Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июль 2019, 19:49

Рысыҡай урамдары, тынмаһын йыр-моңдары...

Ауылдаштарҙы, туғандарҙы бергә йыйған күңелле байрамды йылдар буйы һағынып, көтөп алыусан халыҡ. Ситтә йәшәгәндәр өсөн бигерәк тә ҡәҙерле ул."Тыуған ерҙән торған ер яҡшы", тиһәләр ҙә тәпәй баҫҡан, кендек ҡаны тамған, ата-бабаларыңдың һуңғы төйәге булған ауылдан да ғәзизерәге юҡтыр. Был тойғолар, кисерештәр ауылдаштар осрашыуы байрамдарында һис йәшеренеп ятмай: һәр береһенең йөҙөндә сағыла. Ихлас йөҙҙәр, йылмайыуҙар, ҡосаҡлашыуҙар...Һис кенә лә яһалмалылыҡ юҡ. - Йә, Хоҙай, һинме ул, танымай торам. - Уй, йәшлек дуҫҡайым! Һис үҙгәрмәгәнһең. - Әлдә ошо байрамды уйлап сығарғандар, рәхмәт яуғырҙары . Ошондай һоҡланыу, ғәжәпләнеү , ҡыуаныу ауаздары көн оҙонона дауам итә.

Ауылдаштарым үткәргән матур сараларҙан ситтә ҡалмайым. Байрам иғлан ителгәс, уның элеккесә юғары кимәлдә, ауылдаштарҙың күңелен күрер өсөн бөтә көстәрен һалып әҙерләнәсәктәренә шигем булманы. Дәррәү тотондолар: кәртә-ҡураларҙы йүнәтеп, юл, урам, йылға буйҙарын таҙартып, өй, ҡапҡа, рәшәткәләрҙе буяп, яңыртып ҡуйҙылар. Төрлө тарафтарҙан йыйылған ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын өсөн барыһы ла эшләнде. Яҡынса 270 йыллыҡ тарихы булған ауыл төрлө төҫтәргә буялған рәшәткәләре, семәрле, милли биҙәктәр төшөрөлгән ҡапҡалары, матур тәҙрә яҡтарына ҡарап һоҡланырлыҡ булды. Иллә сәмле, егәрле халыҡ ул рысыҡайҙар.
Көнэлгәре матур йорттарҙы ҡарай сыҡҡан баһалама ағзалары - Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Ринат Моратшин, хеҙмәткәрҙәре Луиза Мөхәмәтйәрова, Гөлназ Аҫылбаева, шулай уҡ “Урал” гәзите журналистары ауылдың төҙөклөгөнә, ҡайһы бер өйҙәрҙең әкиәти матурлығына хайран итте. Унан балалар, “Бөгөн беҙҙә ҙур байрам - Һаумыһығыҙ, ауылдаштар! Беҙ йөрөйбөҙ әйсәләп, бирегеҙ беҙгә бүләк, бүләктәрегеҙҙе бирербеҙ иң яҡшы бейеүсегә, иң яҡшы йырсыға, һырғауыл менеүсегә” тип һамаҡлап, байрам һөлгөһөн йыйырға сыҡты. Урамдарҙы әйләнеп сыҡҡансы төрлө уйын, ярыштар үткәргәндә бүләк итеү өсөн байтаҡ әйбер ҙә йыйылды. Борондан ҡалған йоланы балалар ихлас башҡарҙы.
Иртәгеһен, бер аҙ ямғыр ҡамасаулауына ҡарамаҫтан, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп ҡаршыларға сыҡты. Шунда уҡ йыр-бейеү, һый-хөрмәт башланды. Ҡунаҡтар байрам үтәсәк майҙанға тиклем әҙерләнгән өҫтәлдәрҙең ризыҡтарынан ауыҙ итә-итә, матур йорттарҙы ҡарап, урамдарҙан үтергә тейеш булды. Шулай булмайса, ҡасан бөтә ауылды урап сығырға мөмкинлек тәтейәсәк!
Айрат Иҫәнбаевтың күркәм йорто алдында Ҡояшлы, Урманлы, Тракт урамдары әҙерләгән өҫтәл янында Гөлкәй Канафина, Нурия Бадалова, Дилә Бадалова милли ризыҡ, эсемлектәр менән йырлап-бейеп ҡаршыланы. Ҡымыҙ, буҙа, сәй эсеп, күңелдәр күтәрелеп, ары киттек. Афариндар!
Мәктәп урамында ҡунаҡтарҙы Нәфисә Ғимранова, Сәриә Мансурова, Фәйрүзә Хәсәнова һәм башҡалар өҫтәл тулы тәм-том, яҡты йөҙ менән ҡаршылап оҙатты. Һай, уңғандар, дәртлеләр!
Үҙәк урам хужалары ла бик ҡунаҡсыл булыуҙарын иҫбатланы. Гөлсөм Түлебаева, Гөлсинә, Сажидә Латиповалар, Сәйтамал Ғимранова һәм башҡалар борхоп ҡайнап ултырған самауырҙан сәй эсереп, ҡаҙы-тултырмаларынан ауыҙ иттереп, йырлап-бейеп күңелдәрен асты ауылдаштарының. Рәхмәттән башҡа ни әйтәһең!
Зикриндар ғаиләһе ҡорған тирмә янынан китке лә килмәне. Үҙе бер йәйләүҙе хәтерләтте. Тирмә эсе боронғоса йыйыштырылған, ситән менән кәртәләнеп, унда көнкүреш кәрәк-яраҡтары эленеп тора. Ҡотоғо ла, яһалма күле лә бар. Тирмән тартып ҡараусы ла булды. Егәрле малсы Хәлитуллиндарҙың ҡаҙаныштарын һөйләгән стенд та эленгән, ҡул эштәре күргәҙмәһе лә урын алған. Уңған, дәртле, талантлы килендәр, ейәндәр үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Ҡыҫҡаһы, ауылдаштарҙы һоҡландырҙы, бик оҙаҡ маҡтап һөйләрлек итте Зикриндар.
Шайморатов урамында ике өҫтәл көттө ҡунаҡтарҙы. Рәсимә Хәмитова, Нәзирә Хафизова, Айзара Ғәлимйәнова, Сәймә Мөхәмәтйәрова, Ғәли Мәхмүтовтар яҡты йөҙ, гармун, мандолина уйнап, йырлап ҡаршыланылар. “Генерал исемен йөрөткән урам һыйынан ауыҙ итегеҙ! Әйҙүк, ҡунаҡтар!” тип йөпләп һыйланы улар. Ысынлап та генералдарса әҙерләнгәндәр! Йырҙағыса, утта янмаҫ, һыуҙа ла батмаҫ былар. Китсе, урамдары бигерәк матур, өйҙәре балҡып тора! - тип һоҡланыуын йәшермәне ҡунаҡтар.
Артабан ауылдаштар Әлфирә Һибәтуллинаның балалары, ейән-ейәнсәрҙәре әҙерләгән өҫтәл янында байрамды дауам итте. Шулай уҡ төрлө-төрлө ризыҡтарынан ауыҙ итеп, ҡунаҡсыл, дәртле хужаларға рәхмәттәр әйтте ололар ҙа, балалар ҙа. Ошондай байрамдарҙа тәүге тапҡыр ҡатнашҡан бала-саға ифрат та һөйөндө. "Буш ҡына һыйлайҙармы ул, их, тәмлекәстәре", - тип яратып ашанылар емеш-еләктәрен. Афарин, мул ҡуллы, ҡунаҡсыл хужалар!
Эргәләге матур йорттарҙы, гөл-сәскәгә күмелеп ултырған баҡсаларға ҡарап, баһалап, халыҡ артабан ауыл уртаһында үтәсәк махсус урынға юл алды. Земфира Мәхмүтова һәр өйгә туҡталып, унда йәшәүселәр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп барҙы.
Тантаналы өлөштө балалар флешмобы асып ебәргәс, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Ринат Ғәффәр улы Моратшин йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы, изге теләктәрен әйтте. Ауыл старостаһы, мәҙәниәт йорто етәксеһе Люциә Ишмөхәмәт ҡыҙы Шайморатова ла ҡотлап, әҙерлек барышы тураһында һөйләне, актив ҡатнашыусыларҙы билдәләне. Уларға, атап әйткәндә, Лилиә һәм Рәил Әфләтуновтар, Рәзилә һәм Наис Ғимрановтар, Мәүсилә Әүбәкирова, Мөхәмәт Бадалов, Ғәлләм Абдулғафаров, Хәлимә Әфләтунова, Гөлсинә һәм Илфат Латиповтар, Альфред Әүбәкиров, Марат Хәлитуллин, Ғәзим, Ғаяз, Асия Канафиндар, Илүзә Азаматова, Нурия Бадалова, Рәйфә Хәлитуллина, Земфира Мәхмүтова, Вәсилә Дәүләтбаева, Динис Тулебаев, Әлиә Ласынова, Вәсил Шайморатовтарға муниципаль район хакимиәтенең, Сосновка ауыл хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ иң матур йорт хужалары Хәлим Сөләймәнов, Фәнзил Ғимранов, Вәсилә Дәүләтбаева, Наис Ғимранов, Альфред Әүбәкиров, Мөхәмәт Бадалов, иң матур баҡса эйәһе Гөлсинә Латипова, иң матур ҡапҡа эшләүселәр Илмир Сөләймәнов, Мазһар Хәлитуллин, иң матур тәҙрә яғы биҙәүсе Ирек Латиповтар иҫтәлекле приз алды. Тағы ла Тайфур Иҫәнбаев, Шәһиҙә Аҫылбаева, Нурия Бадалова, Рәис Ғимранов, Рәсимә Хәмитова, Нәзирә Иҫәнбаева, Мәүлидә Латипова, Хәлим Латипов, Хәлимә Әфләтуноваларҙың өйҙәре билдәләп үтелде. Һәммәһенә лә рәхмәт!
Ҡунаҡтар ауылға нигеҙ һалыусы Рысыҡай һәм уның нәҫелен дауам итеүселәр хаҡында мәғлүмәт алды, шәжәрәһе менән танышты.
Байрамға Мәскәү, Өфө, Сибай, Баймаҡ, Учалы, Магнитогорск ҡалаларынан, Федоровка, Миәкә, Әбйәлил, Учалы, Ҡырмыҫҡалы райондарынан ауылдаштар ҡайтҡан. Рысыҡайҙар үҙҙәренең шатлығы менән уртаҡлашырға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар - район мәҙәниәт идаралығы методисы Людмила Кузьмина, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Халиса Багаева, баш ҡалабыҙҙың “Рәсәй - минең тарих” мультимедия тарихи парк хеҙмәткәре, матур хикәйәләр авторы Әлфирә Әсәдуллина, ауылға арналған ижади конкурс етәксеһе - этнолог-тарихсы, М.В. Ломоносов исемендәге МДУ аспиранты Эльвина Рязанованы һәм башҡаларҙы сәләмләне, байрам кәйефе теләне. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән һоҡландырҙы. Ололарҙың “Ҡоҙасалар”, балаларҙың “Йондоҙсоҡтар” йыр-бейеү ансамблдәре сығыштары алҡыштарға күмелде. Йырсылар Вәсилә, Зарема һәм Рәмил Дәүләтбаевтар, Динара Солтанова, Рәиф Шайморатов, малайҙар триоһы, бейеүсе, Екатеринбург ҡалаһында уҡып йөрөгән Дилә Бадалова халыҡҡа онотолмаҫ хәтирә бүләк иттеләр.
Байрам барышында ауылдың иң оло кешеһе, Бөйөк Ватан һуғышының тыл хеҙмәте ветераны, 95 йәшлек Зарифа инәй Хажинаға, ауыл уртаһындағы Геройҙар паркын ҡарап, тәрбиәләп торғандары өсөн Рәсимә Хәмитова һәм Нәзирә Хафизоваларға рәхмәт әйтеп, бүләк тапшырылды. Яңы тыуған сабыйҙар Арслан менән Фәриҙә лә бүләкһеҙ ҡалманылар. Гөлкәй Канафина биҙәгән балалар коляскаһы байрамға йәм өҫтәне.
Халиса Шаһыбал ҡыҙы ололарға бүләккә сәй таратты. Люциә һәм Вәсил Шайморатовтар, Вәсилә һәм Насип Дәүләтбаевтар салған ҡорбан ашын ашап, тәмләп, әңгәмәләшеп сәй эскәндән һуң теләүселәр үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Олоһо ла, кесеһе лә сәхнәгә сыҡты.
Шунда уҡ спорт уйындары барҙы: һырғауылға менеп бүләк алдылар, көйәнтәләп, сайпылтмайса һыу ташыуҙа ярыштылар. Футбол һөйөүселәр ҙә көс һынашты. Бер ситтәрәк һаҡал, түшелдерек, заманса селтәрҙәр эшләү оҫтаһы Халиса Багаева күргәҙмәһенән дә кеше өҙөлмәне. Теләгәндәр үҙенә матур түшелдерек һатып алды, уны нисек эшләү серенә төшөндө.
Кисен рысыҡайҙар баш ҡалабыҙҙан байрам өсөн махсус саҡырылған йырсы Рәил Өмөтбаевтың концертын ҡарап кинәнде, уның менән бергә бейеп-йырлап күңел асты.
Ойоштороусылар ошо байрамды үткәреүгә ярҙам итеүсе депутаттары Айгиз Мусинға, эшҡыуар Имран Агаповҡа халыҡ исеменән рәхмәт белдереп, уларға артабан эштәрендә уңыштар теләне.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, ауыл активистарына, ағинәйҙәргә рәхмәттәр яуҙырып, бик тә ҡәнәғәт булып таралышты йыйылған халыҡ.
Байрам тураһында фекерҙәрҙе гәзит битендә уҡығыҙ.

Читайте нас: