Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Август 2019, 12:51

Ҡыйғыла "Ҡатай йәштәре" йыйыны үтте

17 августа Ҡыйғы районының Алағуз ауылында VIII «Ҡатай йәштәре йыйыны» этнофорумы үтте. Һәр йылдағыса байрам Башҡортостанда, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгән Ҡатай ырыуы вәкилдәрен йыйҙы.

Форум барышында ҡатай егеттәре һәм ҡыҙҙары үҙҙәрен «Ҡатай һылыуы», «Ҡатай батыры-таш күтәреү», «Ҡатай көрәше», «Мәргән уҡсы», «Йәш Ҡатай» конкурстарында һынап ҡараны.


«Ҡатай һылыуы» конкурсы 16 йәштән 23 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында үткәрелде. Һылыуҙар үҙҙәре тураһында һөйләп, ижади һәләттәрен, милли аштарҙы әҙерләү буйынса таһыллыҡтарын күрһәтте. Был конкурста Гран-прины Балаҡатай районы ҡыҙы Наҙгөл Ғәлиуллина яуланы. Беренсе урынды Иглин районынан Азиза Закирова, икенсене — Белорет ҡыҙы Дилә Баҙалова, өсөнсөнө — Ҡыйғынан Эмилия Рәхимова алды. Шулай уҡ, «Вконтакте» социаль селтәрендә интернет-конкурс иғлан ителгәйне. «Интернет гузәле» исеменә Балаҡатай районынан Земфира Хисаметдинова лайыҡ булды.
«Ҡатай батыры» исемен яулар өсөн егеттәр 5-тән 100 киллограмға тиклем ауырлыҡтағы таштарҙы күтәреүҙә көс һынашты. Бында беренселекте Ҡыйғы районынан Айҙар Латыпов яуланы, ә Рим Вәлиуллин (Белорет районы) менән Руслан Хизбуллин (Ҡыйғы районы) икенсе һәм өсөнсө урынды алдылар.
«Ҡатай көрәше»ндә иһә 16 йәштән алып 35 тиклемгеләр ҡатнашты. Бында егеттәр һыбай ултырып башҡа ярышыусыларҙы аттан ҡолатырға тейештәр ине. Беренсе урынды Ҡыйғы районынан Илдус Йосопов алып ҡайтты. Икенсе, өсөнсө урында Ефим Ғәлләмов (Балаҡатай районы) менән Нурислам Байрамов (Ҡыйғы районы) булды.
«Мәргән уҡсы» бәйгеһендә еңеүсе — Ҡыйғы районынан Айзина Мәхмүтова. Икенсе урында — Балаҡатай районынан Роберт Закиров, өсөнсөлә — Ҡыйғыларҙан Илнур Нуриев.


Һөҙөмтәлә, ярыштарҙан һуң, «Ҡатай батыры» билдәләнде. Был исемгә Межгорье ҡалаһынан Вәғиз Фәхретдинов лайыҡ булды.
Байрамға килеүселәр өсөн башҡорт милли күргәҙмә-йәрминкәһе, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Йыйынды Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, МС Баш, Раил Өмөтбаев, Ғайсар Миңлеғолов һәм башҡа билдәле артистарҙың сығыштары биҙәне. Бәләкәс ҡатайҙар өсөн дә төрлө конкурстар, уйындар ойошторолдо. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа миҙалдар, кубоктар, иҫтәлекле бүләктәр һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар менән ҡайтты.
Байрамдың ойоштороусылары: БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте.
"Ватандаш" журналынан.


Читайте нас: