Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июль 2019, 16:00

Ғаилә нигеҙе - мөхәббәт 

Илебеҙ матур байрамдарҙың береһе - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләне. Инйәрҙә лә ошо уңайҙан “Аҡ сәскә бәхете” байрамы үткәрелде.

Сара 50 йыл һәм унан да күберәк бергә ғүмер кисергән ғаилә парҙарын ҡотлауҙан башланып китте. Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов менән Инйәр ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Насир Әлибаев юбилярҙар - Винокуровтарҙы, Шориндарҙы, Сәидовтарҙы, Сәйетовтарҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙеләр.
Артабан сәхнәгә яугир-интернационалистарҙы саҡырҙылар. Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 30 йыллыҡ юбилейы уңайынан “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Игорь Смердов хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға юбилейы миҙалдары тапшырҙы.
Байрам дауамында Инйәр халҡын һәм ҡунаҡтарҙы сағыу һәм мауыҡтырғыс саралар: Район мәҙәниәт йорто иғлан иткән “Алтын бәлеш” конкурсы (гран-при “Инйәр” кафеһында), “Күңелле ғаилә” тип аталған костюмдар конкурсы (I урынға Әхмәтйәновтар лайыҡ булды), “Кәләштәр парады” (Гөлдәр Хисмәтуллина, Гөлнара Исламова, Гөлшат Сальникова, Рәмзиә Динисламова, Луиза Мережникова, Әлиә Ағзамова, Мөнирә Сәлимйәнова) конкурстарына йомғаҡ яһау һәм бүләкләүҙәр көттө. “Олимп” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән спорт ярыштарында еңеүселәргә наградалар тапшырылды.
“Өләсәй һандығы” ҡул оҫталары түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр аҡ сәскәләрҙән таж үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары - “Даръя”, “Тонус” бейеү, “Россияночка”, “Тайран” халыҡ вокаль ансамблдәре һәм Сермән, Йөйәк, Асы, Береш, Мулдаҡай, Бирҙеғол мәҙәниәт йорттарының үҙешмәкәр артистарының сағыу сығыштары барыһына ла илһам, дәрт-дарман, күңелле кәйеф бүләк итте. Халыҡ бергәләп йырланы, бейене, күңел асты.
Читайте нас: