Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Июль 2019, 15:17

Тыуған илдә изге бер төйәк!

Ғорур тауҙарҙан көс алып, сылтырап аҡҡан Инйәрендә һыу инеп, изге төйәгендә тәпәй баҫып, әлеге вәҡытта төрлө яҡҡа таралышҡан ауылдаштарын, ҡан-ҡәрҙәштәрен «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына йыйҙы Йөйәк халҡы.

Тарихҡа күҙ һалғанда...

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәреү тарихи датаға тап килә. 1759 йылда Ҡатай волосы башҡорттары Инйәр буйындағы ерҙәрен һигеҙ йылға заводчик Демидовҡа арендаға (ҡуртымға) бирә. Купчий ҡағыҙға Йөйәктән ике кеше ҡул ҡуя. Ошо документ ауылыбыҙҙы тәүге тапҡыр ҡағыҙға теркәй. Бына әле ошо датанан 260 йыл үткән.

"Инйәр ҡатайҙары беҙ. Шул тарихтан айырып булмай ауыл тарихын. Әйткәндәй, тарих менән шөғөлләнә башлауыма ҡырҡынсы йыл китте. Ул саҡта Интернет та юҡ, сығанаҡтарҙы табыу ҙа ауыр. Нисек кенә булмаһын, 80-се йылдар уртаһы - аҙағында донъя күргән мәҡәләләрем халыҡта тарихҡа ҡыҙыҡһыныу, район халҡының үҙ аңын уятты, шәжәрә өйрәнеүгә этәрҙе. Әйткәндәй, шәжәрә өйрәнеү ҙә республика кимәлендә беҙҙең ауылдан башланды тиһәк тә хата булмаҫ. Иҫләйем, бер төркөм ғалимдар килде мәктәпкә, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева саҡырғайны уларҙы. Музейҙа шәжәрәләрҙе күреп һоҡланғайны улар, һәр хәлдә Ҡәҙим Аралбай үҙ ауылында республикала ла тәүҙә Мәмбәт шәжәрәһен мин сығарҙым тиһә лә, ул беҙҙә булып ҡайтҡандан һуңыраҡ сыҡты. Инйәр шәжәрәһенең боронғо өлөшөндә Ҡолман тархан легендаға нигеҙләнеп индерелгәйне, әле табылған документтарҙан күренеүенсә ул Петр I заманында батшаға мөрәжәғәт иткән булып сыҡты. Шуға ла батшаға барыусылар уға тиклем дә булған, һәр яңы батша тәхеткә ултырғас, башҡорттар үҙҙәренең аҫабалыҡтарын раҫлатып торғандар. Ауыл тарихы ил тарихынан айырылғыһыҙ. 1672 йылда ҡатайҙар баш күтәрә, дворян Яков Назаров уларҙы ғәскәр менән килеп яңынан тоғролоҡҡа килтерә, элекке яһаҡ күләмен түләргә риза була ҡатайҙар, сиктәрҙе лә яңынан билдәләп яңы ер биләү ҡағыҙы бирелә. Ул сиктәр әле лә район сиктәренә тап килә тиерлек. Был батша Алексей Михайлович Указына ярашлы атҡарыла. Ошо ер биләү ҡағыҙы һуңғыһы булмай, 1718 йылда Ҡолман Хоҙайбирҙин Петр Алексеевич батшанан да ер биләү ҡағыҙын яңыртып ала, сөнки ҡумырыҡтар менән ҡатайҙар араһында ер өсөн бәхәстәргә сик ҡуйырға кәрәк була. Ун йылдан һуң улар үҙ-ара килешеп ерҙәрен бүлешеп сығалар. Заводчиктар менән ер өсөн бәхәстәр сыҡҡас, улар тағы ла 1792 йылда Ҡазан Наместничество идаралығынан ер биләү ҡағыҙы күсермәһен барып алалар. Барлыҡ ихтилалдарҙа, һуғыштарҙа, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша ауылдаштар. Хива походында, Рус-япон, Беренсе империалистик һуғыштар, граждандар һуғышының ике яғында ла була улар. Фин һуғышы, артабан Бөйөк Ватан һуғышы, Японияны тар-мар итеүҙә, Кореялағы, Венгриялағы, Чехословакиялағы ваҡиғаларҙа ла ҡатнашырға тура килә ауылдаштарҙың ҡайһы берҙәренә. Артабан афған, чечен һуғышы...

Бөгөнгө көндә тағы ла бер төркөм ҡорбандарҙы иҫкә алып китмәй булмай. Ҡәһәрле утыҙ етелә ауылдан ун һигеҙ кеше репрессияға дусар була. Документтар тағы берәүҙе өҫтәй. Ул Федор Ибраһим улы Чапаев, “Телман” теплоходының старпомы була. Бына ун туғыҙ кешенең яҙмышы... Тик бишәүһе генә тере ҡайта алған был тамуҡтан. 1919 йылдан алып йөҙ йыллыҡ тарихты байҡаһаҡ, уның күп өлөшө совет власы осорона тура килә. Был осорҙоң үҙ хеҙмәт батырҙары булған, яңы тормош төҙөрҙәренә ысын күңелдән ышаныс менән йәшәгән улар, заманында колхоз да ойоштороп ҡарағандар, «Южуралес», «Пищетара», Архангел, Инйәр леспромхозында фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөләре күрһәткән, стахановсылар, ударниктар, меңселәр (йылына мең көндәлек норма үтәүселәр), “Алтын балта” менән наградланыусы батырҙар ҙа булған. Тик шуныһы үкенесле, ҡайһы берҙә тейешле "Тыл ветераны" исемен дә ала алмаған осраҡтар ҙа булды, сөнки улар урынына урман эшенең ни икәнен бѳтѳнләй белмәгән түрә ҡатындары яҙылғандыр. Архивҡа барып эҙләткән саҡта таныш мәрйәләр лесоруб тип яҙылған, ә мине таба алманылар, тип аптырап һөйләгәндәренә шаһит булырға тура килгеләне, - тип бәйән итте Ринат Гәрәй улы Шәйбәков.


Ауылымды данлай егет-ҡыҙҙары...

"Йөйәгемдең егет-ҡыҙҙары Башҡортостанымды данлай, ниндәй генә өлкәне алһаҡ та, үҙебеҙҙекеләр эшләй, ғорурлыҡ! Был күрһәткестәр - беҙҙең ауыл йөҙө, киләсәгебеҙ тыныс, йәштәребеҙ илебеҙгә кәрәкле кеше булып үҫеүҙәрен теләйем", - тип йор һүҙҙәре менән байрамды ҡеүәтләне ауылымдың ағинәйе Нәсимә Сәйғәфәрова.

Ысынлап та, ауылымды данлап, юғары дәрәжәләр яулап, һәр башланғыста ла әүҙемлек күрһәтеп эшләй ауылдаштарым. Бына улар: Йәүҙәт Ҡәйүмов, Айрат Иҡсанов, Айрат Ҡәйүмов, Рәсүл Ғәйнетдинов, Хәниф Ғәзизов, Шайморат Саматов, Вәкил Усманов, Лотфулла Миһранов, Заһир Салауатов, Харис Мөлөков, Марс Миһранов, Фәнүр Әлибаев, Зәки Әлибаев, Айбулат Әлибаев, Флүр Шаһисолтанов, Айгөл Иҡсанова маҡтаулы исемдәргә, юғары наградаларға лайыҡ булдылар. Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәғиҙә Мөхәмәтдинованы белмәгән кеше юҡтыр. Беҙ улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.


Медицина өлкәһендә...

1834 йылда Ибраһим Һәйетбаев исемле малай сәсәккә ҡаршы прививка яһаусыға уҡыуы билдәле. Ул медицина өлкәһендә тәүге вәкил булһа, әлеге көндә медицина фәндәре кандидаты бар, медицина буйынса төрлө белгестәребеҙ республикала уңышлы эшләп киләләр Айбулат Ҡасим улы, Илдар Абдулла улы, Айһылыу Абдулла ҡыҙы һәм башҡа йәшерәктәренең дә ауылдаштарына ярҙамдары тейеп тора. Ауылыбыҙ аҡһаҡалы Абдулла Миһранов тәүге юғары белемле табип. Мәктәптән һуң медучилищены тамамлаған ауылыбыҙ фельдшеры Разифа Шафиҡова ла оҙаҡ йылдар Ѳфѳлә юғары категориялы табип булып эшләне, әле хаҡлы ялда. Ауылыбыҙға эшкә килеп ауыл килене булып киткән Рәмзиә апай Әлибаеваның фиҙаҡәр хеҙмәте “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән баһаланды. Әлеге көндә ата-әсә булған барлыҡ ауылдаштар - уның ҡарауы аҫтында үҫкән балалар. Йәмилә Исхаҡованың эшләү дәүерен дә ауыл халҡы тик яҡшы яҡтан ғына иҫләй.


Мәҙәниәт өлкәһе

Борон замандарҙа атаҡлы ҡурайсыларыбыҙ булған. Әлибай ҡарт Энекәй аралында ҡурай тартһа, тауышы ауылға ишетелер булған, өзләү оҫтаһы Сәғәҙәт ҡурайсынан Һуна араһы таралған. Һуна өйрәк кеүек быжҡылдатаһың ҡурайҙы, тигәндәр. Ҡурай ярҙамында өзләүҙе барыһы ла булдыра алмай шул. Унан Дауыт сәсән, Сәйетзада ҡурайсылар булыуы тураһында ғалимдар яҙып алған заманында. Әле лә сәнғәткә, мәҙәниәткә ынтылыш көслө. Арҙаҡлы шәхестәребеҙ ҙә байтаҡ: Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Һынлы сәнғәт академияһының почетлы академигы Фәйзрахман Исмәғилев, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған кинематографы Рәис Исмәғилев, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре Люциә Тимербаева, Зилә Аҙнабаева, билдәле йырсы Искәндәр Ғәзизов, Фәиз Солтанов һәм башҡалар. Мәҙәниәт ветерандарынан Сәмиға Сәйфулла ҡыҙы Зәйнәғәбдинова килгән байрамға. Мәрхүмдәр Дилара һәм Раян Солтановтар заманында гөрләп торған мәҙәниәт йорто. Ауыл мәҙәниәтен күтәреүҙә уларҙың өлөшөн бөгөн иҫкә ала ауылдаштарым.


Әҙәбиәт...

Яҙыусы, тәржемәсе, шәғирә, дәүләт эшмәкәре, Интернетта әүҙем ижад итеүсе Гүзәл апай Ситдиҡова, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, филология фәндәре кандидаты, доцент Зәки Әлибаев - ауылыбыҙ ғына түгел, республика ғорурлығы. Район-ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Әлиә Саматованың әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштарын, халыҡ-ара конкурста еңеү яулауын иҫәпкә алып, өмөтлө яҙыусыбыҙ үҫеп сыҡты тиергә була. Йәштәрҙең дә ҡәләм тирбәтеүе ҡыуандыра. Әҙәбиәткә һөйөү уятҡан уҡытыусыларҙан Рамаҙан Бирғәле улын, Мәрйәм апай Әхтәмова, Мәрйәм апай Бураҡаеваны, Ғәшиә Ғәлиәхмәт ҡыҙын, Зилә Гәрәй ҡыҙын атар инем. Әле ул эште Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы лайыҡлы дауам итә. Үҙ һөнәре буйынса республика конкурсында айырым номинацияла еңде. Үҙе лә матур-матур шиғырҙар ижад итә! Радио, матбуғатта уңышлы эшләүселәрҙе лә атап китәйек. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, заманында “Металл өсөн” гәзите мөхәррире Хәшим Минһажетдинов, актив хәбәрсе Ғәҙелша Йыһаншин тәүге киң мәғлүмәт сараларының лайыҡлы вәкилдәре. Артабан был эште яңы юғарылыҡҡа мендереүсе, “Урал” гәзитен башҡортса баҫмаға әйләндергән Гүзәл Ситдиҡованы атарға кәрәктер. Әлеге көндә “Йәшлек”тең спорт бүлеген алып барыусы Нур Тимеров, “Йәншишмә”лә танылған хәбәрсе Хәлиҙә Чембарисова, “Торатау” гәзите хеҙмәткәре Рәфилә Сибәғәтуллина, БСТ-ла режиссер, алып барыусы Альбина Фәйзуллина, яңылыҡтар бүлегенән Байтулла Фәтҡуллин, “Ашҡаҙар” радиоһы етәксеһе Гүзәл Зариповалар ауыл данын арттыралар.


Мәғариф...

Ауылды мәктәпһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Мәктәп бөтһә, ауыл да юҡҡа сыға тигән һүҙ. Бик тѳпкә төшөп тормайым: был турала мәғариф ветераны, республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ҡасим ағай Әлибаев китабын яҙып бөткән, уның сығыуын көтәйек. Һуғышҡа тиклем (репрессияланғансы) Хәсән Хызыров, Әзекәй ауылынан килгән бер ҡатын кеше лә уҡытҡан. Һуғыш осоронда Фәүзиә Ғимранова, Разия Әлибаева эшләгән. Һуғыштан ҡайтҡас, Саҙретдин Ғәлин, Кинйәғол Ғәйнетдинов, Тәлғәт Ғүмәров, Гәрәй Шәйбәков, тағы Нур Саматов һәм башҡалар килә. 1950 йылда ауылда үҙаллы ете йыллыҡ, 1961 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп,1970 йылда урта мәктәп булды. Рамаҙан Бирғәле улы Ғәйнетдинов "БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы" исеменә лайыҡ булды. Урта мәктәптең директоры итеп Ҡасим Арыҫлан улы Әлибаев тәғәйенләнә. 80-се йылдар башынан алып уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән Ринат Гәрәй улы Шәйбәков музей асып, мәктәбебеҙҙе районға ғына түгел, тотош республикаға танытты. Баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге гимназияһында Әлиә Миһранова быйыл икенсегә РФ Президенты грантын алды, Рәсәйҙең “Династия” грантына лайыҡ булды. БР мәғариф алдынғыһы, Мәғариф министрлығы Грамотаһына лайыҡ Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы, шулай уҡ Раушания Әҡсән ҡыҙы һәм башҡалар Өфөлә уңышлы хеҙмәт юлы үтә. Биология фәндәре кандидаты, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының почетлы хеҙмәткәре Флюр Әмир улы лицей-интернат директоры булып уңышлы эшләй. Бөгөн арабыҙҙан киткән хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙҙы ла иҫкә алды ауылдаштар. Бына улар: Рамаҙан Ғәйнетдинов, Кинйәғол Ғәйнетдинов, Гөлсира, Тәлғәт Ғүмәровтар, Ғәлиә, Нур Саматовтар, Мәрйәм Әхтәмова, Зөһрә, Нәфиҡ Нөғәмәновтар, Ғәйшә Йосопова, Ғәбиҙә Шафиҡова, Ғилфан Динислам улы, Хәлиҙә Әбсәләмова, Ғәзиз Шәрип улы, Хәмдиә Хөснөтдин ҡыҙы, Йыһангәрәй Әпҡәлир улы...

Мәрйәм апай Бураҡаеваның беҙгә килеп эшләп китеүе мәктәп өсөн ҙур файҙа булды. Милли үҙаң уяна башлаған осорҙа үҙ милләте өсөн янып йәшәгән оло шәхес менән бергә эшләү, ә уҡыусыларға унан уҡыу бәхете тейеүен әле лә иҫләй ауылдаштар. Хөрмәтле ветерандарыбыҙ Ҡасим Арыҫлан улына, физика, математикаға һөйөү уятыусы уҡытыусылар Зәйнәп Мәхмүт ҡыҙына, Рәсимә Шәйәхмәт ҡыҙына, Гөлфинә Хәсән ҡыҙына, Рәзилә Сафый ҡыҙына, Гөлира Мәхмүт ҡыҙына, Гүзәл Нур ҡыҙына, тел, әҙәбиәт уҡытыусылары Фәрит Сәхәү улына, Ғәшиә Ғәлиәхмәт ҡыҙына, Әлмира Зыяитдин ҡыҙына, Зилә Гәрәй ҡыҙына оло рәхмәттәр еткереп, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, оҙон-оҙаҡ ғүмер теләп, башҡа ауыл-ҡалаларҙа ла мәғариф өлкәһендә уңышлы эшләүселәр менән дә ғорурлана Йөйәк халҡы. Насир Арыҫлан улы Әлибаев Инйәр мәктәбендә оҙаҡ йылдар уҡытыусы, директор булып эшләп, унда башҡорт мәктәбен асыуға күп тырышлығын һалып, милли хәрәкәт башында булды. Ул әле Белорет ҡалаһы һәм районының почетлы ветераны, быйыл “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы” миҙалына, “Ҡурсаулыҡ эшендә һәйбәт эшләгәне ѳсѳн” билдәһенә, бихисап Почет грамоталарына лайыҡ булған аҡһаҡал! Шулай уҡ Инйәрҙән "РФ почетлы педагогы" Гөлнур Миһранова, Белореттан Әлфиә Вәлиева һ.б.


Эске эштәр органдарында...

Подполковник Булат Йәүҙәт улы Ҡәйүмов уңышлы эшләй. Хаҡлы ялға киткән Фуат Фәрит улы Вәлиевтың, Тимур Вәхит улы Сибәғәтуллиндың юғары наградалары, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары бар. Заманында ошо өлкәлә эшләп, ҙур абруй ҡаҙанған мәрхүм Салауат Маликовты ла яҡшы хәтерләй ауылдаштар. Йыраҡ араларҙы яҡын итеп, тормош иптәше Лена ханымдың байрамға килеүе лә ҙур мәртәбә.


Ауылымдың үткәне...

Асы һәм Йөйәк ауыл Советтары берләшкәс, Ибраһим Исмәғилев Асы ауыл Советы рәйесе булып китә. Ғәбдөктән Ғәйнетдин Йыһангиров та рәйес булған тигән мәғлүмәт бар. 1980 йылда Лапышты ауыл Советы бөтөрөлгәс, Йөйәк ауыл Советы яңынан булдырыла. Тәүге рәйес Нәфиҡ Нөғәмәнов ауыл өсөн күп тырышты. Уның эшен Ғилфан Баһауетдинов, Ринат Шәйбәков, Илгиз Ноғаманов дауам итте. Шәүҡәт Салауатов оҙаҡ йылдар ошо вазифаны башҡарҙы. Нәсимә Әбсәләмова һәм Ғәзимә Мырҙагилдина ауыл хакимиәтендә оҙаҡ эшләгән ветерандарыбыҙ. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ!

Шат, кѳләс йөҙҙәр, күптән күрешмәгән дуҫтар, туғандар һәм класташтар.... Һоҡланыу, ғорурланыу, бар ерҙә лә сәләмләүгә һуғарылған майҙан йәшен дә, ҡартын да үҙенә әйҙәне.

Сауҙа нөктәләренең эшләүе, ҡул эштәре менән ауылдың данын Башҡортостанға таратҡан ағинәй Гөлсирә апай Салауатованың тирмәһе, Нәғимә апай Ғарипованың һәм Зилиә Солтанованың ҡул эштәре күҙ яуын алып тороуы, ѳҫтәл тулы һый-ниғмәт, бер яҡ ситтә ҡунаҡтар өсөн самауырҙар шыжлауы ауылдаштарҙың уңғанлығын иҫбатланы. Ауылдың арҙаҡлы кешеләренә арналған стендтар, шәжәрәләр менән танышып, һәр кем хәтирәләргә бирелеп, ғорурланыу хисе кисергәндер.

Байрамға мәртәбә өҫтәп килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, барыһын да күңелле ял итергә саҡырҙы хакимиәт башлығы Радим Ғариф улы Салауатов. Яңы ғына ҡалҡып сыҡҡан иман йортобоҙҙа йәш сабыйҙарға исем яңғыраһын, тиң ғүмерле, йәш никахтар теркәлһен, ауылыбыҙға иман ҡайтһын, донъяларыбыҙ тыныс булып, теүәллектә йәшәргә Хоҙай насип итеүен теләне ауылыбыҙҙың хәҙрәте Рәхимйән Ғәләүетдинов. Ауылдағы ыңғай күренештәр менән таныштырып, йәштәрҙең ауылда ҡалып донъя көтөүенә һоҡланыуын белдерҙе ауыл старостаһы Нур Хәйрезаман улы. Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ, тип, Инйәр ҡатайҙарының килеп сығышы, ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһѳ тураһында ентекләп һөйләне ветеран-уҡытыусы Ринат Гәрәй улы Шәйбәков.

"Талантлы ла, дәртле лә һеҙҙең Йөйәк халҡы, район-ҡалалағы сараларҙа әүҙем ҡатнашыуығыҙ быны иҫбатлай. Әҙәбиәт өлкәһендәге йондоҙҙарығыҙ - ауылығыҙҙың ҡаҙанышы, абруйы! Яңы ҡалҡып сығасаҡ мәҙәниәт усағы һеҙҙең йәштәрҙе мәҙәниәтле итеренә һәм киләсәктә яңы исемдәр тыуыуына, юғары уңыштар яулаясағығыҙға шигем юҡ", - тип байрам менән тәбрик итте райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин һәм "Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы" миҙалын Ринат Гәрәй улына тапшырҙы.

Районыбыҙ депутаты, "Асы" шифаханаһы директоры Буранбай Ялалов коллективындағы йөйәктәрҙең эше менән ҡәнәғәт булыуын белдереп, оҙаҡ йылдар эшләгәндәренә Рәхмәт хаттары, аҡсалата бүләк тапшырҙы, Ринат Гәрәй улын 10 көнлөк путевка менән ҡыуандырҙы. Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы тигәндәй, ауыл хакимиәте башлығы Радим Ғариф улы Буранбай Нәсим улына Рәхмәт хаты тапшырҙы. Инйәр төбәгенең ветеран-интернационалистар берекмәһе рәйесе Николай Михайлович Савлуковтың ауылыбыҙҙың аҫыл ир-аттарына миҙалдар тапшырыуы икеләтә ҡыуаныслы булды. Инйәр энергоучасткаһы начальнигы Шайморат Саматов сығышында ауылдың күпселек егеттәренең намыҫлы эшләп йөрөүҙәрен баһалап, йәштәрҙең ошо өлкәлә белем алып йөрөүҙәренә ҡыуаныуын йәшермәне, шулай уҡ ветеран-эшселәрен бүләкләп үтте.

Ауылда йәмғеһе 10 урам, ошо урамдар араһында иң актив, бѳтә йәмәғәт эштәрендә тәүгеләрҙән булып ҡатнашҡан Аҡтау урамына һоҡланыуын белдереп, Радим Ғариф улының ошо урамда йәшәгән йәш депутат Рәдиф Солтановты ҡотлар өсөн сәхнәгә саҡырыуын халыҡ көслө алҡыштар менән ҡеүәтләне. Шулай уҡ сәхнә түренә бер-бер артлы күтәрелгән ауылдың иң оло - 83 йәшлек аҡһаҡалы Йәүҙәт Абдулғатим улы Ҡәйүмовты, 90 йәшлек ағинәйе Рәбиғә Нурулла ҡыҙын, оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп йәшәгән Алтынбикә һәм Рәсүл Ғәйнетдиновтар, Рәсимә һәм Абдулла Миһрановтар, Рәйлә һәм Ильяс Йәһүҙиндар ғаиләләрен, иң йәш ғаилә - Гөлйемеш һәм Юлдаш Салауатовтарҙы, ауылдың иң йәш гражданы булып тыуған баһадир ир баланың ата-әсәһе Фаягөл һәм Илгиҙәр Ғәйнетдиновтарҙы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, иң әүҙем йәмәғәтсе Абдулла Мөхәмәтша улы Миһрановты, ауылда төпләнеп, бер урында оҙаҡ эшләгән ауылдаштарҙы, баһалама ағзалары тарафынан билдәләнгән ауылдың «Өлгөлө йорт» хужаларын: Гөлсирә Ислам ҡыҙы Салауатованы, Әлфинә һәм Айрат Иҡсановтарҙы, Альбина һәм Айнур Баһауетдиновтарҙы, дәртләндереү призына лайыҡ булған Флүрә һәм Исламетдин Хәлиловтарҙы, оҫта ҡуллы, егәрле Ғаян Мѳхәрләмов, Нәғимә Ғарипованы ҡотлап бүләктәр тапшырҙы Радим Ғариф улы. Байрамды үткәреүҙә матди ярҙам күрһәткән ауылдаштарға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.

"Ауылымдың тәбиғәте миңә илһам бирҙе, ябай, эшсән кешеләре менән оло ғорурланыу тойғоһо кисерәм", - тине сығышында рәссам Фәйзрахман Абдрахман улы. "Йөйәктәр һәр ваҡыт алда булған!" тигән һүҙҙәр менән дәлилләп, раҫлауҙарға таянып сығышы менән байрамдың мәртәбәһен яҡланы Ҡасим Әлибаев. Ғәбдѳк ағинәйҙәренең, Инйәр төбәгендә йәшәгән ауылдаштарҙың, Береш ауылының һәүәҫкәр артистарының сағыу сығыштары барыһына ла байрам кәйефе өҫтәне. Йөрәк һүҙен еткереү, күңел асыу, йәнле аралашыу мѳмкинлеге, уйын-көлкө бүләк итте был байрам ауылдаштарға. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы әҙерләгән бай йөкмәткеле концертты ҡараған мәлдә бала-саға ла, йәше-ҡарты ла уйындарҙа ҡатнашты. Көрәш майҙанында береһенә лә бил бирмәгән Айбулат Зәйнәғәбдиновтың көс-ғәйрәтенә бар халыҡ һоҡланыуын йәшермәне. Төркөм төҙөп волейболда беренселекте бирмәгән Инйәр йөйәктәренә ҡарап берҙәмлеккә инанырға форсат тейҙе. Йәш балаларҙың шахмат, шашка уйындарында етдилектәрен күреп шатлыҡ кисерҙек. Йырсылар Айзилә Закирова, Эльвира Исҡакова, Гѳлдәриә Ғималетдинова, Гүзәл Шаһисолтанова, Индира Сибәғәтуллинаның моңло тауышы, Зилиә Солтанованың бейеүҙәре, уҡыусыларҙың ҡурай моңдары, Розалия Сөнәғәтованың шиғыр һөйләүе, "Инйәрем" ансамбленең һәм башҡаларҙың сығыштары сәхнә күрке булды.

Бер итәге - тауға һыйынып,

Икенсеһе һыуға ҡойоноп.

Ауыл ята, ауыл был Йөйәк,

Тыуған яҡта изге бер төйәк!

Изге төйәк рухландырҙы, илһам һәм сәм бирҙе ауылдаштарға. Байрам бәҫе оҙаҡ һаҡланыр күңелдәрҙә. Халҡыбыҙҙың рухын һаҡлаған аҫыл заттарыбыҙ артһын, таралһын. Йышыраҡ талпынып ҡайтһын тыуған төйәгенә ауылдаштарым.
Читайте нас: