Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Сентябрь 2019, 12:36

Гөлли Мөбәрәкова тураһында яңы китап донъя күрҙе

СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Мөбәрәкова тураһында яңы китап донъя күрҙе. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында драматург Владимир Жеребцовтың "Из-под шапки неведимки" китабының исем туйы үтте. Кисәлә театр әһелдәре һәм уның яҡындары Гөлли Арыҫлан ҡыҙы тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Сентябрҙә актрисаға 83 йәш тулған булыр ине. Драматург Гөлли Мөбәрәкованы яңынан асырға ярҙам итә, тип билдәләнде йылы осрашыуҙа. Уның тормош юлы, ғаиләһе, театрҙағы эшмәкәрлеге- ябай тел менән һәр уҡыусыға ҡыҙыҡлы булырҙай форматта тәҡдим ителә.
Читайте нас: