килеп сығышы, шулай уҡ тиҙҙән 500 йыллығы билдәләнәсәк Шәғәле Шаҡман тураһында ентекләп һөйләне. Ауылдың абруйлы аҡһаҡалы, Шығай ауыл хакимиәтенең ветерандар советы етәксеһе Фәтих Һаҙый улы Мөхәмәтдинов хакимиәт исеменән ҡотлау һүҙҙәре әйтте. Уҡытыусы-ветеран Фатима Хәлилова ла сығышында ауылдағы ыңғай күренештәр, атап әйткәндә, йәштәр ойошма һы булдырылыуы, уларҙың айыҡ тормош алып барыу өсөн тырышлыҡ һалыуҙары хаҡында һөйөнөп һөйләне, уларға уңыштар теләне. Магнитогорскиҙан килгән Гөлширә Шәғәлина, Сибайҙан Гөлфиә Мөхәмәтдиновалар ҙа ауылдаштарын байрам менән ҡотлап сығыш яһанылар. “Талантлы ла, дәртле лә беҙҙең үткәлдәр. Заволокиндарҙың “Играй, гармонь!” тапшырыуында, “Алтын тирмә”лә ҡатнашып, Рәсәй, республика кимәлендә танылдылар, район-ҡалалағы сараларҙы һанап бѳтѳрлѳк түгел. “Үткәл” халыҡ фольклор-инструменталь ансамбле ҡайҙарҙа ғына сығыш яһаманы, гел яратып, алҡышлап ҡаршы алалар, афарин, уларға!” - тип һоҡланып һөйләне йыраҡтан килгән ауылдаштары.
Байрам уңайынан “Урал” гәзите үҙенең күптәнге уҡыусыһы, тоғро дуҫы, ағинәй Зәйтүнә Хажинаға махсус бүләк тапшырып ҡыуандырҙы.
Ауылдаштар мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт ҡараған мәлдә бала-саға ярыштарҙа ҡатнашты, бер яҡ ситтә ҡунаҡтар өсөн самауырҙар шыжланы.
Йырсылар Иршат Шәғәлин, Мәҙинә Йомағужина, Таңһылыу Вәхитова, Зилә Шәғәлина, Гүзәл Шәғәлина етәкселегендә “Ләйсән” бейеү ансамбле, “Үткәл” халыҡ фольклор ансамбле, уҡытыусылар коллективы һәм башҡалар сәхнә күрке булдылар.
Читайте нас: