Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Октябрь 2019, 18:31

“Ҡыҙ тыйнаҡ булһа, егет йыйнаҡ була”

Уҙған аҙнала Үҙәнбаш мәктәбендә үткән Белорет районы һәм Баймаҡ ағинәйҙәре осрашыуының төп лейтмотивы тап ошо башҡорт халыҡ әйтеме булды.

Баймаҡ районы ауылдары ағинәйҙәренең 14 абруйлы, оҫта ҡуллы вәкиленән торған делегация Семеновка ауыл хакимиәте башлығы Рәсүл Сәлимов һәм ағинәйҙәр кураторы Сәрүәр Иҙелбаева етәкселегендә, тәмле-томло һәм йыр-моң күстәнәстәре тейәп, Үҙәнбаш ауылы мәктәбенә билдәләнгән ваҡытҡа килеп тә еттеләр. Уларҙы район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, район-ҡала “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зөбәржәт Суфьянова, “Урал” гәзите мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Үҙәнбаш мәктәбе директоры Нурия Шаһиморатова, Римма Ғәлимйәнова етәкселегендәге Үҙәнбаш ағинәй ҙәре, уҡытыусылар буҙа, сәксәк, йыр-моң менән ҡаршы алды.
Үҙәнбаш ауылы мәсетенең имам-хатибы Йосоп Низамовтың хәйер-фатихаһын тыңлап һәм сәй эсеп алғандан һуң Нурия Мәүлижан ҡыҙы ҡунаҡтарҙы мәктәп менән таныштырҙы. Шуныһы үҙенсәлекле - бөтә кластар, коридорҙар уҡытыусылар, уҡыусыларҙың ҡул эштәре менән биҙәлгән. Әйтерһең дә, һин ниндәйҙер тылсымлы ил буйлап сәйәхәт итәһең. Бигерәк тә башланғыс класс уҡытыусылары Айгөл Фәритова, Әлмира Заһретдинова, Наталья Хафизованың, уҡыусыларының эштәре таң ҡалдырҙы.
Үҙәнбаш ағинәйҙәре бик бай күргәҙмә ҡуйған, бигерәк тә башҡорт милли кейемдәренең, тормош-көнкүреш әйберҙәренең күплеге һәм төрлөлөгө ағинәйҙәрҙең оҫта ҡуллы булыуҙарына ишара.
Ауыл ерендә ике ҡатлы, йылы, заманса мәктәп булыуына баймаҡтар ҙа һоҡланыуҙарын йәшермәне. Нурия Мәүлижан ҡыҙы уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм ағинәйҙәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙәре тураһында һөйләне. Әйткәндәй, ағинәйҙәрҙең күбеһе мәктәп хеҙмәткәрҙәре икән, шуға ла улар бер һүҙҙән, бер уй-теләктән булып эшләйҙәр, тәрбиәүи саралар үткәрәләр. Уҡыусылар төштән һуң төрлө түңәрәктәрҙә, спорт секцияларында шөғөлләнә. Райондың абруйлы кешеләре менән бәйләнеште лә өҙмәйҙәр. Күптән түгел Зифа Исмәғил ҡыҙы Юлсурина бер машина китаптар ебәргән.
Мәктәп менән танышҡандан һуң һәммәһе лә тамаша залына йыйылды.
“Ҡыҙ тыйнаҡ булһа, егет йыйнаҡ була” тип аталған әйтем буйынса уҙғарылған “түңәрәк өҫтәл”- де Баймаҡ ағинәйҙәре кураторы Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы алып барҙы. Ҡыҙ һәм егет мөнәсәбәтен төрлө яҡлап яҡтыртҡан видеоролик, слайдтар аша ғаилә, ҡыҙ һәм егет, ата-әсә мөнәсәбәттәре, иман, әҙәп, әхлаҡ, сафлыҡ, матур киләсәк тураһында барҙы һүҙ. Тәүфиҡлы булып үҫкән ҡыҙ һәм егеттәрҙең бер ваҡытта ла насарлыҡ, аҙғынлыҡ юлына баҫмауы, ә иман, әҙәп һүҙен белмәй үҫкән баланың аҙғынлыҡҡа, яманлыҡҡа юлығыуын ағинәйҙәр видеороликтар ярҙамында аңлайышлы итеп уҡыусыларға еткерҙеләр. Ҡыҙҙарға үҙҙәрен һаҡлап, ғаилә тормошона, әсә булыуға алдан әҙерләнергә, ә егеттәргә ғорур һәм намыҫлы булырға, ҡыҙҙарҙы хөрмәт итергә, яҡларға һәм һаҡларға кәрәклеге тураһында нәсихәттәр, кәңәштәр еткерелде. Ағинәйҙәрҙең тән таҙалығы, күңел сафлығы тураһындағы матур һүҙҙәре лә уҡыусыларға бик фәһемле, ҡыҙыҡлы булды. Элекэлектән башҡорттар ғаилә усағын һаҡлап, яҡлап торғандар, иманлы, тәүфиҡлы балалар үҫтергәндәр. Шулай уҡ йәнле әңгәмәләшеүҙә әҙәбиәтебеҙҙең өлгөһөндә ҡыҙҙар һәм егеттәр мөнәсәбәте тураһында һүҙ алып барылды. Гөлсирә Ғиззәтуллина, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Рәил Байбулатовтың әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡып, миҫалдар килтереү ҙә бик отошло булды. Уҡыусыларға бирелгән һорауҙарға яуаптарҙан был тәрбиәүи теманың балалар күңеленә дөрөҫ юл ярғанлығы аңлашылды. Атай-әсәйҙәрегеҙҙең иманлы, әҙәпле, бәхетле балалары булып үҫеп етеүегеҙҙе теләйбеҙ тигән теләктә тамамланы аралашыуҙы ағинәйҙәр.
Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы ентекле әҙерләнеп килгән баймаҡтарға, ошо байрамды ойошторған Үҙәнбаш ағинәйҙәренә рәхмәттәрен еткерҙе һәм артабан да фәһемле сараларҙы үткәреп торорға саҡырҙы. Сатура Жәүәт ҡыҙы Баймаҡ ағинәйҙәре йәмәғәт ойошмаһына Белорет башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хатын тапшырҙы, матбуғатҡа яҙылырға өндәне.
Һуңынан Баймаҡ ағинәйе Сафыя Әсәнова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен, биҙәүестәрен дөрөҫ тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Үҙе менән алып килгән кейем, биҙәүес өлгөләрен барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Артабан сәхнәлә баймаҡтар һәм белореттар бер-береһенә йыр-моң, бейеү буйынса ижади күстәнәстәр бүләк итте, мөнәжәттәр әйтте, милли йолаларыбыҙҙы күрһәтте. Бигерәк тә Рәйлә Иҫәнғужина етәкселегендәге Хөсәйен ауылы ағинәйҙәре менән Хөсәйен мәҙәниәт йорто етәксеһе Дилбәр Рәхмәтованың “Бәпес күрһәтеү” йолаһы мауыҡтырғыс, фәһемле булды. Үткәлдән Бибисара Ғаззалова менән Нәсимә Заһрыеваның ҡумыҙҙа уйнауҙары, мөнәжәт әйтеүҙәре, үҙәнбаштарҙың таҡмаҡтары, йырҙары, Эльмира Мәғәфүрованың бейеүе күңелгә хуш килде.
Мәктәп бинаһында урынлашҡан балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Әлиә Ғимаҙиева менән музыкаль етәксе Динара Мөхәмәтйәрова үҙҙәре лә, тәрбиәләнеүселәре лә һоҡланғыс сығыш яһанылар. Мәктәптең элекке директоры Заһир Муллағәлләмовтың халыҡ йыры “Томан”ды башҡарыуы сараны тағы ла йәмләндереп ебәрҙе. Ә Тәслимә Фәритованың гармун моңдарынан йөрәктәр елкенде, күңелдәр талпынды.
Байрамдан фекерҙәрҙе гәзитебеҙ биттәрендә уҡығыҙ.
Читайте нас: