Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Сентябрь 2019, 14:21

Тарихыңды белеп үҫ!

Республика көнө алдынан «Гүзәл» туҡымалар салоны етәксеһе, шәхси эшҡыуар, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты Резеда Сайдарова медицина колледжының I курс студенттарын ҡала тарихи-крайҙы өйрәнеү музейына экскурсияға алып барҙы.

- Уҡырға килгән һәм уҡып йөрөгән студенттар тыуған яғыбыҙҙың тарихын, район-ҡала тормошонда ниндәйҙер роль уйнаған шәхестәрҙе, билдәле яҡташтарыбыҙҙы белеп үҫһен тип йәштәрҙе Республика көнө алдынан музейға, үҙенсәлекле сәйәхәткә саҡырҙым. Улар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ваҡиға булды. Сөнки студенттар төрлө райондарҙан йыйылған һәм күптәре музейҙы беренсе тапҡыр күрә. Музей хеҙмәткәрҙәре беҙҙе бик ихлас ҡабул итте. Тарихи ваҡиғаларҙан тыш студенттар экспонаттар менән танышты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, ти Резеда

- Эйе, Резеда Рәфҡәт ҡыҙы медицина колледжы менән күптән бәйләнеш тота. Студенттарҙы ил кимәлендәге документаль-нәфис киноларға алып барһынмы, бергәләшеп өмәләр, ағастар ултыртһындармы, был изге эштәр барыһы ла йәштәрҙе яҡшылыҡҡа, хеҙмәт һөйөүгә, буш ваҡыттарын файҙалы сарыф итергә өйрәтә.
Читайте нас: