Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2019, 01:10

Гѳрләп үтте Ҡатай йыйыны

Күптән түгел Ҡыйғы районы Алағуз ауылы яланында шаулап-гѳрләп VIII “Иҙел башы” этнофорумының “Ҡатай йәштәре йыйыны” үтте. Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығына арналған байрам юғары кимәлдә ойошторолдо.

Яланға матур тирмәләр ҡороп, күргәҙмә-йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре, уйын-ярыштар, йыр-моң менән йыйынға бик етди әҙерләнгән ҡыйғылар. Тѳрлѳ тарафтарҙан - Башҡортостан, Ҡаҙағстан, Татарстан республикаларынан, Ҡурған, Силәбе ѳлкәләренән һәм башҡа яҡтарҙан килгән ҡунаҡтар милләттәштәребеҙҙең ихласлығына, ҡунаҡсыллығына һоҡланмайса ҡалманы. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының профессоры, филология фәндәре докторы Луиза Сәмситова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтарҙың булыуы сараның бәҫен арттырҙы.
“Ҡатай йәштәре” флагын күтәреү, Рәил Ѳмѳтбаев башҡарыуында “Ҡатай гимны”, ҡотлау һүҙҙәре, бүләкләүҙәр менән башланып киткән йыйын һәммәһен дә рухи күтәренкелек, яҡшы кәйеф тулҡынына кѳйләне. Ары иһә ҡыҙыҡлы конкурстар, уйын-кѳлкѳ, ихлас аралашыуҙар китте. “Ҡатай һылыуы”, “Ҡатай батыры”, “Таш күтәреү”, “Мәргән уҡсы”, “Йәш ҡатай”, “Ҡатай кѳрәше” ише ярыштарҙы халыҡ айырыуса яратып ҡараны.
“Ҡатай һылыуы” конкурсында бѳтәһе 12 ҡыҙ гүзәллектә һынашты. Береһенән-береһе уңған, оҫта, наҙлы матурҡайҙар берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Шуныһы мәслихәт: районыбыҙҙың Рысыҡай ауылынан ҡатнашҡан Дилә Бадалова был ярышта икенсе урынды яулап ҡыуандырҙы. Ә гран-приға Балаҡатай районынан Наҙгѳл Ғәлиуллина лайыҡ булды.
5-100 килограмлыҡ таштарҙы күтәреү йәһәтенән райондашыбыҙ Рим Вәлиуллиндың призлы урын алыуы Иҙел башының данын арттырҙы. Йѳмлә ярышуйындарҙан һуң, “Ҡатай батыры” тигән маҡтаулы исем дә үҙебеҙҙең Межгорье егете Вәғиз Фәхретдиновҡа тапшырылды.
Сибай филармонияһының директор урынбаҫары Ринат Ғайсин һәм уның ғаиләһе тарафынан балалар ѳсѳн ойошторолған конкурстар айырыуса мауыҡтырғыс ине. Бәләкәстәр үҙҙәрен туйғансы уйнатҡан, бүләктәр оторға мѳмкинлек биргән ағай-апайҙарынан бик ҡәнәғәт ҡалды был кѳндѳ. Йыйындың яңылығы - “Йәш ҡатай” ярышы ла күңелдәргә хуш килде.
Йыр-моңға ла ғәжәп бай булды байрам. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Рәил Ѳмѳтбаев, Ғайсар Миңлеғолов, Заһит Ҡунафин, Айтуған Ғәйзуллин, Динислам Сәлихов һәм шулай уҡ “Тархан”, “Әйле-ҡатай” тѳркѳмдәре, халыҡ фольклор ансамблдәре башҡарған кѳй-моңдар йѳрәккә үтеп инде.
Байрамды ябыу тантанаһында IX “Иҙел башы” этнофорумы үтәсәк урын да иғлан ителде. Шулай итеп, сираттағы “Ҡатай йәштәре йыйыны” Ҡыйғынан Балаҡатай районы Билән ауылына күсте.
Тѳрлѳ тарафтарға таралған милләттәштәребеҙҙе осраштырған, оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, ҡанатландырған да, рухландырған да сара һәммәбеҙҙе лә матур хәтирәләргә байытты. Мин иһә барлыҡ ойоштороусыларға, яҡташтарыма сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм!
Тәнзилә ЙОМАДИЛОВА,
хеҙмәт ветераны.
Бирҙеғол ауылы.
Читайте нас: