Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Август 2019, 13:38

Рәсәй символы - флагҡа арналды

22 август Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө. Шул уңайҙан Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһы үҙенең кескәй китап һөйөүсе дуҫтарын байрамға йыйҙы.

Саҡырылған ваҡытҡа ҡаланың 44-се балалар баҡсаһының "Кәмәкәй", "Ысыҡҡай" төркөмдәрендә тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар китапханаға килеп тә тулдылар. Сара тантаналы рәүештә, Дәүләт гимны аҫтында, залға Рәсәйҙең Дәуләт байрағын индереү менән башланды. Китапханасылар Дәүләт флагының тарихы, төҫтәренең ниндәй мәғәнәгә эйә икәнлеге тураһында һөйләне. Һуңынан төҫтәргә арналған йомаҡтар систек, ултырып арып киткәс, төрлө уйындар ҙа уйнап алдыҡ. Артабан байрам "Петр батша нисек итеп Рәсәй флагына төҫтәр эҙләне?" тип аталған йәнһүрәт менән дауам итте. Уны ҡарағандан һуң бәхәсләшеп тә алдыҡ : ни өсөн Петр батша флаг өсөн мотлаҡ аҡ, күк, ҡыҙыл төҫтәрҙе һайлаған, был дөрөҫмө, әллә флаг өсөн башҡа төҫтәр ҡулайыраҡмы? Аҡ, күк, ҡыҙыл төҫтәге сәскәләрҙән матур Рәсәй флагы ла төҙөлдө.
Сара барышында беҙ балаларҙың Дәүләт символдары тураһында бик күп белеүен билдәләп үттек. Был, әлбиттә, бик шатландыра. Сөнки был беҙҙең, йәғни китапханасыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең, дөрөҫ йүнәлештә эшләүебеҙҙе билдәләгән күрһәткес.
Ошондай уҡ сара балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һорауы буйынса, "Аҡсарлаҡ" һәм "Елкән" төркөмдәрендә лә үткәрелде. Бында ла балалар әүҙем ҡатнашып, белемдәрен күрһәттеләр. Сара аҙағында улар төрлө китаптар менән таныштылар, фотоға ла төштөләр.
Г.Мостафина.

Читайте нас: