Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Сентябрь 2019, 11:56

Илдең ҡото - ағинәйҙәр

Бәндәбикә рухлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың милли аң вә әхлаҡты томалаған заман шауҡымына ҡаршы килеп, илем, халҡым тип янып йөрөүе - бөгөнгөбөҙҙөң иң матур һәм маҡтаулы күренештәренең береһе. Һуңғы бер нисә йылда республиканың һәр районында тиерлек барлыҡҡа килгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмалары үҙҙәренең ижтимағи әһәмиәтлелеген иҫбатлап өлгөрҙө лә инде. Ысынлап та, яҡты сырайлы, әҙәпле, заманына күрә зыялы гүзәл заттарҙың ырыҫлы булмыштарынан яралған аҡ нур күңелдәрҙе имләр, иманлы итер илаһи ҡотҡа тиң бит. Хәйер, кесаҙнала Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында үткән Белорет район-ҡала ағинәйҙәренең йыйыны - үҙе үк быға дәлил.

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллыҡ юбилейына һәм республикабыҙҙың үҙаллылыҡ яулаған көнөнә арналған "Ағинәй - ил инәһе" тип аталған мәртәбәле сарала муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, Иҙел башы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Теләүбаев, республиканың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусыдраматург, фольклорсы Сәрүәр Сурина, "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Уйылданова, "Тирмәкәй" балалар баҡсаһы мөдире Таңсулпан Бүләкбаева, Д. Юлтый исеменИлдең ҡото - ағинәйҙәр дәге ҡала башҡорт китапханаһы мөдире Флүрә Шакирова, район ағинәйҙәре һәм башҡалар ҡатнашты. Байрамды әҙерләп алып барыусы, Белорет район-ҡала "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьянова йыйылыусыларҙы иң элек ойошманың координацион совет ағзалары менән таныштырып үтте. Бынан ары төйәгебеҙҙең эшмәкәр вә әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары - Таңсулпан Бүләкбаева, Сатура Минһажитдинова, Флүрә Шакирова, Сулпан Уйылданова, Хәмиҙә Бикйәнова, Әлзирә Юнысова, Сәлимә Түләбаева һәм Зөбәржәт Суфьянова район ағинәйҙәренә һәр йәһәттән дә кәңәш-төңәш итеп, ярҙам ҡулы һуҙып торасаҡ.

Аяғүрә баҫып "Ағинәйҙәр" гимнын башҡарғандан һуң, тәбриБәндәбикә рухлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың милли аң вә әхлаҡты томалаған заман шауҡымына ҡаршы килеп, илем, халҡым тип янып йөрөүе - бөгөнгөбөҙҙөң иң матур һәм маҡтаулы күренештәренең береһе. Һуңғы бер нисә йылда республиканың һәр районында тиерлек барлыҡҡа килгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмалары үҙҙәренең ижтимағи әһәмиәтлелеген иҫбатлап өлгөрҙө лә инде. Ысынлап та, яҡты сырайлы, әҙәпле, заманына күрә зыялы гүзәл заттарҙың ырыҫлы булмыштарынан яралған аҡ нур күңелдәрҙе имләр, иманлы итер илаһи ҡотҡа тиң бит. Хәйер, кесаҙнала Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында үткән Белорет район-ҡала ағинәйҙәренең йыйыны - үҙе үк быға дәлил. "Кейеҙ баҫыу - еңел эш түгел", - ти Уҫманғәле ауылы ағинәйҙәре. кләү ѳсѳн һүҙ Илгиз Теләүбаевҡа, Гөлфиә Янбаеваға бирелде. Улар, үҙ сиратында, "Ағинәй" ойошмаларының йәмғиәттә тотҡан урынын, әһәмиәтен билдәләне, ил инәләренең яманлыҡҡа ҡаршы ҡалҡан булыуҙарына һоҡланыуын белдерҙе.

- Төбәктә ойошмалар күп кенә. Әммә шулар араһында иң әүҙеме - "Ағинәй"ҙәр. Һеҙ - байрамдарҙың йәме, матур ғәмәлдәрҙең башлап, әйҙәп йөрөүсеһе. Артабан да бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып, дәртләнеп-янып йәшәйек, - тип изге теләктәрен еткерҙе Илгиз Сафый улы. Ул шулай уҡ республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән эскелеккә ҡаршы иғлан ителгән "Айыҡ ауыл" конкурсының ил инәләренең ярҙамына мохтаж булыуын да аңғартты. Форсаттан файҙаланып, етәксе өлгөр, әүҙем ағинәйҙәр ойошмаларына Иҙел башы башҡорттары ҡоролтайы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Артабан сараның төп өлөшө - район ағинәйҙәренең сығыштары дауам ҡылды.

Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә күтәрелгән иң әүҙем, рухлы ҡатын-ҡыҙҙар - Сосновка ауылы ағинәйҙәре башҡарыуында (етәкселәре З. Кәримова) Мәүлит Ямалетдиновтың Ҡөрьән Кәримдән шиғри юлдарға һалған тәржемәүи мөнәжәте күңелдәрҙе иман нурына сорнап, тынысландырыр, пакландырыр илаһи моң төҫлө ағылды. Рысыҡай, Мөхәмәт ауылы ағинәйҙәренең - "Килен төшөрөү", бер ойошмала ҡайнаған Уҫманғәле килендәренең "Кейеҙ баҫыу" йолаларын урын-еренә еткереп сәхнәләштереүе, сығыштарҙың үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ булыуы, һәр кеменең үҙенә тәғәйен ролде ихлас, мөкиббән бирелеп уйнауы, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ. Ҡумыҙ, мандолина ҡылдарын сиртеп, милли көйҙәрҙе яңғыратҡан Межгорье ҡалаһы ағинәйҙәренең оҫталығы һәр ваҡыттағыса дәррәү алҡыштарға күмелде. Ҡоҙғон-Әхмәр, Үткәл, Ғәбдөк, Абҙаҡ, Үҙәнбаш ауылы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаларының йырлы-моңло күстәнәстәре, Хөсәйен ауылы ағинәйҙәре исеменән сығыш яһаған Дилбәр Рәхмәтованың башҡорт халыҡ йыры "Ерән ҡашҡа"- ны бар күңелен һалып башҡарыуы, тѳрлѳ милләт вәкилдәре һыйып йәшәгән мөхиттә үҙ ойошмаларын булдырып, һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан Отнурок ауылы ағинәйҙәренең илһөйәрлеккә, телһөйәрлеккә өндәгән рухлы шиғри сәләме байрамдың йәмен бермә-бер арттырҙы.

Йыйындың һуңғы өлөшөндә ҡатын-ҡыҙҙар ағинәйлектең маҡсаты, бурыстары, ошо юҫыҡта ебәрелгән хаталар тураһында ентекле фекер алышты, көнүҙәк мәсьәләләрҙе, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләште. Республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева, һәләтле журналист Сәрүәр Сурина, "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова үҙ сығыштарында гүзәл заттарҙың иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙың нимәнән ғибәрәт булыуын, милләттең именлеге, иманы ла тик ҡатын-ҡыҙҙан тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Беҙҙең асыл - йолаларҙа, ғөрѳф ғәҙәттәрҙә. Быуындан-быуынға тапшырылған рухи мираҫтарҙы тергеҙеп, ата-бабаларыбыҙҙың алтын аҡылына таянып ҡына беҙ үҙҙебеҙҙе айырым милләт, ҡәүем рәүешендә һаҡлап ҡаласаҡбыҙ; үҙ ѳлгѳбѳҙҙә йәштәребеҙгә тейешле тәрбиә биреп, киләсәккә ышаныс менән бағасаҡбыҙ, - тип ҡорҙоң тѳп фекерен еткерҙе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. Бер уңайҙан Өфө ҡунағы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен фиҙаҡәр йәмәғәт эшмәкәре, шәп ойоштороусы, талапсан етәксе итеп танытып ѳлгѳргән Белорет район-ҡала "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зөбәржәт Суфьяноваға районҡаланың Баш ағинәйе тигән танытма менән иҫтәлекле бүләк тә тапшырҙы.

Ишек төбөнән үк ихлас йөҙ, йылы
һүҙ менән башланып киткән күркәм
байрам артабан аллы-гөллө йырлы
парадҡа ялғанды. Көҙҙөң геүләтеп
япраҡ яуҙырған илаҡ мәлендә ҡала
урамын йәйғор төҫтәренә мансып,
ағинәйҙәр Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан сквер аша
Металлургтар майҙанынан үтте. Сулпыларын сыңлатып дәртле атлаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың кѳн яманын
еңер күтәренке рухынан донъяһы ла, гүйә, балҡып ҡалғандай
тойолдо. "Металлург"
ресторанында моңло
йыр-шиғырҙар, ихлас
гәпләшеүҙәр менән үткән сәй табыны иһә
юғары кимәлдә ойошторолған оло ҡорҙоң
йәмле ахыры булды.
Читайте нас: