Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июль 2019, 19:54

Йән дә, ҡан да тарта

Исмаҡай ауылында Иҙрисовтар ғаиләһе ауылдан йыраҡ түгел, матур урман эсендә Шәжәрә байрамы үткәрҙе. Шул тиклем шәп әҙерләнгәндәрен килгәс кенә күреп хайран ҡалдыҡ. Бѳтә туғандарҙың шәжәрәләре матур итеп биҙәлгән сәхнәнең түренә элеп ҡуйылған. Беҙ ҙә, Солтановтар ғаиләһе, ошо ҙур байрамда оло урын алып торҙоҡ.

Тѳрлѳ тарафтарҙан килгән туған-тыумасалар менән осрашып, ҙур бер ғаилә булып иркен ѳҫтәл артында һәр береһе менән танышып, яңынан туғанлашып сыҡтыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәре килә алмаған. Хафиз Мѳжәүир улы Иҙрисов, ҡатыны Венера, ҡыҙҙары Олеся менән Светлана, тормош иптәштәре, hеңлеhе Ғәзизә, ҡыҙы Ғәлиә, йыр-моң өҫтәүселәр Илгиз, Илнурҙың ярҙамы менән байрамыбыҙ гѳрләп торҙо. Йыйыныбыҙҙы йәмләндереп, балаларға, ѳлкәндәргә уйындар, конкурстар ойошторолдо. «Татарстанда йәшәгәс, әсәй яғынан күп кенә туғандарҙы белмәй инек. Беҙҙе хѳрмәт итеп саҡырғанығыҙ ѳсѳн ҙур рәхмәтлебеҙ», - тинеләр ағайым Рауил Әхмәдиә улы Солтанов, еңгәм Гүзәлиә, кейәүҙәре Айрат.
Байрам булғас, бүләкһеҙ булмай бит инде. Тантананы алып барған Ғәзизә апай менән Ғәлиә, Хафиз ағай диплом менән бүләк тапшырҙылар, хатта һәр килгән ҡунаҡҡа шәжәрә значогы менән иҫтәлекле магнит та ѳләштеләр.
Тѳрлѳ номинациялар булдырылғайны. Туғандар араhында Үҙәнбаш ауылында йәшәп ятҡан Фаҡия Сәйетгәрәева (82 йәш) менән Рәхит Хәлилов (87 йәш) «Иң оло йәштәге»ләр булды. «Иң бәләкәй йәштәге» туғаныбыҙ 19 июндә тыуҙы. Шулай уҡ «Йыраҡтан килгән ҡунаҡ»ты, иң әүҙемдәрҙе «Конкурстарҙа ҡатнашҡан ѳсѳн» билдәләп үттеләр.
Шәжәрә байрамыбыҙ Исмаҡай ауылына нигеҙ һалыныуға 295 йыл тулыуына тап килеүе менән дә иҫтәлекле һәм әһәмиәтле булды. Тыуған яҡтарҙа булып, туғандар менән осрашыуҙан бѳтәбеҙ ҙә онотолмаҫ тәъҫораттар алып, бәйләнеште ѳҙмәҫкә килешеп таралыштыҡ.
Читайте нас: