Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Сентябрь 2019, 14:14

Был бит "Театр төнө"!

20 сентябрҙә илебеҙҙә “Театр төнө” билдәләнде. Республиканың ҙур сәхнәләрендә “Театр төнө”нә арналған төрлө саралар үтте.

“Театр төнө” Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһына Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йорто ла ҡушылды. Ҡунаҡтар ҙа саҡырылды. Гөлнара Ғилманова етәкселегендәге ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре саҡырыуҙы ихлас ҡабул итеп, күстәнәскә Театр йылында аншлаг менән үткән “Ҡоҙаса” спектакленән өҙөк алып килгәйне. Музыкаль комедиянан өҙөктө Әхмәр тамашасыһы ла йылы ҡабул итте.
Күстәнәстәр бының менән генә бөтмәне. Тамашасылар ауылдаштары - Динә Шәйәхмәтова, Наил Хәмзин уйнаған “Әсә хөкөмө” драмаһын, “Ҡыҙ урлау” комедияһынан видеоөҙөктәр ҡараны.
Халыҡ театры режиссеры Гөлнара Ғилманова театр, сәхнә тормошо, һәүәҫкәр артистары тураһында һөйләне. Тамашасылар ҙа үҙҙәрен сәхнә актерҙары ролендә һынап ҡараны. Яратҡан шиғырҙары, тиҙәйткестәре ярҙамында уй-хистәрен күрһәтеп, артист һөнәренең дә үҙенсәлекле һәм шул уҡ ваҡытта ауыр икәненә инанды.
Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы тигәндәй, Әхмәр халҡы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. “Кирәл” драма түңәрәге ағзалары “Мөхәббәт ҡоштары” спектакленән өҙөк сәхнәләштерҙе. “Инйәр хазиналары” район фестиваль-конкурсында икенсе урын алған сығышынан видеоөҙөк, төрлө мәҙәни сараларҙан фотослайдтар ҡаранылар акцияла ҡатнашыусылар.
Кисә һуңында тамашасы “Театр төнө”ндә үҙенең визиты менән ҡыуандырған “Ирәмәл” һәүәҫкәрҙәренә рәхмәтен еткерҙе. Мәҙәни акция сәй табыны менән тамамланды.
Читайте нас: