Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июль 2019, 16:03

Гөрләне ауыл, йырланы ауыл

Тыуған яҡтың татырлы һыуҙары ла татлы, тиҙәр. Сит тарафтарҙа тормош ҡорғандарҙы тартып, йѳрәкһетеп торған атайсал, күпме ғүмер уҙһа ла, йәндәй яҡын ожмах ере булыуҙан туҡтамай. Тәбиғәттең һутҡа тулышҡан илаһи мәлендә уҙған ауыл саралары ла бит ғәзиз яҡтарын, яҡындарын бер күрер ѳсѳн зар-интизар булғандарҙы тыуған тѳйәккә ҡайтарыр, ауылдаштар менән күрештерер ѳсѳн ойошторола. Шығай ауылында үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы һуң, ана, күпме ҡан-ҡәрҙәштәрҙе, ерҙәштәрҙе осраштырҙы, атайсалға танһыҡлаған күңелдәрҙе бер мәлгә булһа ла бәхетле итте.

...Йәшкәҙәп, моңһоуланып торған июль иртәһе осрашыу тип кемуҙарҙан дәртләнеп, ҡанатланып йѳрѳгән шығайҙарҙың кәйефенә бер нисек тә йоғонто яһаманы - йорт-ихата алдарында ғәҙәти булмаған йәнлелек, шат ауаздар; урамдар буйлап йѳрѳгән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы, баһалама комиссияһы ағзаларын һәр ҡайҙа ла күңелле йыр-моң, тәм-томдан һығылып торған бай ѳҫтәлдәр ҡаршыланы. Йѳмлә ерҙә күҙҙе иркәләр бѳхтәлек, таҙалыҡ, һулыштарҙы иркенәйтер сафлыҡ!
Сәғәт ун ике тулыуға, шаптырлап яуған ямғырға ҡул һелтәп, кемдер йәйәү, кемдер тимер атына атланып, шығайҙар ауыл янындағы ыҡсым аҡланға йыйылды. Кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата ихласлығы, эскерһеҙлеге, рухи күтәренкелеге көн яманын да еңде, буғай, ҡайһылыр арала ауыр болоттар таралып, донъя йәмләп ҡояш сыҡты.
Ауылдаштарҙы, ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, сәхнә түренә күтәрелгән ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Юлдаш улы Ғәлиастанов, тѳйәктең хөрмәтле аҡһаҡалы Мөхәмәт Усман улы Түлебаев һәммәһен дә матур байрам айҡанлы ҡотланы; сараның имен-аман үтеүенә доға уҡылып, фатиха ла ҡылынды.
Шығайҙар элек-электән үҙҙәренең емешле хеҙмәте, һәләттәре менән район данын күтәрә. Атаҡлы ҡурайсылары, композиторы, Советтар Союзы Геройы, һуғышта ҡатнашҡан ҡаһарман улдары, бейеүселәре, йырсылары, эшсән халҡы менән ғорур Шығай. Форсаттан файҙаланып, Хәлим Юлдаш улы дәртле, эшһөйәр, үрнәк булырҙай ауылдаштарҙы оло хөрмәт менән билдәләп үтте. Шығай урта мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы, үҙ хеҙмәтенең камил оҫтаһы Гөлсөм Йылҡыбаева - "Иң яҡшы уҡытыусы", сауҙа нөктәһендә фиҙаҡәрлек күрһәткән Әлимә Мөхәмәҙиева - "Иң яҡшы һатыусы", тәбиғәттең бар миҙгелендә лә сирлеләргә ярҙам күрһәтергә ашыҡҡан ауыл фельдшеры Филүзә Миһранова - "Иң яҡшы медицина хеҙмәткәре", өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен урман һағына арнаған, намыҫлы хеҙмәте өсөн Урман хужалығы министрлығының 3 тапҡыр Почет грамотаһына лайыҡ Фәнил Ғәлиуллин - "Иң яҡшы урмансы", Белорет леспромхозында хәтһеҙ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән Зада Ғәлекәев - "Ағас эшкәртеү предприятиеһында оҙаҡ йылдар эшләүсе", Шығай күп тармаҡлы ауыл клубынан Гөлдәр Ҡолбирҙина - "Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре", уңғанлығы, егәрлелеге арҡылы ауыл ерендә ҙур хужалыҡ тотҡан Әмин Әбсәләмов - "Иң яҡшы фермер хужалығы етәксеһе" исемдәренә лайыҡ булып, ауыл хакимиәте наградалары менән бүләкләнде. Бынан тыш, ауылдың иң оло кешеләре - һуғыш һәм тыл ветераны 93 йәшлек Мәһәҙей Әбсәләмовты, һуғыш йылдарында бала ғына көйө баҫыуҙа тир түккән 86 йәшлек Зияда Шәйәхмәтованы, Шығай ауылының иң кесе йәшәүсеһе - Лариса һәм Альфред Алтынбаевтарҙың улы Әмирҙе, ауылда төпләнгән иң йәш ғаилә - Диләфрүз һәм Ғәлим Баһауетдиновтарҙы, райондың шөһрәтле кешеһе, атаҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Түлебаевты ла байрам айҡанлы ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы ойоштороусылар. Ошо көндәрҙә 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән, 30 йыл ғүмерен мәҙәниәткә арнап, бөгөнгө көндә "Гөлнәзирә" халыҡ фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ ағзаһы, ағинәйҙәр клубы етәксеһе Сәлимә Татлыбаева ла район-ҡала мәҙәниәт идаралығының Рәхмәт хатын һәм Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәренең бүләген алып һөйөндө.
Шығай ауыл хакимиәте биләмәһендәге ветерандар советы рәйесе Фәтих Мөхәмәтдинов ваҡытында намыҫлы эше менән бүтәндәргә үрнәк булған, әле булһа ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнаған хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандарына - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамын ойоштороусы комитет рәйесе Рәмил Шәрәфетдиновҡа, Шығай ауыл хакимиәте депутаты Хәбир Шиһаповҡа, ауылдың әүҙем, уңған ҡатын-ҡыҙы Динә Ҡәнәфинаға Белорет районы ветерандар советы исеменән Рәхмәт хаттарын, бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ сараны ойоштороуҙа тос өлөш индергән ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре - Миләүшә Сәлмәнова, Гөлназ Мырҙабаева, Рәмил Ғәлиуллин, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыр дәртле йәштәрҙең береһе - Фәнис Хажин Шығай ауыл хакимиәте биләмәһендәге ветерандар советының Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
Мәртәбәле ҡунаҡ, муниципаль район хакимиәтенең баш бухгалтеры Лилиә Йәүәт ҡыҙы Йәнгированың йылы, ихлас һүҙҙәре лә шығайҙарҙың күңеленә һары майҙай яғылды.
Ҡунаҡ ҡаршыларға ихлас әҙерләнгән ауылдаштар. Ана лаһа, буяуҙары яңыртылған, кәртә-ҡуралары төҙөкләндерелгән йорттары, мине күрегеҙ әле тигән тѳҫлѳ, кѳйәҙ ҡыҙҙай ҡупшыланып, маһайышып ултырғандай. "Өлгөлө йорт", "Өлгөлө ихата", "Өлгөлө баҡса", "Өлгөлө урам" конкурстарын хөкөм итеүсе баһалама комиссияһы рәйесе Нәҙерғәле Аҫылғужиндың ярыш йомғаҡтары менән сәхнәгә күтәрелеүен халыҡ ашҡынып көтөп алды.
Дәртләнеп донъя көткән, йортихатаһын һәр саҡ тәртиптә тотҡан, гөрләтеп баҡсаһын да үҫтергән ауылдаштар - Фларида һәм Рәмил Ғәлиуллиндар, Рәмзиә һәм Әмирхан Шиһаповтар, Динә һәм Хәниф Ҡәнәфиндар, Нәйлә Хажина, Мәрйәмә Хажина, Нәзирә һәм Фирғәт Шиһаповтар, Рәйсә Сәхийәрова, Нажия һәм Камил Түлебаевтар, Земфира һәм Әзғәт Хәйруллиндар, Гөлсинә һәм Ғаян Юнысовтар дәртләндереү бүләктәренә лайыҡ булһа, призлы урындар иһә түбәндәгесә бүленде:
55 йәшкә тиклемгеләр араһында III урын - Маһинур һәм Байрас Мостафиндарға, II урын - Әҡлимә һәм Хисаметдин Хәйруллиндарға, I урын - Лилиә һәм Илдар Минһажевтарға; 55 йәштән өлкән йәштәгеләр араһында III урын - Сәлимә һәм Таһир Татлыбаевтарға, II урын - Нәсимә һәм Ғайса Сәлмәновтарға, I урын - Сәғилә һәм Хәбир Шиһаповтарға бирелде.
"Өлгөлө йорт", "Өлгөлө ихата" конкурстарының иң-иңдәре тип Фәнүзә һәм Рәмил Шәрәфетдиновтарҙың сынъяһау донъялары билдәләнде. «Маһир баҡсасы» булып ауыл уңғанбикәһе Сәүиә Белоусова танылһа, "Иң яҡшы урам" номинацияһында Шаһи Ямалетдинов урамының түбәнге ѳлѳшѳндә йәшәүселәргә етеүсе булманы.
Шығай ауыл хакимиәте депутаты Хәбир Шиһапов Рәйфә һәм Хәмзә Мостафиндарҙың, Мәүлит Шиһаповтың төҙөк йорт-ихатаһын телгә алып, ауыл Советы депутаттары исеменән дәртләндереү приздары тапшырҙы. Барлыҡ еңеүселәр затлы бүләктәр, "Өлгөлө йорт" табличкалары менән баһаланды.
Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән "Ауыл йырлай, ауыл гөрләй" исемле бай йөкмәткеле күстәнәс-концерт та һәммәһенең күңеленә хуш килде. Мѳхәмәт Түлебаевтың аһәңле ҡурай моңдары, Гѳлминаз Хафизова, Зинира Хажина, Азалия Мырҙабаева, Алтынай Баймѳхәмәтова, Яҙгѳл Зарипова, Венера Ҡадирова кеүек сәхнә йондоҙҡайҙары, коллективтар башҡарыуында дәртле бейеүҙәр, Айһылыу һәм Лира Хәйруллиналарҙың, “Гѳлнәзирә” халыҡ фольклор, “Алтынай” ансамблдәренең, Гѳлминаз һәм Айнагѳл Хафизоваларҙың, Артур Сәхибгәрәевтең, Әлфирә Ғәлекәеваның күңелле йыр-моңдары, Лиана Ғәлиуллина, “Ауаз” ҡумыҙсылар ансамбле сыңлатҡан ҡумыҙҙа кѳйҙәр тыуған кѳндәрен, ғүмер байрамдарын билдәләүсе ауылдаштарға, ҡунаҡтарға ысын мәғәнәһендә «тәмле күстәнәс» булды. Танылған эстрада йырсыһы Рәил Ѳмѳтбаевтың, юл ыңғай һуғылып, сығыш яһап китеүе иһә байрамдың мәртәбәһен, бәҫен генә арттырҙы.
Концерт менән бер мәлдә аҡлан уртаһында спорт уйындары, балалар ѳсѳн аттракциондар гѳрләне. Ауыл егеттәренең 4 округка бүленеп, волейбол уйнауын айырыуса бирелеп күҙәтте байрамдағылар. Хатта үткәлдәр ҙә ситтә тороп ҡалмаған, йәһәт кенә команда туплап, шығайҙар менән кѳс һынашырға килеп еткән. Һырғауыл осона эленгән бүләктәр ҙә йәһәт кенә еңеүселәрен тапты: йылғыр, сос егет-елән керпек ҡаҡҡансы менеп тә тѳштѳ шыма бағана башына. Милли кѳрәш майҙансығында бил һынашҡан ауыл баһадирҙары һәр ваҡыттағыса һынатманы. Сәмле, ғәмле ярыштың тиңһеҙ еңеүсеһе Динарис Хажин байрам бүләге - тәкәне иңенә һалды.
Мәктәп уҡытыусылары Филүзә Нурмѳхәмәтова, Фәниә Зарипова ойошторған мауыҡтырғыс уйындарҙа йәше лә, ҡарты ла ихлас ҡатнашты; еңеүселәр тәмле-татлы приздар отоп шатланды.
Аҡлан ситендә ҡоролған йәмле тирмәләр янында һуң ниндәй ирәүәнлек! Аҫылған суйын ҡаҙандарҙа тәмле аштар бығырлай, боронғо самауырҙарҙа хуш еҫле сәйҙәр ҡайнай... Шул рәүешле ауылдың күренекле нәҫелдәренең береһе - Шиһаповтар үҙҙәренең ҙур, татыу зат-зәүерен оло табын артына йыйҙы.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреп, ҡәрҙәштәргә иҫ киткес бай тәьҫораттар, йылы осрашыуҙар бүләк иткән ойоштороусылар - Шығай ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл старостаһы Флюр Мѳхәмәтдинов, сараның инициаторы Рәмил Шәрәфетдинов, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы тырыштары, Шығай урта мәктәбе директоры Исмәғил Әбүталипов, мәктәп коллективы - Филүзә Нурмѳхәмәтова, Зилә Сәйфуллина, Эльвира Сәйәхова, Фәниә Зарипова, Фәүзиә Ғәлиуллина, Маһира Сѳнәғәтова, Ғәлим Баһауетдинов, Фларида Ғәлиуллина, Рәхим Суфияров; ауылдың әүҙем йәмәғәтселәре - Сәлимә Татлыбаева, Фәнис Хажин, Рәмил Ғәлиуллин, Вәлимә Әбсәләмова, Нәҙерғәле Аҫылғужин; матди ярҙам күрһәтеүсе ауыл Советы депутаты Илгиз Йомағужин, эшҡыуар Илдар Минһажев, һәр йәһәттән булышлыҡ итеүсе ауыл Советы депутаттары - Хәбир Шиһапов, Тимур Эниев, Айнур Әмиров һәм, әлбиттә, барлыҡ ауыл халҡы оло рәхмәткә һәм ихтирамға лайыҡ.
Күрешеүҙәргә сарсаған күңелдәргә ләйсән шифаһын биргән тулҡынландырғыс сара матур хис-тойғолар, күтәренке рух, ләззәтле хәтирәләр менән яҡташтарҙың йѳрәгендә уйылып ҡалды...
Читайте нас: