Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Сентябрь 2019, 14:03

«Һеңлекәш»те ҡарамай ҡалмағыҙ!

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан кинематографияһы республика халҡын нәфис фильмдары менән йыш ҡыуандыра. Әле яңыраҡ ҡына кинотеатрҙарҙа «Беренсе Республика», «Бабич» фильмдарын ҡарап ҡыуанғайныҡ. Тамашасы ла тарихҡа, үткәнебеҙгә таянып төшөрөлгән фильмдарҙы йылы ҡабул итте.

Һәм, ниһайәт, тағы ла бер премьера. Башҡаларынан айырмалы, «Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөргән. Кинотаҫманың прокаты менән Walt Disney компанияһы шөғөлләнә. Фильм Яңы Хәсән ауылында төшөрөлдө. Проект өсөн махсус рәүештә ҡуйыусы рәссам Вячеслав Виданов етәкселегендә декораторҙар 1940 йылдарҙағы өйҙәрҙең аныҡ күсермәләрен төҙөнө. Фильмдың режиссеры - танылған актер һәм режиссер Александр Галибин. Башҡорт, украин һәм рус телдәрендә төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмында Илгизә Ғилманова, Виталий Салий, Рәүис Заһитов, Тимур Ғарипов, Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, Сәғиҙулла Байегет, Ирада Ҡадирова, Йософ һәм Фәнис Рәхмәтовтар һәм башҡалар йәлеп ителгән. Шулай уҡ «Рейд» хәрби-тарихи клубынан 10- дан ашыу кеше ҡатнаша. Ә эпизодтарҙа инде Инйәрҙең «Елмәрҙәк» халыҡ театры һәүәҫкәр артистары ҡатнашты. Әйткәндәй, 22 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмының премьераһы уҙҙы. Премьераға Александр Галибин «Елмәрҙәк»тәрҙе шәхсән саҡырҙы (һүрәттә).
Фильм былтыр ғына төшөрөлһә лә, кинофестивалдәрҙә ҡатнашып еңеүҙәр ҙә яулай. Яңыраҡ Ялтала «Евразия күпере» халыҡ-ара кинофестивалендә «Һеңлекәш» фильмы «Иң яҡшы уйын фильмы» номинацияһында гран-при алды.
19 сентябрҙә картина киң прокатҡа сыҡты, ә 20 октябрҙә - Мостай Кәримдең тыуған көнөндә Рәсәйҙең «Мәҙәниәт» каналында ҡарай алабыҙ.
«Һеңлекәш» фильмы ҡаланың «Металлург» кинотеатрында күрһәтелә. Тамашасы районыбыҙҙа төшөрөлгән, һәүәҫкәр артистарыбыҙ уйнаған фильмды 26 сентябрҙән 2 октябргә тиклем киске 18.50 сәғәттә ҡарай ала. Билеттар хаҡы балалар өсөн - 130-150 һум, өлкәндәр өсөн 180-200 һум тора.
Читайте нас: